ГЕГЕЛСЕЛЕК
ГЕГЕЛСЕЛЕК (гегелселеге) (Р.: гегельянство; И.: Hegelianism; T.: Hegelcilik) и. фәлс.
Гегель фәлсәфәһе нигеҙендә тыуған идеалистик фәлсәфәүи ағым. □ Гегельянство. / Гегельянский. Гегелселек мәктәбе. ■ Германияла һул һәм уң гегелселек ҡарашлы ағымдар бар. Башҡортостан календарынан.
ГЕГЕМОН [рус. < гр. hegemon ‘юлбашсы’] (Р.: гегемон; И.: hegemon; T.: egemen) и. кит.
Етәксе, хакимлыҡ итеүсе, юл күрһәтеүсе. □ Гегемон. Пролетариат — революция гегемоны. ■ [Фәузи:] Ә гегемонға ниндәй орден бирәләр? Нимә өсөн? [Кинйә:] Эшләгән өсөндөр... Бәлки, наставниклыҡ өсөндөр. Ун ике йыл шантрапа менән ҡыйыша бит. Ф. Богданов.
ГЕГЕМОНИСТ [рус.] и. кит. ҡар. гегемон.
ГЕГЕМОНИСТИК (Р: гегемонистический; И.: hegemonic; T.: hegemonik) с. кит.
Гегемонлыҡҡа хас. □ Гегемонистический. Гегемонистик ҡараш. Гегемонистик фекер.
ГЕГЕМОНИЯ [рус. < гр. hegemonia] и. кит. ҡар. гегемонлыҡ. Эшселәр гегемонияһы.
ГЕГЕМОНЛЫҠ (гегемонлығы) (Р.: гегемония; И.: hegemony; T.: hegemonya) и. кит.
Етәкселек, хакимлыҡ. □ Гегемония. Геге-монлык итеу. Гегемонлыҡҡа ынтылыу.
ГЕДОНИЗМ [рус. < гр. hedone ‘ләззәт’] (Р: гедонизм; И.: hedonism; T.: hazcılık, hedonizm) и. фәлс.
Этиканың ләззәт алыуҙы, кәйеф ҡороуҙы, рәхәт йәшәүҙе кеше ғүмеренең төп маҡсаты тип таныған бер йүнәлеше. □ Гедонизм. / Гедонистический; гедонический. Гедонизм этикаһы. Гедонизм фәлсәфә мәктәбе.
ГЕЙЗЕР [рус. < исл. geysir] и. ҡар. ғәйсәр. Гейзер пары. ■ Ҡеуәтле гейзерҙар билдәле бер ваҡыттан һуң ҡайнар һыу һәм пар фонтандары ата. Башҡортостан календарынан. Камчаткалағы иң ҙур гейзерға Великан тип исем биргәндәр. Гейзер ҡапыл ғына хәрәкәткә килә һәм 30 метр бейеклегендәге һыу бағанаһы өҫкә атыла. Ә пары хатта йөҙәр метр бейеклеккә етә...
Гейзерҙар ер ҡуйынынан бик куп йылылыҡ алып сыҡҡанлыҡтан, Исландия халҡы уны файҙаланырға була. Башҡортостан календарынан.
ГЕЙША [рус. < япон.] (Р: гейша; И.: geisha; T.: geyşa) и.
Японияла ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, күңелен асыу өсөн саҡырылған профессиональ бейеүсе һәм йырсы ҡатын-ҡыҙ (тәуҙәрәк сәйханаға килгәндәрҙең кәйефен кутәреусе булған). □ Гейша. Нәзәкәтле гейша. ■ Ғәмәлдә, был Япония гейшаларының Харәзмдағы бер өлгөһө. Ә.-З. Вәлиди.
ГЕКЗАМЕТР [рус. < гр. hexametron} (Р: гекзаметр; И.: hexameter; T.: altı tef’ileli) и. шиғр.
Антик поэзияла барлыҡҡа килгән алты быуынлы шиғыр төҙөлөшө. □ Гекзаметр (шестистопный стихотворный размер). / Гекзаметрический. Гекзаметрға ҡоролған шиғыр.
ГЕКСАХЛОРАН [рус.] (Р: гексахлоран; И.: hexachloran; Т.: hexachloran) и.
Ауыл хужалығында ҡоротҡостарға ҡаршы ҡулланылған ағыулы химик матдә. □ Гексахлоран. / Гексахлорановый. ■ Гексахлоран иҙелмәһе махсус аппарат менән парға әйләндерелә һәм болот һымаҡ итеп баҫыу өҫтөнә таратыла. Башҡортостан календарынан.
ГЕКСАЭДР [рус. < гр. hex ‘алты’ + hedra ‘ҡыр’] (Р: гексаэдр; И.: hexahedron; T.: altı yüzlü cisim) и. мат.
Алты ҡырлы геометрик есем. □ Гексаэдр, шестигранник. Гексаэдрҙың әйләнеуе. Ҡыҫҡартылған гексаэдр.
ГЕКСОГЕН [рус.] (Р: гексоген; И.: hexogen; T.: hekzogen) и.
Аҡ төҫтәге кристаллы, шартлай торған матдә. □ Гексоген. Гексоген — көслө ағыу. Гексоген детонаторҙар эшләуҙә ҡулланыла.
ГЕКТАР [рус. <фр. hectare} (Р: гектар; И.: hectare; T.: hektar) и.
Метрик системаның 10 000 квадрат метрға тиң булған ер үлсәү берәмеге. □ Гектар. / Гектарный.
146