ГЕЛЛӘ
Ҡаҙ саҡырғанда әйтелә. □ Гули-гули (слово подзыва гусей). Геле-геле-геле тип ҡаҙҙарҙы саҡырҙым.
ГЕЛЛӘ [ғәр. р. диал. ҡар. гел 1.
■ [Башҡорттарҙың] айырым-айырым шахталары һәм ҡоя торған мейестәре булған. Иллә мәгәр йәй көндәре геллә күсенерҙәр ине. Ғ. Кейеков.
ГЕЛИЙ [рус. < гр. helios ‘ҡояш’] (Р.: гелий; И.: helium; T.: helyum) и. хим.
Химик элемент, водородтан ҡала иң еңел, төҫһөҙ, еҫһеҙ инерт газ. □ Гелий. Шарға гелий тултырыу. Гелий баллоны.
■ Радийҙың тарҡалышы ваҡытында гелий һәмродон хасил була. Гелий — еҙһеҙ, төҫһөҙ газ, ул еңел һәм янмай. Башҡортостан календарынан.
ГЕЛИКОН [рус. < гр. helix ‘спираль’] (Р.: геликон; И.: helicon; T.: helikon) и. муз.
Контрабас төркөмөнә ингән тынлы еҙ музыка ҡоралы, хәрби оркестрҙарҙа ҡулланыла. □ Геликон. Геликоида уйнау. Геликон XIX быуатта Рәсәйҙә уйлап табыла.
ГЕЛИО... [рус. <гр. ҺёИоз ‘ҡояш’] (Р: гелио...; И.: helio...; T.: helyo...)
1. Ҡушма һүҙҙәрҙең «ҡояшҡа, ҡояшты өйрәнеүгә бәйле» мәғәнәһен биргән тәүге өлөшө. □ Гелио... (первая часть сложных слов, вносящая значение «отнесённость к солнцу, к изучению солнца»). Гелиоботаника. Гелиофизика. Гелиоскоп.
2. Ҡушма һүҙҙәрҙең «ҡояш нурҙарына, ҡояш энергияһына бәйле» мәғәнәһен биргән тәүге өлөшө. □ Гелио... (первая часть сложных слов, вносящая значение «отнесённость к солнечным лучам, солнечной энергии»). Гелиореактор. Гелиостанция. Гелиоэнергетика.
ГЕЛИОГРАФ [рус. < гр. ҺёИоз ‘ҡояш’ + graphö ‘яҙам’] (Р: гелиограф; И.: heliograph; T.: helyograf) и.
1. астр. Ҡояшты рәсемгә төшөрөп ала торған фотоаппаратлы телескоп. □ Гелиограф. / Гелиографический. Ҡояшты гелиограф ярҙамында рәсемгә төшөрөү.
2. метеор. Ҡояш яҡтылығының дауамлылығын иҫәпләп яҙа торған автоматик ҡо
рамал. □ Гелиограф. / Гелиографический. Кэмпбелл — Стокс системаһының гелиографтары.
3. хәрби. Алыҫҡа яҡтылыҡ сигналы бирә торған прибор. □ Гелиограф. / Гелиографический. ■ XIX быуатта һәм XX быуаттың башында күп кенә илдәрҙең армияларында гелиографтар киң ҡулланылған булған. Башҡортостан календарынан.
ГЕЛИОГРАФИК (Р: гелиографический; И.: heliographic; T.: helyografi) с. астр., метеор., хәрби.
Гелиография приборы ярҙамында тормошҡа ашырылған йәки гелиографияға хас булған. □ Гелиографический. Ҡояштың гелиографик координаталары. Гелиографик оҙонлоҡ. Гелиографик күсермәләр. Тәүге гелиографик тәжрибә.
ГЕЛИОГРАФИЯ [рус. < гр. helios ‘ҡояш’ + graphein ‘яҙыу’] (Р: гелиография; И.: heliography; Т.: helyografi) и. астр., метеор., хәрби.
1. Астрономияның Ҡояшты өйрәнеү, тикшереү һәм тасуирлау менән шөғөлләнгән бүлеге. □ Гелиография. Гелиография тикшеренеүҙәре.
2. Литографик таш һәм тимер пластиналар өҫтөндә һүрәт сығарыу өсөн фотография ҡулланыу ысулы. □ Гелиография. Гелиография ысулын иң тәүҙә Ж. Н. Ньепс ҡуллана.
ГЕЛИОМОБИЛЬ [рус. < гр. ҺёИоз ‘ҡояш’ + лат. mobilis ‘хәрәкәтсән’] (Р: гелиомобиль; И.: heliomobile; T.: helyomobil) и.
Ҡояш энергияһы менән йөрөгән автомобиль. □ Гелиомобиль. Гелиомобилдә йөрөү. Гелиомобиль — экологик транспорт.
ГЕЛИОС [рус. < гр. НёИоз ‘ҡояш’] (Р: гелиос; И.: Helios; Т.: Helios) и. миф.
(баш хәреф менән) Грек мифологияһында Ҡояш тәңреһе. □ Гелиос. ■ Галим Семи-рамиданың (йәғни Шаммура-маттың) Бабыл ҡалаһындағы «аҫылмалы» баҡсалары, Зевс, Гелиос һындары, Артемида ғибәҙәтханаһы, Галикарнастағы ҡорам тураһында һөйләргә кереште. Ә. Хәкимов.
148