ГЕЛЬМИНТОЛОГИЯ
ГЕЛИОСКОП (гелиоскобы) [рус. < гр. helios ‘ҡояш’ + skopeo ‘ҡарайым’] (Р.: гелиоскоп; И.: helioscope; T.: güneş gözmerceği) и. астр.
Ҡояшты күҙәтеү өсөн прибор. □ Гелиоскоп. / Гелиоскопический. Гелиоскоп окуляр. ■ Тәүге гелиоскоп Ҡояштағы таптарҙы күҙәтеү өсөн 1611 йылда Кристоф Шейнер тарафынан уйлап табыла. Башҡортостан календарынан.
ГЕЛИОСТАТ [рус. < гр. helios ‘ҡояш’ + stao ‘торам, туҡтайым’] (Р.: гелиостат; И.: solar reflector; T.: helyostat) и. астр.
Ҡояш нурҙарын һәр ваҡыт бер үк урынға төшөрә торған көҙгөлө астрономик прибор.
□ Гелиостат. / Гелиостатический. Гелиостат ярҙамында тәжрибә үткәреү. Гелиостат көҙгө.
ГЕЛИОФОБ [рус. < гр. helios ‘ҡояш’ + phobos ‘ҡурҡыу’] (Р: гелиофоб; И.: person afraid of the sun; T.: güneşten korkan kimse) и.
Ҡояштан ҡурҡыусы кеше йәки бүтән тереклек. □ Гелиофоб. / Гелиофобный. Гелиофоб үҫемлектәр.
ГЕЛИОФОБИЯ [рус. < гр. hölios ‘ҡояш’ + phobos ‘ҡурҡыу’] (Р: гелиофобия; И.: heliophobia; T.: güneş korkusu) и. мед.
Ҡояш нурҙарынан ҡурҡыу ауырыуы.
□ Гелиофобия. Гелиофобия менән ауырыу.
ГЕЛИОТЕРАПИЯ [рус. < гр. helios ‘ҡояш’ + therapia ‘дауалау’] (Р: гелиотерапия; И.: heliotherapy; T.: helyoterapi, güneş tedavisi) и. мед.
Ҡояш нурҙары менән дауалау ысулы.
□ Гелиотерапия. / Гелиотерапевтический. Гелиотерапия сеансы. Гелиотерапия ҡоролмаһы.
ГЕЛИОТЕХНИКА [рус. < гр. helios ‘ҡояш’ + 1есһпё ‘сәнғәт, оҫталыҡ’] (Р.: гелиотехника; И.: solar technology; T.: helyoteknik) и.
Техниканың ҡояш энергияһын файҙаланыу эше менән шөғөлләнгән бүлеге. □ Гелиотехника. / Гелиотехнический. Гелиотехника ҡулланыу.
ГЕЛИОЦЕНТРИЗМ [рус. < гр. hölios ‘ҡояш’ + centrum ‘центр’] (Р.: гелиоцентризм;
И.: heliocentricism; T.: günmerkezlilik) и. астр.
Йыһандың үҙәгендә Ҡояш, ә планеталар уның тирәһендә әйләнә, тип ҡараған тәғлимәт. □ Гелиоцентризм. / Гелиоцентрический. Гелиоцентризм тәғлимәте Яңырыу дәүерендә киц билдәлелек ала.
ГЕЛИОЦЕНТРИК (Р: гелиоцентрический; И.: heliocentric; T.: helyosantrik) с. астр.
Гелиоцентризмға нигеҙләнгән. □ Гелиоцентрический. Гелиоцентрик ҡараш. Гелиоцентрик орбита. Йыһандыц гелиоцентрик системаһы.
ГЕЛҮК и. зоол. диал. ҡар. нар II. ■ Бер үркәсле дөйә, ғәҙәттә, егеү дөйәһе, шуға ла гелүктец үркәс һөйәге ҙур үҫкән була, майы аҙ була, тиҙәр. Экспедиция материалдарынан.
ГЕЛЬМИНТ [рус. < гр. helminth ‘паразит селәүсен’] и. зоол. ҡар. ҡылйылан. Гельминт табылыу. Гельминт менән зарарланыу.
ГЕЛЬМИНТОЗ [рус. < гр. helminth ‘паразит селәүсен’ + -oszs] (Р.: гельминтоз; И.: helminthiasis; T: karsaklarda parazit bulunması) и. мед., вет.
Паразит селәүсендәр арҡаһында кеше һәм хайуандарҙа барлыҡҡа килә торған ауырыу. □ Гельминтоз. / Гельминтозный. Гельминтоз эләктереү. Гельминтоз менән ауырыған кеше. Гельминтоздар төрө.
ГЕЛЬМИНТОЛОГ [рус. < гр. helminth (helminthos) ‘паразит селәүсен’ + logos ‘тәғлимәт, ғилем’] (Р: гельминтолог; И.: helminthologist; T.: helmintoloji uzmanı) и.
Гельминтология буйынса белгес. □ Гельминтолог. Гельминтолог саҡыртыу. Гельминтологҡа мөрәжәғәт итеү. Гельминтолог яҙмалары. Балалар гельминтологы.
ГЕЛЬМИНТОЛОГИЯ [рус. < гр. helminth (helminthos) ‘паразит селәүсен’ + logos ‘тәғлимәт, ғилем’] (Р: гельминтология; И.: helminthology; T.: helmintoloji) и.
Паразит селәүсендәр һәм улар тыуҙырған ауырыуҙар тураһындағы фән. □ Гельминтология. / Гельминтологический. Гельминто
149