Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 182


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

гипнозсы
ҡулланылған ысул булып һуҙ ярҙамында дауалау һәм гипнозлау тора. М. Гатауллин.
ГИПНОЗСЫ (Р.: гипнотизер; И.: hypnotist; T.: hipnozcu) и.
Гипноз һәләте булған, гипноз менән шөғөлләнеүсе; арбаусы. □ Гипнотизёр. Гипнозсы әбей. ■ [Емеш]уҙендә гипнозсы булырлыҡ ҡылыҡтар бармы-юҡлығы хаҡында баш вата. 3. Биишева.
ГИПНОЛОГ [рус. < гр. hypnos ‘йоҡо’] и. ҡар. гипнозсы. Гипнолог — ул тәу сиратта дауалаусы.
ГИПНОПЕДИК (Р: гипнопедический; И.: sleep learning, hypnopaedia; T.: uykuda telkinle öğretme metodu ile ilgili) c.
1. Гипнопедияға бәйле. □ Гипнопедический. Гипнопедик кабинет. Гипнопедик уҡытыу процесы.
2. Гипнопедияға хас. □ Гипнопедический. Гипнопедик белемдәр.
ГИПНОПЕДИЯ [рус. < гр. hypnos ‘йоҡо’ + paideia ‘уҡытыу, тәрбиәләү’] (Р: гипнопедия; И.: sleep learning, hypnopaedia; T.: uykuda telkinle öğretme metodu) u.
Тәбиғи йоҡо ваҡытында уҡытыу методикаһы. □ Гипнопедия. / Гипнопедический. Гипнопедия ярҙамында сит тел уҙләштереу.
ГИПНОТЕРАПИЯ [рус. < гр. hypnos ‘йоҡо’ + therapeia ‘дауалау’] (P: гипнотерапия; И.: hypnotherapy; T: ipnozla tedavi) u.
Гипноз менән дауалау. □ Гипнотерапия. / Гипнотерапический. Экзистенцио-наль гипнотерапия. Гипнотерапияныц киң таралышы уның төрлө ауырыуҙарҙы дауалағанда уңышлы булыуын курһәтә.
ГИПНОТИЗМ [рус. < гр. hypnos ‘йоҡо’] (Р: гипнотизм; И.: hypnotism; mesmerism; T: hipnotizm) и.
1. Гипноз тураһындағы тәғлимәт. □ Гипнотизм. / Гипнотический. Гипнотизм менән ҡыҙыҡһыныу.
2. Тәьҫир итеү һәләте. □ Гипнотизм./ Гипнотический. Гипнотизм куренештәре. Гипнотизм көсө. Ҡатындың гипнотизмы.
ГИПНОТИК (Р: гипнотический; И.: hypnotic; mesmeric; T: ipnotik) с.
1. Гипнозға бәйле. □ Гипнотический. Гипнотик йоҡо.
2. кусм. Көслө йоғонто яһаған, үҙенең ихтыярына буйһондорған. □ Гипнотизирующий. Гипнотик йоғонто көсө.
ГИПО... [рус. < гр. hypo ‘аҫтында’] (Р: гипо...; И.: hypo...; T: hipo...)
Ҡушма һүҙҙәрҙең «норманан түбән булыу» мәғәнәһен биреүсе тәүге өлөшө. □ Гипо... (первая часть сложных слов, вносящая значение «уменьшение чего-л., снижение по отношению к какой-л. норме»). Гипохло-рид. Гиподерма.
ГИПОДИНАМИК (Р: гиподинамиче-ский; И.: hypodynamic; T.: hipodinami) с.
Гиподинамияға бәйле. □ Гиподинами-ческий. Гиподинамик синдром. Гиподинамик тормош һөҙөмтәһе.
ГИПОДИНАМИЯ [рус. < гр. hypo ‘аҫтында’ + dynamis ‘көс’] (Р: гиподинамия; И.: hypodynamia; adynamia; T.: egzersiz eksikliği) и.
1. Хәрәкәтләнеүҙең сикләнеүе (эшмәкәрлек характеры, йәшәу рәуеше һөҙөмтәһендә)', әҙ хәрәкәтсәнлек (организмдың ниндәйҙер функциялары боҙолоуының сәбәбе булараҡ). □ Гиподинамия. / Гиподинами-ческий. Матдәләр алмашыныуының боҙо-лоуына гиподинамия сәбәпсе булды. Гиподинамия мускулдарға ғына тугел, бутән органдарға ла кире йоғонто яһай.
2. мед. Әҙ хәрәкәт итеү һөҙөмтәһендә организмдың мускул эшмәкәрлегенең көс-һөҙләнеүе. □ Гиподинамия./ Гиподимиче-ский. Гиподинамия нигеҙендә һимереу.
ГИПОКСИК (Р: гипоксический; И.: hypoxemic, hypoxic; T: hipoksi) с. мед.
Гипоксияға бәйле. □ Гипоксический. Ги-поксик коллапс. Гипоксик эффект.
ГИПОКСИЯ [рус. < гр. hypo ‘аҫтында’ + лат. oxy(genium) ‘кислород’] (Р.: гипоксия; И.: hypoxia; Т: hipoksi, oksijen kıtlığı) и. мед.
Тән туҡымаларында кислород аҙайыуы; кислород етешмәү. □ Гипоксия. / Гипоксический. Гипоксия фазаһы. Гипоксия хәлендә булыу.
182