ГИФ
тар, фонарҙар һ. б. үреме. □ Гирлянда. Ҡағыҙ гирлянда. Байрам гирляндаһы. ■ Тантана һәйкәлгә сәскәләр, мәңгелек утҡа Дан гирляндаһы һалыуҙан башланды. «Йәшлек», 24 апрель 2010.
2. һөйл. Яңы йыл шыршыһына эленгән, бәләкәй электр лампочкаларынан торған биҙәү әйбере. □ Ёлочная гирлянда. Гирлянда һатып алғайным, өс лампочкаһын шунда уҡ алыштырырға тура килде. Шыршы гирляндаһы. Бөтә зал гирляндалар менән биҙәлгәйне.
3. Бер төрлө әйберҙәрҙең сылбырға оҡшатып яһалған теҙеме. □ Гирлянда. Уттар гирляндаһы.
ГИРОСКОП (гироскобы) [рус. < гр. gyros ‘түңәрәк’ + skopeö ‘ҡарайым, күҙәтәм’] (Р.: гироскоп; И.: gyroscope; T.: giroskop) и.
Һәр ваҡыт тотороҡло хәлдә ҡалған, дискыһы һәм ирекле күсәре булған прибор, тотороҡлолоҡто автоматик көйләү өсөн ҡулланыла. □ Гироскоп. / Гироскопический. Квант гироскобы.
ГИРОСКОПИК (Р.: гироскопический; И.: gyroscopic; T.: giroskopik) с.
Гироскопҡа бәйле. □ Гироскопический. Гироскопик приборҙар. Гироскопик тренажёр. Гироскопик компас.
ГИСТОЛОГ [рус. < гр. histos ‘туҡыма’ + logos ‘фән’] (Р: гистолог; И.: histologist; Т.: histoloji uzmanı) и.
Гистология буйынса белгес. □ Гистолог. 1906 йылда физиология һәм медицина әлкәһендә Нобель премияһын ике гистолог ала.
ГИСТОЛОГИК (Р: гистологический; И.: histological; histologic; T.: histolojik) с.
Гистологияға бәйле, мөнәсәбәтле. □ Гистологический. Гистологик анализ. Гистологик атлас.
ГИСТОЛОГИЯ [рус. < гр. histos ‘туҡыма’ + logos ‘фән’] (Р: гистология; И.: histology; T.: histoloji; dokubilim) и. мед.
Күп күҙәнәкле йәнлектәрҙең һәм кешенең туҡыма төҙөлөшөн, эшсәнлеген, килеп сығышын өйрәнеүсе медицина-биология фәне.
□ Гистология. / Гистологический. Дөйөм гистология. Тасуирлау гистологияһы. Айырым ағза-туҡымалар гистологияһы. Экология гистологияһы.
ГИТ [рус. < ингл. heat] (Р.: гит; И.: heat, time-trial; T.: eleme koşusu) и.
1. Аттарҙың ҡыҫҡа араға сабышы. □ Гит. Ҡарат менән Буҙат гиты.
2. Мотоцикл йәки велосипедта уҙышыуҙан торған ярыш. □ Гит. Беренсе гит.
ГИТАРА [рус. < исп. guitarre < гр. kithara] (Р: гитара; И.: guitar; T.: gitar) и.
Оҙон грифлы, һигеҙгә оҡшаған корпуслы, сиртеп уйнай торған ҡыллы музыка ҡоралы. □ Гитара. Ете ҡыллы гитара. Гитарала уйнау. Гитара тауышы.
ГИТАРАСЫ (Р: гитарист; И.: guitarist; T.: gitarcı) и.
Гитарала уйнаусы. □ Гитарист. Гитарасылар ярышы. Иң оҫта гитарасы.
ГИТЛЕРИЗМ [рус.] (Р: гитлеризм; И.: Hitlerism; T.: Hitlerizm, Hitlercilik) и.
Германияла 1933—1945 йылдарҙа булған Гитлер етәкселегендәге фашистик диктатура һәм уның идеологияһы. □ Гитлеризм.
■ Кәбән тартам бер уҙем, ер һөрһәм дә — бер уҙем. Ирҙәребеҙ ҡайтыр әле, дөмөккәс гитлеризм. Таҡмаҡтан.
ГИТЛЕРСЫ (Р: гитлеровец; И.: Hitlerite, Nazi; Т.: Hitler yanlısı) и.
Немец фашистары армияһы һалдаты йәки офицеры. □ Гитлеровец. К Дошман килә, беҙ барабыҙ — ебәрмәйбеҙ ҡалаға. Асыуланып, гитлерсылар бомба ташлай һауанан. Бәйеттән.
ГИТӘМ [ғәр. û^] (Р: холст; И.: canvas, linen; T.: keten bezi) и. иҫҡ.
Туҡыма. □ Холст. ■ Киндер сәстем яр, яр. Киндер гитәм булғанса, килһен бутам яр, яр. Сеңләүҙән.
ГИФ [рус. < гр. һурһё] (Р.: гифы; И.: hyphae; T.: hifler) и. биол.
Бәшмәктәрҙең бәшмәклеге һәм бәшмәклек тәне торған нәҙек кенә епсәләр. □ Гифы.
■ Бәшмәктәрҙең айырылып торған билдәһе — уларҙың вегетатив тән төҙөлөшө.
185