ГЕОДЕЗИК
2. Ер йөҙөндә йәки айырым бер урында нимәнеңдер таралыу даирәһе; ареал. □ География распространения чего-л. ■ Эшҡы-уарлыҡтың үҫешенә география ла, урындағы халыҡтың ҡыҙыҡһыныуҙары ла ҙур йоғонто яһай. «Йәшлек», 10 июнь 2010.
ГЕОДЕЗИК (Р.: геодезический; И.: geodesic, geodetic; T.: jeodezi) с.
Геодезияға ҡараған, геодезия менән бәйле булған. □ Геодезический. Геодезиклиния. Геодезик прибор.
ГЕОДЕЗИСТ [рус.] (Р: геодезист; И.: land-surveyor; T.: jeodezi uzmanı) и. геол.
Геодезия буйынса белгес. □ Геодезист. Геодезистар йәйләүе. Геодезистар отряды.
ГЕОДЕЗИЯ [рус. < гр. geödaisia < ge ‘Ер’ + daio ‘бүләм, айырам‘] (Р: геодезия; И.: geodesy; T.: jeodezi, yerölçüm) и. геол.
Ерҙең һәм ер өҫтөндәге айырым урындарҙың күләмен, формаһын өйрәнеп, шуларҙың майҙанын үлсәп, планға һәм картаға төшөрөү менән шөғөлләнгән фән. □ Геодезия. / Геодезический. Геодезия һыҙмалары. Геодезия тошөрөүҙәре.
ГЕОЛОГ [рус.] (Р: геолог; И.: geologist; T.: jeolog) и.
Геология буйынса белгес. □ Геолог. 9 Ана теге аҡлан! Геологтар палаткаларын шул тирәгә ҡорғайны. И. Теләүембәтов. Йыһанды асыуға ошо металл ятҡылыҡтарын тапҡан геологтар ҙа ҙур өлөш индергән булып сыға. М. Моталов.
ГЕОЛОГИК (Р: геологический; И.: geological; T.: jeolojik) с.
1. Геологияға мөнәсәбәтле. □ Геологический. Геологик эҙләнеүҙәр. К Бындай билдәләрҙе нефть, газ һәм башҡа ҡаҙылма байлыҡтарҙы эҙләү өсөн файҙаланыу геологик эҙләнеүҙең геоботаник ысулы тип атала. Д. Бураҡаев.
2. Ер тарихына, ер ҡатламдарының төҙөлөшөнә мөнәсәбәтле. □ Геологический. Ер шарының геологик дәүере.
ГЕОЛОГИЯ [рус. < гр. ge ‘Ер’ + logos ‘фән, тәғлимәт’] (Р: геология; И.: geology; Т.: jeoloji) и.
1. Ер ҡатламдарының төҙөлөшөн, үҫешен, тарихын, ҡаҙылма байлыҡ ятҡылыҡтарын өйрәнә торған фән. □ Геология. / Геологический. Геология әлкәһендә эшләү. Геология картаһы.
2. Ниндәйҙер урындағы ер ҡабығының төҙөлөшө. □ Геология. Урал геологияһы. Диңгеҙ төбөнөң геологияһы.
ГЕОЛОГИЯ РАЗВЕДКАҺЫ (Р: геологическая разведка; И.: geological prospecting; T.: jeolojik araştırmalar) и. геол.
Tay ҡаҙылмалары ятҡылыҡтарын табыу маҡсатында алып барылған геологик эҙләнеүҙәр. □ Геологическая разведка. Геология разведкаһы яланы. ■ Тәбиғәт комплексы үҙенсәлектәренә бәйле, тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәһендә геология разведкаһы, тау тоҡомо сығарыу, ағас ултыртыу, төҙөлөш, мал көтөү һәм башҡа эштәр тыйыла. «Башҡортостан», 16 октябрь 2010.
ГЕОЛОГОРАЗВЕДКА [рус. геологическая разведка] и. ҡар. геология разведкаһы. Геологоразведка яланы.
ГЕОЛОГОРАЗВЕДЧИК (геологораз-ведчигы) [рус. геологический разведчик] (Р: геологоразведчик; И.: prospector; T: maden arayıcısı) и. геол.
Геология разведкаһы менән шөғөлләнгән кеше. □ Геологоразведчик. ■ Шундай осраҡ та теркәлгән: муниципаль район башлыҡтары беҙҙең геологоразведчиктарҙы эш урынына үткәрмәгән. Улар был осраҡта хеҙмәткәрҙәребеҙҙең район милкенә зыян килтереүҙәренә һылтана. «Йәшлек», 18 май
2010.
ГЕОМАГНЕТИЗМ [рус. < гр. ge Ер’ + magnetis (lithos) ‘магнитлы (таш)’| (Р: геомагнетизм; И.: geomagnetism; T: yersel magnetizma) и. физ.
1. Ерҙең магнит ҡыры. □ Геомагнетизм.
2. Ерҙең тартыу көсө. □ Геомагнетизм. Геомагнетизмды тойоу.
3. Ерҙең магнит ҡырының килеп сығышын һәм тәбиғәтен өйрәнеүсе геофизика фәненең бер бүлеге. □ Геомагнетизм.
156