ГЕНЕРАЛ-ГУБЕРНАТОР
Рәсәй армияһында император свитаһына ингән генералдарға бирелгән исем һәм шул исемде йөрөткән кеше. □ Генерал-адъютант. Генерал-адъютанттарҙың алтын аксельбанттары.
ГЕНЕРАЛ-ГУБЕРНАТОР [рус. < лат. generalis ‘дөйөм, баш’ + лат. gubemator ‘хаким’] (Р: генерал-губернатор; И.: governorgeneral; T.: genel vali) и.
Октябрь инҡилабына тиклемге Рәсәйҙә һәм ҡайһы бер бүтән илдәрҙәге губерна йә край башында торған хәрби-административ етәксе. □ Генерал-губернатор. ■ Генерал-губернаторҙың оло йыйын тураһындағы әмер-хәбәре кантон башлыҡтары, олос старшиналары, ауыл старосталары аша бик тиҙ арала халыҡҡа барып етте. 3. Ураҡсин. Генерал Потёмкин, яңы ҡушылған крайға генерал-губернатор итеп билдәләнгәс, бигерәк тә ныҡ байыҡҡан. Башҡортостан календарынан.
ГЕНЕРАЛДАРСА (Р: по-генеральски; И.: like a general, like general’s; T.: generallar gibi)/?.
Генералдарға хас булғанса. □ По-генеральски. Генералдарса атлау. Генералдарса ҡараш. ■ [Сәлим] уҫал генералдарса команда биреп: «Раз», «два», «три», — тине. С. Поварисов.
ГЕНЕРАЛИССИМУС [рус. < лат. generalissimus ‘иң төп, иң мөһим’] (Р: генералиссимус; И.: generalissimo; T.: jeneralisim; başkumandan) и. хәрби.
Ҡайһы бер илдәрҙә күрһәткән хеҙмәте өсөн ғәскәри кешегә бирелгән иң юғары хәрби дәрәжә һәм шул дәрәжәгә эйә булған кеше. □ Генералиссимус. Генералиссимус Суворов. Генералиссимус дәрәжәһе. ■ Тәүге тапҡыр генералиссимус дәрәжәһе француз короле Карл IX тарафынан 1569 йылда үҙенең ун һигеҙ йәшлек ҡустыһы Анриға бирелгән. «Торатау», 6 март 2012.
ГЕНЕРАЛИТЕТ [рус. < нем. Generali-tât
Армияның иң юғары командирҙар составы; генералдар. □ Генералитет. Рәсәй армияһы генералитеты.
ГЕНЕРАЛ-ЛЕЙТЕНАНТ [рус. < лат. generalis ‘дөйөм, баш’ + фр. lieutenant} (Р: генерал-лейтенант; И.: lieutenant-general; Т.: korgeneral) и. хәрби.
Икенсе баҫҡыс генерал дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Генерал-лейтенант.
■ [Г. Ҡорбанғәлиев] 5-се япон дивизияһы начальнигы генерал-лейтенант Судзукиҙың башҡорт ғәскәренең почётлы казагы итеп һайланыуы тураһында белдерә. Р. Насыров.
ГЕНЕРАЛЛЬГК (генераллығы) (Р: генеральство; И.: generalship, general’s rank; T.: generallik) и. хәрби.
Генерал дәрәжәһе. □ Генеральство. Ге-нераллыҡ алыу. Генераллыҡ вазифаһы. ■ Был хеҙмәттәре һәм буш ҡалмайса, бәрәбәренә элек полковниклыҡ, һуңра генераллыҡ дәрәжәләре ихсан булынып, Уфа тирәһенә бик оло вә яҡшы ерҙәр вә куп крәҫтиәндәр ҙә һәдиә ҡылынмыш ине. М. Һаҙыев.
ГЕНЕРАЛ-МАЙОР [рус. < лат. generalis ‘дөйөм, баш’ + лат. major ‘ҙур’] (Р: генерал-майор; И.: major-general; T.: tümgeneral) и. хәрби.
Беренсе баҫҡыс генерал дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Генерал-майор.
■ Хәҙер корпус менән генерал -майор Борисов командалыҡ итә ине. Ә. Ихсан. Граждандар һуғышы геройы комдив Книга — һуғыштың әсеһен-сосоһөн татып, рядовойҙан генерал-майор дәрәжәһенә еткән тәжрибәле командир. Я. Хамматов.
ГЕНЕРАЛ-ПОЛКОВНИК (полков-нигы) [рус. < лат. generalis ‘дөйөм, баш’ + рус. полковник} (Р: генерал-полковник; И.: colonel-general; T.: generaloberst) и. хәрби.
Өсөнсө баҫҡыс генерал дәрәжәһе һәм шул дәрәжәләге кеше. □ Генерал-полковник. М [Әптеләхәт:] Тыңлайым, иптәш генерал-полковник. Ни бойораһығыҙ? Т. Гарипова.
ГЕНЕРАЛЬ (Р: генеральный; И.: general; Т.: general) с.
152