ГЕГЕЛСЕ
ГАУБИЦА [рус. < нем. Howitzer] (Р.: гаубица; И.: howitzer; T.: obüs) и. хәрби.
Ер өҫтөндәге объекттарға текә траектория менән ата торған уртаса кәбәкле артиллерия ҡоралы. □ Гаубица. / Гаубичный. Гаубица батареяһы. Гаубица уты. Гаубица көбәге.
ГАУПТВАХТА [рус. < нем. Hauptwacht] (Р.: гауптвахта; И.: guardhouse, guard room; T.: askeri hapisane) и. хәрби.
Хәрбиҙәрҙе ниндәйҙер ғәйеп өсөн ваҡытлыса ябып ҡуя торған урын; хәбесхана. □ Гауптвахта. Гауптвахтаға ултырыу. Гауптвахталағы айырым камера.
ГАҺ I [фарс. alî] (Р: место; И.: place; Т.: makam) и. иҫк. кит.
Урын. □ Место. ■ Аһ, мәкәрйәле бер купер бар, утергә кәрәк булған был купер «сират» — ҡайғылы гаһ. М. Ғафури.
ГАҺ II [фарс. 6İ] (Р: иногда; И.: sometimes; T.: kah) р.
Ҡайһы берҙә, ҡайһы ваҡыт, бәғзән, ара-тирә. □ Иногда. Гаһ ваҡыт. ■ Донъяла һәр милләттец әхуәлдәре алмашыныр, гаһ ваҡыт итеп тәрәҡҡи, гаһ тәдәнниҙә улыр. С. Яҡшығолов. Беҙ меҫкен халайыҡтар ул ялғансы ҡарт дунғыҙҙыц һуҙенә инанып гаһ ваҡытта арзу ла ҡылабыҙ. «Батыршаның хаты».
ГАҺ III [фарс. (Р: то..., то ...; И.: now... now; T.: gâh) бул. терк.
Йә ..., йә; бер ..., бер. □ То ..., то ... (разд, союз). ■ Гаһ йөрөр ирдем ер йөҙөндә ат илә, гаһ чығар ирдем фәрештәләр ҡатына, гаһ керер ирдем әдәм сурәтенә, исме әғзәм доғасын уҡыр ирдем, Гайса берлә мин намаҙ ҡылыр ирдем. «Киҫекбаш китабы». Халайыҡтар мәстлек ғалип улып, гаһ шатланып, гаһ хәсрәтләнеп куп һуҙҙәр һөйләнеләр. «Батыршаның хаты».
ГАШЕТКА [рус. < фр. gâchette] (Р: гашетка; И.: trigger; T.: tetik) и.
Атыу ҡоралдарында тәтене ыскындыра торған ырғаҡ. □ Гашетка. Пулемёттыц гашеткаһы . ■ Уныц [Кусәрбаевтың ] бәхетенә, гашеткаға баҫҡас та, «Максимка» дәртле
тыҡылдарға тотондо. Д. Исламов. Икенсе, өсөнсө тапҡыр шулай эшләйбеҙ. Гашеткаға бармаҡтар ауыртҡансы баҫам. М. Кәрим. Головин, тештәрен ҡыҫып, гашеткаға баҫты. Һәм уның пулемёты ут сәсә башланы. Ә. Гәрәев. Сыртланов пулемёт гашеткаһына баҫты. Һауа ҡапыл ҡалтыранып китте. Ә. Ихсан.
ГАШИШ [фарс. ‘кипкән үлән, бесән’] и. ҡар. хәшиш, һорғолт-йәшел матдәнән әскелтем еҫ таралды. Был гашиш еҫе ине.
ГВАРДЕЕЦ [рус.] и. ҡар. гвардиясы. Кавалерия гвардеецы.
ГВАРДИЯ [рус. < ит. guardia ‘һаҡлаусы, ҡурсалаусы’] (Р: гвардия; И.: guard; Т.: muhafız) и.
1. хәрби. Иң яҡшы, һайлап алынған хәрби часть. □ Гвардия. / Гвардейский. Гвардия командиры. Гвардияла хеҙмәт итеу. Диңгеҙ гвардияһы.
2. Ҡайһы бер илдәрҙә: дәүләт башлығын, хәрби башлыҡты һ. б. һаҡлай торған махсус хәрби йәки хәрби-полиция часы. □ Гвардия. Папа гвардияһы. Короллек гвардияһы. Каҙағстан Республикаһының Республика гвардияһы.
3. кусм. Эштә һәм изге көрәштә алдан барған, беренселәр булып танылған кешеләр төркөмө, коллективы. □ Гвардия. / Гвардейский. Колхоз механизаторҙарының данлы гвардияһы. ■ Оһо, һеҙ уҙегеҙ бер бригада икән шул! — тине ул. — Бына тигән йәш гвардия уҫеп килә. Яр. Вәлиев.
ГВАРДИЯСЫ (Р: гвардеец; И.: guardsman, guards; T.: muhafız subay) и.
Гвардия (1) часында хеҙмәт иткән һалдат. □ Гвардеец. Гвардиясы булыу. Е Был ваҡытта Ырымбур янында аҡ казактар менән ҡыҙыл гвардиясылар араһында һуғыштар бара ине. М. Хужин.
ГЕГЕЛСЕ (Р: гегельянец; И.: Hegelian; T.: Hegelci) и. фәлс.
Гегель фәлсәфәһе яҡлы кеше. □ Гегельянец (последователь философии Гегеля). Гегелселәр ҡарашы буйынса.
145