ГЕНЕТИК
1. Баш, төп, иң юғары, етәксе. □ Генеральный. Генераль прокурор. ■ «Башнефть»-тең генераль директоры урынбаҫары пенсияға китте — урыны буш. Р. Солтангәрәев.
2. Бөтә яҡтарҙы үҙ эсенә алған, төплө, хәл иткес. □ Генеральный. ■ 16 апрель таңында ҡапыл ер тетрәп китте, күкте, ерҙе ут ҡапланы. Был Берлинға генераль һөжүмдең башланыу минуты ине. Ҡ. Даян. [Екатерина II] генераль межевание ижад итеп, йәғни һәр ырыуға ерҙәрен үлсәп, планын яһап, дәүләт мисәтен баҫып бирергә ҡушҡан. М. Өмөтбаев.
ГЕНЕРАЛЬ ПЛАН (Р.: генеральный план; И.: general layout; T.: ana plan) и.
Бер йәки бөтә төҙөлөш объекттарының дөйөм планы. □ Генеральный план. Генераль план эшләү. Генераль планды үтәү. И Кесе Табын халҡы генераль пландар буйынса тәҡсим ҡылынған әүәл Кесе Табынға, йәнә Төкөн Табын, Кәлсер Табын, Комроҡ Табын, Дыуан Табын, Бишул Табындарға. М. Өмөтбаев.
ГЕНЕРАЛЬ ШТАБ (Р: генеральный штаб; И.: general staff; T.: genelkurmay) и. хәрби.
Хәрби идаралыҡтағы юғары орган. □ Генеральный штаб. ■ Кинйә [Арыҫланов].. баш күтәреүселәрҙең генераль штабында туранан-тура бөтә Башҡортостан мәсьәләһе буйынса шөғөлләнеүсе кеше була. Картотека фондынан.
ГЕНЕРАТИВ I (Р: генеративный; И.: generative; T.: jeneratör) с. биол.
Нәҫелде дауам итеү менән бәйле булған. □ Генеративный. Генератив күҙәнәк. Генера-тив ағза.
ГЕНЕРАТИВ II (Р: генеративный; И.: generative; T.: jeneratör) с.
Абстракт символдар менән эш итеүсе ҡулланыу ҡағиҙәләренең тәртипкә һалынған теҙмәһенә нигеҙләнгән. □ Генеративный. Генератив лингвистика. Генератив грамматика. Генератив семантика.
ГЕНЕРАТОР [рус. < лат. generator ‘етештереүсе, эшләп сығарыусы’] (Р: генератор; И.: generator; T.: jeneratör; üreteç) и. тех.
1. Ниндәйҙер матдәне барлыҡҡа килтерә, энергия етештерә, бер төр энергияны икенсе төр энергияға әйләндерә торған машина, ҡоролма, аппарат. □ Генератор. / Генераторный. Алмаш ток генераторы. Даими ток генераторы. Радиосигналдар генераторы. Ацетилен генераторы. Квант генераторы. ■ [Ҡолбаев:] Башпромсоветтан бер нисә тапҡыр һораныҡ инде беҙ ул генераторҙы. Н. Мусин.
2. инф. Төрлө цифрҙарҙы тура килтереп, башҡа компьютер программаларының асҡысын, паролен табырға мөмкинлек биргән махсус компьютер программаһы. □ Генератор. Паролдәр генераторы.
3. күсм. Бер туҡтауһыҙ нимәлер уйлап тапҡан, тәҡдим иткән кеше йәки ҡоролош.
□ Генератор. Идеялар генераторы тип йөрөтәләр уны. Бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү буйынса яңы идеялар генераторы. М Рәсәй матбуғаты, быйылғы форум көрсөккә ҡаршы яңы идеялар генераторы булып торасаҡ, тип билдәләй. «Йәшлек», 6 июнь
2009.
ГЕНЕРАЦИЯ [рус. < лат. generatio ‘тыуыу’] (Р.: генерация; И.: generation; Т.: doğurma) и.
1. биол. Бер сығанаҡтан барлыҡҡа килгән үҫемлек, хайуан йәки ҡош-ҡорт төркөмө; тоҡом, нәҫел. □ Генерация. Үҫемлектәр генерацияһы. Бөжәктәрҙең икенсе генерацияһы.
2. Етештереү, эшләп сығарыу. □ Генерация. Электроэнергия генерацияһы.
3. Туплау. □ Генерация. Файлдар генерацияһы.
ГЕНЕРИРЛАШТЫРЫУ (генерирлаш-тыр-) (Р.: генерировать; И.: generate; Т: doğurmak) ҡ. кит.
Етештереү, килтереп сығарыу, тыуҙырыу.
□ Генерировать. // Генерация. Электр тулҡындарын генерирлаштырыу.
ГЕНЕТИК I (генетигы) [рус. < гр. ge-netikos ‘килеп сығыш’] (Р: генетик; И.: geneticist; T: genetikçi) и.
153