ГИПНОЗЛАУ
ГИПЕРТОНИЯ [рус. < гр. hyper 'артыҡ’ + tonos ‘баҫым’] (Р.: гипертония; И.: hypertension; T.: hipertansiyon) и. мед.
1. Мускулдар йәки ҡыуышлы ағзаларҙың тонусы артыу. □ Гипертония. / Гипертонический. ■ Нервы ауырыуҙарына йыш ҡына ҡан тамырҙарының ауырыуы сәбәп була: гипертония, атеросклероз баш мейеһенең туҡланыу процестарын боҙа, уның эшен насарайта. М. Ғатауллин.
2. һөйл. Ҡан баҫымы күтәрелеүгә бәйле ауырыу. □ Гипертония. / Гипертонический. Гипертония менән яфаланыу. ■ Ҡан баҫымы артыу — гипертония ауырыуын барлыҡҡа килтереусе төп фактор. Картотека фондынан. «Ҡан баҫымығыҙ юғары, һеҙҙә гипертония, һис тотҡарһыҙ сара курергә, дауаланырға кәрәк», — ти врач. С. Кулибай. Гипертония менән ауырығанда бал ҡорто ағыуы ҡулланылһа, ул ҡан баҫымын төшөрөргә ярҙам итә. М. Ғатауллин.
ГИПЕРТРОФИИ (Р.: гипертрофированный; И.: hypertrophied; T.: hipertrofi) с. мед.
Теге йәки был ағза-туҡыманың үҫеүе, күләм яғынан артыуына бәйле. □ Гипертрофированный, гипертрофический. ■ [Алкоголь] кешенең һимереуенә һәм йөрәктең ги-пертрофик ауырыуына сәбәп була. Картотека фондынан.
ГИПЕРТРОФИЯ [рус. < гр. hyper ‘артыҡ’ + trophe ‘аҙыҡ’] (Р: гипертрофия; И.: hypertrophy; Т.: hipertrofi) и.
1. мед. Ауырыу йәки ауыр эш эшләү сәбәпле ағзаның йәки уның айырым өлөшөнөң ҙурайыуы. □ Гипертрофия. / Гипертрофический. Енес ағзаһының гипертрофияһы. Йөрәк гипертрофияһы. Ялған гипертрофия. Парлы ағзаларҙың береһе эшсәнлеген юғалтҡанда икенсеһенең гипертрофияһы башлана.
2. кит. Ниндәйҙер күренештең, билдәнең, сифаттың, һәләттең артыҡ ныҡ үҫеүе. □ Гипертрофия. / Гипертрофический. Нигилизм гипертрофияһы.
ГИПЕРТРОФИЯЛАНЫУ (гипертро-фиялан-) (Р: гипертрофироваться; И.: hypertrophy; T.: aşırı büyümek) ҡ.
1. Бер органдың йәки уның бер өлөшөнөң патология булараҡ артыҡ ныҡ ҙурайыуы, үҫеүе. □ Гипертрофироваться. // Гипертрофия. Гипертрофияланған мускулдар.
2. кит. Ниндәйҙер күренештең, билдәнең, сифаттың, һәләттең артыҡ ныҡ үҫеүе.
□ Гипертрофироваться.
ГИПНОЗ [рус. < гр. hypnos ‘йоҡо’] (Р: гипноз; И.: hypnosis; T.: hipnoz) и. мед.
1. Яһалма рәүештә йоғонто яһаған кешенең психологик тәьҫиренә бирелеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тәбиғи йоҡоға яҡын хәл (медицинала дауалау маҡсатында ҡулланыла). □ Гипноз. / Гипнотический. Гипноз хәлендә булыу. Гипноздан сығыу. ■ Гипноз йоҡоһо ваҡытында ауырыу кешегә һуҙ менән көслө тәьҫир итә алыу мөмкинлеген врачтар дауалау өсөн ҡулланалар. М. Ғатауллин.
2. Психотерапия ысулы; кешенең ихтыярына тәьҫир итеү. □ Гипноз. / Гипнотический. Гипноз менән дауалау. Гипноз йоҡоһо өйәнәге. Гипноз сеансы. ■ Екатеринбург медицина институтында уҡытыусы В. И. Репин студенттарҙы гипноз ярҙамында сит ил теленә өйрәтә. М. Ғатауллин.
3. Ҡемдеңдер, нимәнеңдер йоғонто көсө; кемгәлер, нимәгәлер тулыһынса буйһоноу.
□ Гипноз. Шағир шиғырының гипнозы аҫтында булыу.
ГИПНОЗЛАНЫУ (гипнозлан-) ҡ. төш. ҡар. гипнозлау, страд, от гипнозлау. ■ Нисек кенә ауыр булмаһын, Гөлнара ысынбарлыҡҡа ҡайта — был кешенең уға тиң булмауын, уҙенең гипнозланған шикелле йәшәгәнен аңлай. «Йәшлек», 31 ғинуар 2012.
ГИПНОЗЛАУ (гипнозла-) (Р: гипнотизировать; И.: hypnotize, mesmerize; T.: hipnoz-lamak) ҡ.
Гипноз хәленә килтереү; арбау. □ Гипнотизировать. // Гипноз. ■ Психиатрия фәнендә һәм тәжрибәһендә иң таралған, йыш
181