ГЕНЕРАЛ-АДЪЮТАНТ
нән ята икән. С. Агиш. Геморрой йышыраҡ куп ултырып эшләгән кешеләрҙә була. В. Ғүмәров.
ГЕМОФИЛИЯ [рус. < гр. haima ‘ҡан’+ philia ‘дуҫлыҡ’] (Р.: гемофилия; И.: haemophilia; T.: hemofili) и. мед.
Ҡандың насар ойошоуы йәки туҡтама-уынан ғибәрәт нәҫелдән килгән ауырыу. □ Гемофилия. /Гемофилический.» Инвалидлыҡ билдәләу өсөн гемофилия сире уҙе тугел, уның тотороҡло төҫ алған эҙемтәләре нигеҙ булып тора. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010.
ГЕН [рус. < гр. genos ‘нәҫел, килеп сығыш’] (Р.: ген(ы); И.: gene; T.: gen) и. биол.
Йән эйәләре һәм үҫемлек организмындағы хромосом составындағы сифатты нәҫелдән нәҫелгә күсерә торған элемент. □ Ген, гены. / Генный. ■ Ген буйлап кускән холоҡ-фиғелдәр, ғәҙәттәр балаларҙа ла дауам итә. Н. Асанбаев. Галимдар хромосоманы айырым элементтарға булделәр. Һәр элемент айырым уҙенсәлектең йәшәуен йәки уҫешен билдәләй. Был элемент ген тип атала. Картотека фондынан. Хромосомдарҙа нәҫел-нәсәп оҡшашлығын быуындан быуынға тапшырыусы гендар йәшеренгән дә инде. Картотека фондынан.
ГЕНЕАЛОГИК (Р: генеалогический; И.: genealogical; T.: jenealojik, soy) с.
Генеалогияға, нәҫелгә мөнәсәбәтле. □ Генеалогический. Генеалогик банк. Генеалогик йылъяҙма. Генеалогик сайт. ■ Элек уҡымышлы кешеләр Ҡөрьән ситтәренә генеалогик яҙмалар теркәй барған. Экспедиция материалдарынан. Һәр хәлдә, ул [«төрки»] уҙенең яһалма «китап теле» булыуына ҡарамаҫтан, уҙ-ара ҡәрҙәш төрки халыҡтарҙың телдәре өсөн уртаҡ булған төп генеалогик уҙенсәлектәрҙе эсенә алған тел ине. Ә. Харисов. Шулай итеп, аңлашылмаусанлыҡтар һәм бәхәстәрҙән ҡотолоу, дәуләттең һәм халыҡтың тотороҡло уҫешен, теге йәки был ырыуҙың абруйын кутәреу өсөн халыҡ уҙенең генеалогик йылъяҙмаһын, ата-бабаларының шәжәрәһен,
ырыу тамғаларын белергә һәм төҙөргә бурыслы булған. Ф. Хисамитдинова.
ГЕНЕАЛОГИЯ и.
1. ҡар. шәжәрә. Ырыу генеалогияһы. Нәҫел генеалогияһы. Генеалогия таблицаһы.
2. Тарих фәненең нәҫел-ырыуҙар сығышын тикшергән бүлеге. □ Генеалогия (в истории). Мадьярҙарҙың генеалогияһы.
3. Хайуан һәм үҫемлек ғаиләләренең килеп сығышы. □ Генеалогия (в биологии и зоологии). Үҫемлектәр генеалогияһы.
ГЕНЕЗИС [рус. < гр. genesis ‘килеп сығыш’] (Р: генезис; И.: genesis; T.: genez) и.
Барлыҡҡа килеү; килеп сығыш. □ Генезис. ■ Билдәһеҙ авторҙар шәхесенә ҡараған элекке башҡорт поэзияһының төп поэтик генезисы, нисек кенә булмаһын, башлыса Көнсығыш традицияларына нигеҙләнгән. Ә. Харисов.
ГЕНЕРАЛ [рус. <лат. generalis ‘дөйөм, баш’] (Р: генерал; И.: general; Т.: general) и. хәрби.
Юғары хәрби дәрәжә һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Генерал. ■ Һәр һалдаты, һәр генералының эсе тик боҙоҡлоҡ менән тулған. С. Ғәбиҙуллин. Эшселәр уны [Дашковты] баяр ғына тугел, хатта батша янында йөрөусе ҙур генерал, имеш, тип һөйләй торғайнылар. Ж. Кейекбаев. [Эразм:] Их, егеттәр! Ул бит әйтте: хәрби училищела уҡыуыңды бел, беҙгә уҙебеҙҙең революцияла уҙ генералдарыбыҙ кәрәк буласаҡ, тине! Бына һин дә уҡырһың. Ғ. Әхмәтшин.
ГЕНЕРАЛ-АДМИРАЛ [рус. < лат. generalis ‘дөйөм, баш’ + гол. admiraal < ғщх ‘диңгеҙҙә хакимлыҡ итеүсе, диңгеҙ хужаһы’] (Р: генерал-адмирал; И.: generaladmiral; T: oramiral) и. хәрби.
Рәсәй империяһының хәрби-диңгеҙ фло-тындағы иң юғары хәрби дәрәжә һәм шул дәрәжәгә эйә булған кеше. □ Генерал-адмирал. Рус флотының генерал-адмиралы.
ГЕНЕРАЛ-АДЪЮТАНТ [рус. < лат generalis ‘дөйөм, баш’ + лат. adjutans ‘ярҙам итеүсе’] (Р: генерал-адъютант; И.: adjutant general; T: merkez şubesi müdürü) и. хәрби.
151