Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 155


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГЕОГРАФИЯ
ГЕНОЦИД [рус. < гр. genos ‘килеп сығыш’ < лат. caedo ‘үлтерәм’] (Р.: геноцид; И.: genocide; T.: soykırım) и.
Айырым бер халыҡ төркөмөн милләтенә, расаһына, диненә ҡарап юҡ итеү сәйәсәте.
□ Геноцид. Геноцид сәйәсәте. ■ [Рафиҡ Камалетдинович:] Иҡтисади эгоизм — геноцидтың бер төрө. Л. Якшыбаева. [Арынбаҫаров:] Тотош бер республикаға ҡарата яһалған иң ҙур енәйәт бит был! Геноцид! Д. Бүләков.
ГЕНПЛАН [рус. генеральный план} и. ҡар. генераль план.
ГЕНШТАБ [рус. генеральный штаб} и. ҡар. генераль штаб. ■ Таһир генштабтан килгән капитан Ковальчук менән эскадронға, алғы оборона һыҙаттарына китте. Картотека фондынан.
ГЕНӘ киҫ. ҡар. ҡына II. ■ Үҙен ат биленә арҡыры ташлап, ҡайҙалыр алып китеуҙәрен дә, йыуан-йыуан бурәнәләрҙән арлы-бирле генә әтмәләп һалынған ҙур аранға индереп бикләуҙәрен дә сала-салпы ғына хәтерләй Көмөш Тамсы. Ә. Хәкимов. Бына әле генә сахраларҙа йәш ҡолондай сабып уйнаным; бына әле генә Һаҡмар буйын йәш ҡолондай сабып буйланым, бына әле генә сәскәләрҙе өҙөп алып айға ҡаҙаным; бына әле генә айға менеп, сәскәләргә көлөп ҡараным, бына әле генә ҡыҙыл гөлдөң ҡыҙыл нурын һиптем йөҙөмә; бына әле генә фирҙәуестән урын алып төштөм уҙемә. Ш. Бабич.
ГЕО... [рус. < гр. gö ‘Ер’] (Р: гео...; И.: geo...; Т.: geo...)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «ергә, ер ҡыртышына бәйле» мәғәнәһен биргән тәүге өлөшө.
□ Гео... (первая часть сложных слов, вносящая значение «относящийся к земной коре, недрам земли»). Геоботаника. География. Геофизика. Геохимия.
ГЕОАКУСТИКА [рус. < гр. ge ‘Ер’ + akustikos ‘ишетеү, тыңлау’] (Р: геоакустика; И.: geoacoustics; T.: geoakustik) и. физ.
Физиканың ультратауыш, инфратауыш, тауыш тулҡындары ярҙамында ерҙең төҙөлөшөн өйрәнеүсе бер бүлеге. □ Гео
акустика. / Геоакустический. Геоакустика лабораторияһы.
ГЕОБОТАНИКА [рус.<гр. ge Ер’ + botanike ‘үҫемлек, үлән’] (Р: геоботаника; И.: geobotany; T.: geobotanik) и. бот.
Ботаниканың ерҙә үҫемлектәр берлеген һәм уларҙан барлыҡҡа килгән үҫемлек ҡатламын өйрәнеүсе бер бүлеге. □ Геоботаника. / Геоботанический. Геоботаника картаһы.
ГЕОГРАФ [рус. < гр. ge ‘Ер’ + graphein ‘яҙыу’] (Р: географ; И.: geographer; Т.: coğrafyacı) и.
1. География буйынса белгес. □ Географ. Географҡа уҡыу. Географ булыу.
2. География уҡытыусыһы. □ Географ. Мәктәпкә яңы географ килде.
ГЕОГРАФИК (Р: географический; И.: geographic(al); T.: coğrafi) с.
1. Географияға хас, географияға бәйле. □ Географический. Географик карта. Географик киңлек.
2. Географияға бәйле рәүештә, ер өҫтө төҙөлөшөнән, тәбиғәт шарттарынан сығып ҡаралған. □ Географический. Башҡортостандың географик урыны яҡшы.
ГЕОГРАФИЯ [рус. < гр. ge ‘Ер’ + graphein ‘яҙыу’] (Р: география; И.: geography; Т.: coğrafya) и.
1. Ер өҫтөн, ундағы тәбиғи шарттарҙы, геологик үҙгәрештәрҙе өлөштәргә бүлеү, климат, халыҡтарҙың урынлашыуын һәм иҡтисади сығанаҡтарҙы өйрәнеп дөйөмләштерә торған фәндәр комплексының берҙәм атамаһы. □ География. / Географический. География йәмғиәте. Физик география. Иҡтисади география. ■ Башҡортостан географияһы уҙ эсенә төрлө тәбиғәт шарттарын ала. Башҡортостан календарынан. Дини китаптарҙан тыш донъяуи фәнделә өйрәтте хәҙрәт. Математикаһын да, географияһын да, тарихын да белдерергә тырышты. Т. Гарипова. [Зиннәт йәнә туҡтаны:] Кайҙа табан атларға? Уң яҡта — ректорат, һул яҡта — география факультеты. Икеһелә кәрәкмәй. 3. Ураҡсин.
155