Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 144


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГАСТРОЛЁР
эҫелек етешмәй. Миндә гастрит, миңә ваҡытында ашарға кәрәк. И. Абдуллин.
ГАСТРОЛЁР [рус. < нем. Gast ‘ҡунаҡ’ + Rolle ‘роль’] (Р.: гастролёр; И.: guest-actor; T.: turne yapan artist) u.
1. Гастролдә йөрөгән артист. □ Гастролёр (артист, прибывший на гастроли). Ауылға гастролёрҙар һәйбәт концерт менән килгәндәр.
2. кусм. һөйл. Еңел аҡса табырға теләп, йәшәү урынын, эш урынын йыш алмаштырып йөрөгән кеше. □ Гастролёр (тот, кто часто меняет место работы, место жительства и т. п. в поисках лёгкого заработка). ■ Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, [психологик] тренингтарҙың кубеһен башҡа ҡалаларҙан килгән гастролёрҙар уткәрә. Уларҙыц яртыһының махсус психологик белеме юҡ, шикле йәмғиәт, берекмә һәм лига ағзалары ғына булып торалар. Бындай гастролёрҙар оҙон аҡса артынан килә. «Йәшлек», 12 апрель 2008. Ялған аҡса менән мутлашыусы гастролёрҙар ҙа, алданған ҡорбан да тикшереусегә саҡырыла. «Урал», 17 сентябрь 2009.
3. һөйл. Үҙе йәшәгән ерҙән ситтә енәйәт яһаған үткенсе. □ Гастролёр (тот, кто совершает преступления за пределами территории, на которой он проживает). ■ Куберэк бешәһенә лә билдәле «гастролёрҙар» урлаша: улар курше Татарстандан, Силәбе әлкәһенән килә. «Йәшлек», 10 ноябрь 2007.
ГАСТРО Л ЁРЛ ЫҠ (гастролёрлығы) (Р.: выезд на гастроли; И.: guest appearance; T.: turneye çıkan kimsenin faaliyetleri) u.
1. Гастролдә булыу, гастролёр (1) эшмәкәрлеге. □ Заниматься гастролями. Гас-тролёрлык итеу.
2. һөйл. Гастролёрҙың (2) йәшәү рәүеше. □ Гастролирование. Гастролёрлыҡ етди кешегә килешмәҫ.
ГАСТРОЛЬ [рус. < нем. Gastrolle] (Р.: гастроль; И.: tour; guest performance; T.: turne) и.
Ситтән килгән артист йәки театр труппаһының сығышы. □ Гастроль, гастроли. / Гастрольный. Гастролдә йөрөу. Гастролгә саҡырыу. Гастролдәр репертуары.
■ Башҡорт халыҡ бейеуҙәре ансамбле Афғанстан менән Пакистанға гастролгә китте. Башҡортостан календарынан. [Булып уткән] концерт башҡорт эстрада бригадаһының ҡышҡы гастролдәренә йомғаҡлау кисәһе булды. Ул халыҡҡа оҡшаны. Интернет селтәренән. Бынан ике генә көн элек ҡалабыҙға курше республиканың театры гастролгә килгәнен белдереуҙәр хәбәр иткәйне. С. Агиш.
ГАСТРОНОМ [рус. < фр. gastronome < гр. gastёr (gastros) ‘ашҡаҙан’ + nomos ‘закон’] (Р: гастроном; И.: grocery; T.: bakkal dükkânı) и.
1. Аҙыҡ-түлек һатылған ҙур магазин. □ Гастроном. / Гастрономический. Гастрономға барыу. Гастроном тауарҙары.
2. Аш-Һыу, тәм-томдоң нескәлектәрен белгән, тойғон кеше. □ Гурман.
ГАСТРОНОМИИ (Р: гастрономический; И.: gastronomic; T.: bakkal) с.
Гастрономияға бәйле. □ Гастрономический. Гастрономик тауарҙар. Ломбардия — Италиялағы гастрономик туризм уҙәктә-ренең береһе.
ГАСТРОНОМИЯ [рус. < фр. gastro-nomie] (Р: гастрономия; И.: gastronomy; Т.: gastronomi) и.
1. йыйн. Ашауға әҙер сифатлы итеп әҙерләнгән ит-һөт аҙыҡтарының йыйымы. □ Гастрономия. / Гастрономический. Гастрономия тауарҙары. Балыҡ гастрономияһы.
2. Шундай аҙыҡ-түлек һатылған магазиндың бүлеге. □ Гастрономия. / Гастрономический. Гастрономияла һатылыу. Гастрономия булеге — аҙыҡ-тулек магазинының иң төп булектәренең береһе.
3. Кулинария сәнғәте. □ Гастрономия. Француздар — гастрономия белгестәре. Халыҡ-ара гастрономия йәрминкәһе. Һуңғы йылдарҙа гастрономия сәнғәте уҙгәрҙе. И Быйыл июль айында Өфөгә Италияның «Qualitaly» Мәҙәниәт, туризм һәм гастрономия ассоциацияһы президенты Массимилиано Панеро килгәйне. Интернет селтәренән.
144