гипотоник
Ҡан баҫымы түбәнәйеүҙән ауырыған кеше. □ Гипотоник. Гипотоник һәр ваҡыт йоҡомһорап йөрөй.
ГИПОТОНИК II (Р.: гипотонический; И.: hypotonic; T.: hipotonik) с.
1. Гипотонияға бәйле. □ Гипотонический. Гипотоник кеше.
2. Гипотонияға хас. □ Гипотонический. Гипотоник синдром.
ГИПОТОНИЯ [рус. < гр. hypo ‘аҫтында’ + tonos ‘көсөргәнеш’] (Р.: гипотония; И.: hypotension; T.: hipotansiyon) и. мед.
Ҡан баҫымының ғәҙәттәгенән түбәнә-йеүе. □ Гипотония. / Гипотонический. Кесе мейе гипотонияһы. Мускулдар гипотонияһы. Аң гипотонияһы.
ГИПОТРОФИК (Р: гипотрофический; И.: hypotrophy; T.: atrofi) с.
Гипотрофияға бәйле. □ Гипотрофический. Гипотрофик кардиомиопатия симптомдары.
ГИПОТРОФИЯ [рус. < гр. hypo ‘аҫтында’ + trophT ‘туҡланыу’] (Р: гипотрофия; И.: hypotrophy; Т.: atrofi) и. мед.
1. Ағза йәки уның айырым өлөшөнөң бәләкәсәйеүе. □ Гипотрофия. Тыумыштан килгән гипотрофия.
2. Туҡланыуҙың хроник рәүештә боҙолоуы (ябығыуҙа, ауырлыҡ юғалыуҙа сағылыш таба). □ Гипотрофия. Балаларҙың гипотрофияһы.
ГИПОФИЗ [рус. < гр. hypophysis] (Р: гипофиз; И.: hypophysis; pituitary; T.: hipofiz) и. анат.
Баш мейеһенең төбөндә урынлашҡан, организмдың үҫешенә тәьҫир итә торған эске секреция биҙе. □ Гипофиз. Гипофиз ике өлөштән тора.
ГИППОПОТАМ [рус. < гр. hippos ‘ат’ + potamos ‘йылға’] и. ҡар. бегемот. ■ Мальтаның тәбиғи тарих музейына әүерелдерелгән тағы бер мәмерйәһе Ар Даламда кәрлә филдәр һәм гиппопотамдар ҙа йәшәгән. «Йәшлек», 2 февраль 2008.
ГИПС [рус. < гр. gypsos] (Р: гипс; И.: plaster; gypsum; T: alçı) и.
1. Аҡ йәки һарғылт төҫтәге эзбизле минерал. □ Гипс. / Гипсовый. Гипс ятҡылыҡтары. Төҙөлөш гипсы. Гипстан эшләнгән һын.
2. Шул минералдан яһалған скульптура.
□ Гипс. / Гипсовый. Гипстар галереяһы. Гипстарҙы күргәҙмәгә ҡуйыу.
3. мед. Һынған, сыҡҡан һөйәккә шул минерал менән ҡатырып бәйләгән ҡоршау.
□ Гипс. / Гипсовый. Гипс һалыу. Гипста ятыу. Гипсты алыу.
ГИПСЛАНЫУ (гипслан-) ҡ. төш. ҡар. гипслау, страд, от гипслау. ■ Гипсланған тәне ҡысытып һыҙланы. «Йәшлек», 20 ғинуар 2012.
ГИПСЛАТЫУ (гипслат ) ҡ. йөкм. ҡар. гипслау, понуд. от гипслау. Тиҙ генә гипслатып алып ҡайталар.
ГИПСЛАУ (гипсла-) (Р: гипсовать; И.: plaster; gypsum; T: alçıya almak) ҡ.
1. мед. Гипс һалып ҡатырыу. □ Гипсовать. // Гипсование. Ҡулды гипслау.
2. а. х. Татырлы ерҙе гипс менән ашлау.
□ Гипсовать. // Гипсование. Тупраҡты гипслау.
ГИПСЛЫ (Р: гипсовый; И.: gypsum; Т: alçılı) с.
1. Гипсы булған. □ Гипсовый, с гипсом. Гипслы ер.
2. Гипстан эшләнгән. □ Гипсовый. Гипслы биҙәк.
ГИПСҺЫҘ (Р: без гипса; И.: without gypsum; T: alçısız) c.
Гипсы булмаған. □ Без гипса. Һөйәктәр ҡарауһыҙ, гипсһыҙ көйө арҡыс-торҡос уңалып бөткән.
ГИПЮР [рус. < фр. guipure] (Р: гипюр; И.: guipure, lace; T: gipür) и.
1. Күпертеп эшләнгән биҙәкле селтәр төрө. □ Гипюр. / Гипюровый. Гипюр таҫма.
2. Шундай селтәрҙән эшләнгән туҡыма.
□ Гипюр. / Гипюровый. Гипюр күлдәк. Гипюр яға.
ГИРЛЯНДА [рус. < ит. ghirlanda] (Р: гирлянда; И.: garland; T: girland, askıbezek) и.
1. Сылбыр рәүешендә бәйләнгән сәскәләр, йәшел үҫемлектәр йәки бәләкәй флаг-
184