ГЕРБАЛАЙФ
Бесәйҙәр ғаиләһенә ҡараған эре йыртҡыс хайуан. □ Гепард (лат. Acinonyx jubatus). Азия гепарды. Төрөкмән гепарды.
ГЕПАРИН [рус. < гр. һёраг ‘бауыр’] (Р.: гепарин; И.: heparin; Т.: heparin) и. мед.
Ҡанды ойоуҙан һаҡлай торған матдә.
□ Гепарин. Гепарин ҡабул итеу.
ГЕПАТИТ [рус. < гр. hepatitis < һёраг ‘бауыр’] и. ҡар. һары II. Эпидемик гепатит. Гепатит йоҡтороу.
ГЕР [рус. гиря] (Р.: гиря; И.: weight; Т.: tartı) и.
1. Металдан үҙенсәлекле формала һәм төрлө ауырлыҡта яһалған үлсәү ҡорамалы.
□ Гиря (металлический груз, служащий мерой при взвешивании). ■ Аптека улсәуҙәре өсөн бик ваҡ ҡына, бер нисә грамлы ғына ялтыр герҙәр була. Башҡортостан календарынан. • Бизмән менән гер бергә, ҡатын менән ир бергә. Мәҡәл.
2. спорт. Ауыр атлетикала күнегеүҙәр яһау өсөн ҡулланылған спорт снаряды.
□ Гиря (спортивный снаряд). Герҙә көс һынашыу. Гер кутәреу.
3. Механизмды хәрәкәткә килтереү өсөн тағылған ауырлыҡ. □ Гиря (подвесной груз). Сәғәттең герен тартып ҡуйыу.
ГЕРА [рус. < гр. Нёга] (Р: Гера; И.: Hera; Т.: Нега) и. миф.
(баш хәреф менән) Боронғо грек мифологияһында Ер алиһәһе. □ Гера (царица богов, жена Зевса в античной мифологии). М Гера — ғаилә усағын һаҡлаусы. Башҡортостан календарынан.
ГЕРАКЛ [рус. < гр. НёгаЫёз] (Р: Геракл; И.: Heracles, Hercules; Т.: Herakles) и.
1. (баш хәреф менән) миф. Боронғо грек мифологияһында: Зевстың улы. □ Геракл (в мифах древних греков — сын Зевса). ■ Артабан Искәндәр Зөлҡәрнәйҙең империяһы тарҡалыуға китә. Власҡа талаш барышында уның бөтөн яҡындары һәм ғаиләһе һәләк була. Әсәһе Олимпиада, һеңлеһе Клеопатра, Роксананан тыуған улы Александр IV, ҡол ҡатындан тыуған улы Геракл да — бөтәһе лә ултерелә. «Шоңҡар», № 7, 2011. Иҙел ба
тыр юлыҡҡан ситуация ла грек мифы геройы Геракл юлыҡҡан ситуацияға типик яҡтан оҡшаш. Ф. Нәҙершина.
2. кусм. Бик көслө кеше, атлет. □ Геракл. Геракл көсө һиндә.
ГЕРАЛЬДИК (Р.: геральдический; И.: heraldic; T.: arma) с.
Гербтарға мөнәсәбәтле. □ Геральдический. Алтын — төп гералъдик металл. ■ Кешеләр уҙҙәренең гералъдик билдәләрендә булмышын, тамырҙарын .. сағылдырған. Герб һурәте буйынса уларҙың маҡсатын, уҙ-уҙен тотошон, холҡон белергә мөмкин. «Йәшлек», 20 февраль 2010.
ГЕРАЛЬДИКА [рус. < гр. heraldus ‘һөрәнсе, белдереүсе’] (Р: геральдика; И.: heraldry, heraldics; T.: arma bilgisi) и.
Тарих фәненең гербтарҙы өйрәнеүсе бүлеге. □ Геральдика. / Геральдический.
■ Кояш геральдикала төп фигура булып йыш ҡулланыла. Башҡортостан календарынан. Шулай уҡ йәмғиәт тормошонда мөһим урынды геральдика алып тора. Ул да беҙгә тарих төпкөлөнән килгән. «Йәшлек», 20 февраль 2010.
ГЕРБ [рус. < пол. herb < нем. Erbe ‘мираҫ’] (Р: герб; И.: coat of arms; arms; T.: arma) и.
Дәүләт, ҡала, ырыу, предприятие, ижтимағи төркөмдөң рәсми тамғаһы, байраҡтарҙа, аҡсаларҙа, мисәттәрҙә һ. б. ҡуйыла. □ Герб. / Гербовый. Дәуләт гербы. Башҡорт -остан гербы. Рәсәй гербы. Өфө ҡалаһы гербы.
■ Башҡортостан Республикаһының Дәуләт гербы милли биҙәк менән уратып алынған туңәрәк эсендә ҡалҡып килеусе Кояш һәм уның нурҙары ерлегендәге Салауат Юлаев һәйкәле һурәтенән тора. Аҫта ҡурай сәскәһе тажы, Башҡортостан Республикаһының Дәуләт флагы төҫтәренә буялған, аҡ төҫөнә «Башҡортостан» тип яҙылған таҫма һурәтләнгән. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһынан.
ГЕРБАЛАЙФ [рус. < ингл. herbalife < лат. herba ‘үләндәр’ + ингл. life ‘тормош’] (Р: гербалайф; И.: herbalife; T.: herbalife) и. мед.
159