Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 154


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГЕНЕТИК
Генетика әлкәһендә эшләгән белгес.
□ Генетик. Генетик булып эшләу.
ГЕНЕТИК II (Р.: генетический; И.: genetic; T.: genetik) с.
Генетикаға мөнәсәбәтле. □ Генетический. Генетик уҙгәрештәр. Генетик әйләнеш. Генетик ысул. Генетик асыш. Генетик аҙыҡ.
ГЕНЕТИКА [рус. < гр. genetıkos ‘килеп сығыш’] (Р.: генетика; И.: genetics; Т.: genetik) и.
Организмдың нәҫелдән нәҫелгә күсеү һәм үҙгәреү закондарын һәм улар менән идара итеү ысулдарын өйрәнә торған фән.
□ Генетика. / Генетический. Генетиканың йылдам уҫеше. ■ Генетика мәғлумәттәре ҡәҙимге кешене лә, эшкә яллаусыны ла, страховкалау һәм хокуҡ һаҡлау органдарын да ҡыҙыҡһындыра. «Башҡортостан ҡыҙы», №2, 2012.
ГЕНЕТИК ИНЖЕНЕРИЯ (Р: генетическая (генная) инженерия; И.: genetic engineering; T.: genetik mühendisliği) и.
Биологияла һәм генетикала тәбиғәттә булмаған гендар ҡушылмаһын барлыҡҡа килтереү методтары, алымдары, технологиялар йыйымы. □ Генетическая инженерия. Генетик инженерия XX быуаттың 70-се йылдар башында барлыҡҡа килә.
ГЕНИАЛЛЕК (гениаллеге) (Р: гениальность; И.: genius, brilliance, greatness; T.: dahilik) и.
Юғары интеллектуаль һәләтлелек; даһилыҡ. □ Гениальность. Шопендың гениаллеге.
ГЕНИАЛЬ (Р: гениальный; И.: of genius; T.: dahi) с.
1. Юғары һәләткә, оло аҡылға эйә булған; даһи (кеше тураһында). □ Гениальный. Гениаль аҡыл эйәһе. Гениаль әҙәбиәтсе.
2. Юғары һәләт, оло аҡыл емеше булған (әҫәр, ижад емеше тураһында). □ Гениальный. Гениаль фекер. ■ Сәнғәттең иң юғары, иң талантлы, иң гениаль төрө — халыҡ сән-ғәте. Ф. Нәҙершина. 88 йәшлек Микеланджело, мәрмәр таш менән булышып, гениаль әҫәрен уйып яһай. «Шоңҡар», № 8, 2011.
ГЕНИЙ [рус. < лат. genius < gignere ‘барлыҡҡа килтереү, тыуҙырыу’| (Р: гений; И.: genius; T.: dahi) и. кит.
Юғары һәләт, оло аҡыл һәм шул һәләт һәм аҡылға эйә булған кеше; оло аҡыл эйәһе; даһи. □ Гений. Йәш компьютер генийы. Энциклопедист-ғалим ғына тугел — гений ул. ■ Улар янында мин — гений! Н. Асанбаев.
ГЕНИЙҘАРСА (Р: гениально; И.: like a genius; brilliantly; T.: dahice) р.
Генийҙарға хас булғанса. □ Гениально. Генийҙарса фекер йөрөтөу. Генийҙарса ҡыланыу.
ГЕНОМ [рус. < ингл. genome < гр. genos ‘сығанаҡ, килеп сығыу’] (Р: геном, И.: genome; T.: genom) и. биол.
Күҙәнәктәге гендар йыйылмаһы. □ Геном. / Геномный. Геном составы. ■ Вирустарҙың нуклеин кислотаһы молекулаһы йәки уларҙың геномы (гендар йыйылмаһы), хужа куҙәнәктең хромосомаларына ҡушылып, йәшәуен дауам итә ала. Башҡортостан календарынан.
ГЕНОТИП [рус. < гр. genos ‘килеп сығыш’ + typos ‘өлгө, форма’] (Р: генотип; И.: genotype; T.: genotip) и. биол.
Организмдың нәҫелдән килгән булмышы, нигеҙе; бөтә төр гендарҙың йыйылмаһы.
□ Генотип. ■ Үрсеу ваҡытында организм аша алған гендарҙың бөтәһен бергә (нәҫелдән нәҫелгә кусеусе факторҙарҙы) генотип тип атайҙар. Башҡортостан календарынан.
ГЕНОФОНД [рус. < гр. genos ‘килеп сығыш’ < фр. fond ‘нигеҙ’] (Р: генофонд; И.: gene pool; T.: gen havuzu) и.
Бер популяцияға хас гендар төркөмө.
□ Генофонд. ■ Һуҙ көсөнөң, һәр ваҡыт ҡабатлап, иҫкәртеп-әйтеп тороуҙың тәьҫире көслө икән, тәрбиә эшендә был ысулды файҙалана һәм әсәләр аша халҡыбыҙ генофондын яҡшыртыуға өлгәшә аласаҡбыҙ. М. Бураҡаева.
154