ГЕРБАРИЙ
Диета ваҡытында ашай торған үҫемлек сығанаҡлы продукт. □ Гербалайф. Гербалайф препараты.
ГЕРБАРИЙ [рус. < лат. herbarium ‘үләнле’] (Р.: гербарий; И.: herbarium; Т.: herbaryum) и.
1. Киптереп йыйылған үҫемлектәр йыйылмаһы. □ Гербарий. / Гербарный. Гербарий йыйыу. Урман үҫемлектәре гербарийы. Башҡортостан үҫемлектәренең гербарийы.
2. Шундай коллекцияларҙы өйрәнгән, һаҡлаған, системаға һалған ойошма йәки ойошманың бүлеге. □ Гербарий. / Гербарный. Мәктәп гербарийы. Гербарийҙа экскурсияла булыу. ■ Мәскәү университетының гербарийы миллионға яҡын үҫемлектән тора. Башҡортостан календарынан.
ГЕРБИЦИД [рус. <лат. herba ‘үләндәр’ + caedo ‘үлтерәм’] (Р.: гербицид; И.: herbicide; T.: herbisit) и. хим.
Ҡый үләндәрен бөтөрөү өсөн ҡулланыла торған химик препарат. □ Гербицид. / Гербицидный. Гербицид менән ағыуланыу. Гербицидтар ҡулланыу. БР Фәндәр академияһының Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫешен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технологик институты. В Тупраҡтағы химик ашламалар, пестицидтар, гербицидтар кеше организмына ғәйәт ҙур зыян килтерә. «Йәшлек», 1 октябрь 2011.
ГЕРБИЦИДЛЫ (Р: гербицидный; И.: herbicidal; T.: herbisitli) с.
Гербицидҡа бәйле. □ Гербицидный. Гербицидлы йәшелсәләр. Гербицидлы үҫемлектәр.
ГЕРБ ЙЫЙЫМЫ (Р: гербовый сбор; И.: stamp duty; T.: pul vergisi) и. фин.
Гражданлыҡ, хоҡуҡи эштәрҙе рәсми-ләштергәндә дәүләт гербы төшөрөлгән махсус ҡағыҙҙы йәки маркаларҙы файҙаланыу юлы менән алына торған махсус йыйым. □ Гербовый сбор.
ГЕРБЛЫ (Р: гербовый; И.: heraldic; Т.: damgalı) с.
Гербы булған, герб төшөрөлгән. □ Гербовый. Герблы мөһөр. Герблы танытма.
ГЕРБЛЫ ҠАҒЫҘ (Р: гербовая бумага; И.: stamped paper; T.: pul kâğıdı) и.
Акттар һәм документтар әҙерләү өсөн ҡулланылған махсус ҡағыҙ. □ Гербовая бумага. Герблы ҡағыҙға дәүләт гербы төшөрөлә.
ГЕРБЛЫ МАРКА (Р: гербовая марка; И.: revenue stamp; T.: posta pulu) и.
Түләү билдәһе итеп документҡа йәбештерелгән марка. □ Гербовая марка. Герблы марка өлгөһө.
ГЕР КӨЙӘНТӘҺЕ и. диал. ҡар. үлсәү. Гер көйәнтәһе менән үлсәп алыу.
ГЕРКУЛЕС [рус. < лат. Hercules] (Р: Геркулес; И.: Hercules; T: Herkül) и.
1. (баш хәреф менән) миф. Боронғо рим мифологияһында: ғәҙәттән тыш физик көс менән айырылып торған герой, Геракл. □ Геркулес (в римской мифологии бог и герой).
2. күсм. Ныҡ көслө кеше. □ Геркулес. / Геркулесовский. Геркулес кеүек көслө. Геркулес көсө.
3. күсм. Махсус эшкәртелгән һоло ярмаһы. □ Геркулес. / Геркулесовый. Геркулес бутҡаһы. В Тәбиғи емдәр исемлегенә шулай уҡ үҫемлектән әҙерләнгән алдағыстар ҙа инә: .. борсаҡ, башаҡлылар бөртөктәре, манный, тары ярмаһы, кукуруз, бешкән картуф, геркулес. Был емгә сабаҡ, ҡорман, һаҙан һәм башҡа балыҡтар һәйбәт ҡаба. «Йәшлек», 30 апрель 2009.
ГЕРКУЛЕС-ҠУҢЫҘ (Р: жук-геркулес; И.: Hercules beetle; T: gergedan başlı böcek) и. зоол.
Мөгөҙлө ҡара төҫтәге ҡуңыҙ. □ Жук-геркулес (лат. Dynastes hercules). В Геркулес-ҡуңыҙ — Ер шарындағы иң ҙур ҡуңыҙҙарҙың береһе. Башҡортостан календарынан.
ГЕР КҮТӘРЕҮ (Р: гиревой спорт; И.: weight-lifting; T: ağırlık kaldırma) и. спорт.
Ауыр атлетиканың бер төрө. □ Гиревой спорт. Гер күтәреү менән мауығыу. Гер күтәреү — көслө кешеләр спорты. В Шығырым тулы клубта өс ауыл егете, гер күтәреү, турникта күтәрелеү һәм башҡа спорт ярыштарында ҡатнашып, үҙҙәренең таһыллығын,
160