ГЕОТЕРМИК
■ Геомагнетизм фәне — геофизиканың бер тармағы. Башҡортостан календарынан.
ГЕОМАГНИТ (Р.: геомагнитный; И.: geomagnetic; T.: jeomanyetik) с.
Геомагнетизм һәм уны өйрәнеүгә бәйле. □ Геомагнитный. ■ 3 апрелдә көслө булмаған геомагнит дауылдар булыуы ихтимал. «Урал», 1 апрель 2011. Яҙғы-көҙгө көн торошо уҙенең тотороҡһоҙ геомагнит фоны, атмосфера баҫымы, температураның, ел йунәлешенең кинәт уҙгәреуе менән ҡан тамырҙарының ҡапыл ҡыҫылыуына килтерә. «Йәшлек», 12 ғинуар 2010.
ГЕОМЕТР [рус. < гр. ge ‘Ер’ + metreo ‘үлсәйем‘] (Р.: геометр; И.: geometrician; Т.: geometri uzmanı) и.
Геометрия белгесе. □ Геометр. Мишель Шаль — танылған француз геометры.
ГЕОМЕТРИК (Р: геометрический; И.: geometric(al); T.: geometrik) с.
1. Геометрияға мөнәсәбәтле. □ Геометрический. Геометрик фигура. Геометрик һыҙма. Геометрик рәт. Геометрик есем.
■ Стеналарҙағы ҡаҙаҡтарға кургәҙмә материалдар ҡатлап-ҡатлап эленгән, өҫтәлдә глобус, геометрик линейка, ҡара һауыттары, класс журналдары тулып ята. Н. Мусин.
2. Өскөл, дүрткел кеүек төрлө схематик фигураларҙан ғибәрәт булған. □ Геометрический. Геометрик биҙәк.
ГЕОМЕТРИК ПРОГРЕССИЯ (Р: гео метрическая прогрессия; И.: geometric progression; T.: geometrik dizi) и. мат.
Һәр һаны алда торған һанды тотороҡло ҡабатлаусыға ҡабатлағандан барлыҡҡа килгән һандар теҙмәһе. □ Геометрическая прогрессия. ■ Һуңғы йылдарҙа .. юлдарҙа ҡатын-ҡыҙ идара иткән автомобилдәр һаны геометрик прогрессияла арта. «Салауат», 15 май 2010. Китап, лекцияларын олпат һәм етди ҡиәфәт менән тотоп йөрөусе, белдекле ҡиәфәт менән уҡыу залдарында ултырыусы йәштәр һаны геометрик прогрессия тиҙлеге менән арта. «Торатау», 25 ғинуар 2010.
ГЕОМЕТРИЯ [рус. < гр. gё ‘Ер’ + metreo ‘үлсәйем‘] (Р: геометрия; И.: geometry; Т.: geometri) и.
Математиканың арауыҡтағы формаларҙы һәм еҫемдәрҙең бер-береһенә булған мөнәсәбәтен өйрәнә торған бүлеге. □ Геометрия. / Геометрический. Геометрия дәресе. Геометрия уҡытыусыһы. Геометрия дәфтәре. Геометрия беҙҙең эраға тиклем икенсе мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән.
ГЕОМОРФОЛОГИЯ [рус. < гр. gё ‘Ер’ + тогрһё ‘форма’ + logos ‘белем, тәғлимәт’] (Р.: геоморфология; И.: geomorphology; Т.: jeomorfoloji, yer biçimbilim) и.
Ер өҫтө (океан һәм диңгеҙ төбө) төҙөлөшөн, уларҙың килеп сығышын һәм үҫеш тарихын өйрәнеүсе фән. □ Геоморфология. Геоморфология мәғлумәттәре ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын эҙләуҙә, яңы юлдар һалыу һәм төрлө әһәмиәттәге төҙөлөштәр проекттарын эшләуҙә файҙаланыла.
ГЕОПОЛИТИКА [рус. < гр. gё ‘Ер’ + politike ‘дәүләт менән идара итеү сәнғәте’] и. ҡар. геосәйәсәт.
ГЕОРГИН [рус. < нем. Georg', ‘ботаника фәне белгесе Иоган Георги фамилияһынан’] (Р: георгин; И.: dahlia; T.: yıldızçiçeği) и. бот.
Ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, тамырынан үрсей торған эре сағыу сәскәле күп йыллыҡ баҡса гөлө. □ Георгин. / Геор-гиновый (лат. Dahlia). Георгин сәскәһе. Георгин орлоғо.
ГЕОСӘЙӘСӘТ (Р: геополитика; И.: geopolitics; T.: geopolitika, hendesi siyaset) и.
Илдең сит илдәр менән мөнәсәбәтенә, сәйәсәтенә географик факторҙарҙың йоғонтоһо. □ Геополитика. / Геополитический. Геосәйәсәт менән шөғөлләнеу.
ГЕОТЕРМАЛЬ (Р: геотермальный; И.: geothermal; T.: jeotermal) с.
Ерҙән килгән йылы. □ Геотермальный. Геотермаль энергетика.
ГЕОТЕРМИК I [рус. < гр. gё Ер’ + thernw ‘йылы’] (Р: геотермик; И.: expert in geothermetics; Т.: jeotermal uzmanı) и.
157