Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 147


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГЕЛЕ-ГЕЛЕ
ГЕКТАРЛАУ (гектарла-) (Р.: измерять гектарами; И.: measure by hectares; T.: hektar ile ölçmek) ҡ.
Гектар менән үлсәү. □ Измерять гектарами. ■ Айырым хужалыҡтарға гектарлап ер буләләр. Башҡортостан календарынан. Эшкәртмәгән ер ҡалманы. Егерме гектарлап ҡаҡ урында ғына бер ни уҫмәй ине. А. Абдуллин.
ГЕКТАРЛЫҠ (гектарлығы) (Р: рассчитанный на какое-л. количество гектаров; И.: ...hectare worth; T.: hektarlık) c.
1. Күпмелер гектарға етерлек. □ Рассчитанный на какое-л. количество гектаров. 100 гектарлыҡ орлоҡ бар. Биш гектарлыҡ орлоҡ.
2. Купмелер гектарҙан торған. □ Состоящий из какого-л. количества гектаров. Был яланда сөгөлдөр өс гектарлыҡ ҡына. ■ Проект сиктәрендә 180 гектарлыҡ территорияла 1,5 мең шәхси торлаҡ һәм aş ҡатлы куп фатирлы йорт .. төҙөлә. Интернет селтәренән.
ГЕКТО... [рус. <гр. hekaton ‘йөҙ’| (Р: гекто...; И.: hecto...; T.: hekto...)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «йөҙ берәмеккә тиң» мәғәнәһен. биреүсе тәүге өлөшө. □ Гекто... (первая часть сложных слов, вносящая значение «равный ста единицам»). Гектограмм. Гектолитр. Гектометр. Гектоватт.
ГЕКТОГРАММ [рус. < гр. hekaton ‘йөҙ’ + фр. gramme ‘грамм’] (Р: гектограмм; И.: hectogramme; T.: hektogram) и.
Йөҙ грамм һәм шуға тигеҙ үлсәүҙең метрик берәмеге. □ Гектограмм.
ГЕКТОГРАФ [рус. < гр. hekaton ‘йөҙ’ + grâphö ‘яҙам'] (Р: гектограф; И.: hectograph; T.: teksir makinesi) и. иҫк.
Яҙма йәки баҫма тексты, һүрәтте күсереп күбәйтә торған ябай ҡорамал. □ Гектограф. / Гектографический. ■ Гектографта яңынан купләп баҫып, уны эшселәр араһында таратырға тура килә ине. Гектографта баҫылған китабы ныҡ таушалған. М. Хәй.
ГЕКТОГРАФИК (Р: гектографический; И.: hectographic; T.: hektograf) с.
Гектографияға бәйле. □ Гектографический. Гектографик ҡорамалдар. Гектографик китапсыҡ. Гектографик буяуҙар.
ГЕКТОГРАФИЯ [рус. < гр. hekaton ‘йөҙ’ + grâphö ‘яҙам’] (Р: гектография; И.: hectograph; T.: hektograf) и. полигр.
Яҙма йәки баҫма тексты, һүрәтте гектограф ярҙамында күсереп күбәйтеү ысулы.
□ Гектография. ■ Гектография ярҙамында куп төҫлө һурәт тә алып була. Башҡортостан календарынан.
ГЕКТОЛИТР [рус. < гр. hekaton ‘йөҙ’ + фр. litre ‘литр’] (Р: гектолитр; И.: hectolitre; T.: hektolitre) и. махс.
Йөҙ литр һәм шуға тиң үлсәү берәмеге.
□ Гектолитр (сто литров). Бер нисә гектолитр һыйышлы мискә.
ГЕКТОМЕТР [рус. < гр. hekaton ‘йөҙ’ + фр. metre ‘метр’] (Р: гектометр; И.: hectometre; T.: hektometre) и.
Йөҙ метр һәм шуға тиң үлсәү берәмеге.
□ Гектометр (сто метров).
ГЕЛ [ғәр. (Р: всегда; И.: always, constantly; T.: hep) р.
1. Һәр ваҡыт. □ Всегда, всё время, постоянно. Гел булыу. ■ [Хәжәр:] Ышанам, Кинйә, һиңә ышанам... Кешеләргә ышанам. Сөнки миңә гел яҡшы кешеләр тап була. Ф. Богданов. [Айбаш] Йондоҙ ҡашҡа кеуек булһын, һабантуйҙарҙа ул гел беренсе булып килгән! Ф. Аҡбулатова. Наиләкәй, гел бишлегә генә уҡығанһың. Н. Асанбаев. • Атаһыҙ етем — ярты етем, әсәһеҙ етем — гел етем. Әйтем. Бер алдар — гел алдар. Мәҡәл. Бер кирегә китһә, гел кирегә китер. Мәҡәл. Эшләгән бер яңылыша, эшләмәгән гел яңылыша. Мәҡәл.
2. Бөтә барлығы менән, тотош.
□ Сплошь, целиком. Гел аҡтан ғына кейенеу. Гел сәскәләрҙән генә торған аҡлан. • Иренсәк йорт ил булмаҫ, ил булһа ла, гел булмаҫ. Мәҡәл.
ГЕЛЕ-ГЕЛЕ (Р: гули-гули; И.: interjection for calling geese up; T.: kazları çağırma ünlemi) саҡ.
147