Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 183


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

гипотоник
ГИПОСТАЗ [рус. < гр. hypo ‘аҫтында’ + stasis ‘туҡтау’] (P.: гипостаз; И.: hypostasis; T.: hipostaz) и. мед.
Тәндең аҫҡы өлөшөндә ҡан йөрөшө туҡ-тауы. □ Гипостаз. / Гипостатический. Йөрәк эшмәкәрлеге көсһөҙләнеуе арҡаһында барлыҡҡа килгән гипостаз.
ГИПОСТАТИК (Р.: гипостатический; И.: hypostatic; T: hipostaz) с.
Гипостазға бәйле. □ Гипостатический. Гипостатик плеврит. Гипостатик пневмония.
ГИПОТАКСИК с. лингв, ҡар. эйәртеүле.
Гипотаксик позиция.
ГИПОТАКСИС [рус. < гр. hypotaxis] (Р: гипотаксис; И.: hypotaxis; T: bağlaçlı birleşim) и. лингв.
Ҡушма һөйләм төҙөлгәндә ҡулланылған эйәртеүле бәйләнеш. □ Гипотаксис. / Гипо-таксический. Гипотаксис булғанда, ҡушма һөйләм эсендәге ябай һөйләмдәр бер-береһе-нә төрлө бәйләусе саралар ярҙамында (тер-кәуестәр, бәйләуестәр, алмаштар) эйәреп киләләр.
ГИПОТАЛАМУС [рус. < гр. hypothalamus] (Р: гипоталамус; И.: hypothalamus; Т: hipotalamus) и. мед.
Баш мейеһенең организмдың бер бөтөн булып эшләүен тәьмин иткән бүлеге. □ Гипоталамус. / Гипоталамический. Баш мейеһенең гипоталамус өлөшө.
ГИПОТЕЗА [рус. < гр. hypothesis ‘фараз итеү’] (Р: гипотеза; И.: hypothesis; Т: varsayım, hipotez) и.
Ниндәйҙер хәл, күренештең барлыҡҡа килеүе, асылы хаҡындағы фәнгә нигеҙләнеп алдан әйтелгән, ләкин дөрөҫлөгө тәжрибә нигеҙендә әлегә иҫбатланмаған фекер; ғилми фараз. □ Гипотеза. Гипотезаға ҡороу. Гипотезаға нигеҙләнеп фекер йөрөтөу. ■ Был гипотеза яҡлы ғалимдарҙың фекеренсә, яңғыҙ тауҙар — боронғо йылғалар йыуғандан ҡалған ҡалҡыулыҡтар. Д. Бураҡаев. Губ-киндың гипотезаһы буйынса, өс мең метр тәрәнлектәге кристаллик массивтарҙа ҡа
лын ҡатламлы песчаниктар булырға тейеш. Г. Ибраһимов.
ГИПОТЕНУЗА [рус. < гр. hypoteinusa] (Р: гипотенуза; И.: hypotenuse; T: yatık kenar) и. мат.
Тура мөйөшлө өсмөйөштөң тура мөйөшкә ҡаршы ятҡан яғы. □ Гипотенуза. Гипотенузаның квадраты катеттар квадратының суммаһына тиң.
ГИПОТЕРМАЛЬ (Р: гипотермальный; И.: hypothermal; T: hipotermal) с.
1. Йылы, йылымыс. □ Гипотермальный. Гипотермаль сығанаҡ. Гипотермальминераль һыуҙар.
2. Бик ҙур тәрәнлектә барлыҡҡа килгән.
□ Гипотермальный. Гипотермаль ятҡылыҡтар.
ГИПОТЕРМИК (Р: гипотермический;
И.: hypothermal; T: hipotermi) с. мед.
Гипотермияға бәйле, гипотермияға хас.
□ Гипотермический. Гипотермик процедура. Гипотермик патология.
ГИПОТЕРМИЯ [рус. < гр. hypo ‘аҫтында’ + therme ‘йылылыҡ, эҫелек’] (Р: гипотермия; И.: hypothermia; Т: hipotermi) и. мед.
1. Тән температураһының норманан түбән төшөүе. □ Гипотермия. / Гипотермический. Гипотермияға дусар булыу.
2. Организмды йәки уның берәй өлөшөн дауалау маҡсатында яһалма рәүештә һыуытыу. □ Гипотермия. Яһалма гипотермия. Локаль гипотермия.
ГИПОТЕТИК (Р.: гипотетический; И.: hypothetical; hypothetic; T: varsayımsal, hipotetik) с. кит.
1. Гипотезаға нигеҙләнгән, фараз ителгән. □ Гипотетический, гипотетичный. Ги-потетик фекер. Гипотетик ҡоролош. Гипотетик һығымталар. Гипотетик материк.
2. Шартлы, сама менән әйтелгән. □ Гипотетический, гипотетичный. Гипотетик матдә. Гипотетик заттар.
ГИПОТОНИК I (гипотонигы) [рус.] (Р: гипотоник; И.: hypotonic; T: hipotonik) и. һөйл.
183