ГЛАДИАТОР
Ул тармаҡланып киткән нәҙек кенә ептәр — гифтарҙан торған бәшмәклек, йәки мицелий. Башҡортостан календарынан.
ГЛАДИАТОР [рус. < лат. gladiator < gladius] (Р.: гладиатор; И.: gladiator; T.: gladyatör) и. тар.
Боронғо Римда: аренала көрәшеү йәки йыртҡыс януар менән алышыу өсөн ҡол һәм әсирҙәрҙән махсус әҙерләнгән көрәшсе.
□ Гладиатор. Гладиаторҙар һуғышы. ■ Әүәле ҡанлы гладиаторҙар алышы ҙур майҙандарҙы шаулатҡан, уға алмашҡа коррида килгән. X. Тапаҡов.
ГЛАДИОЛУС [рус. < лат. gladiolus] (Р: гладиолус; И.: gladiolus; T.: glayöl, kuzgunkılıcı) и. бот.
Ҡыяҡ япраҡлы, төрлө төҫтәге эре сәскәле күп йыллыҡ декоратив үҫемлек. □ Гладиолус. / Гладиолусный (лат. Gladiolus). Гладиолус орлоғо. Гладиолус үҫтереү. Гладиолустың 200 тирәһе төрө бар.
ГЛАЗУРЛАНЫУ (глазурлан-) ҡ. төш. ҡар. глазурлау 1, 2. страд, от глазурлау. Глазурланған перәник. Глазурланған һауыт.
ГЛАЗУРЛАТЫУ (глазурлат-) ҡ. йөкм. ҡар. глазурлау, понуд. от глазурлау. Торттарҙы глазурлатып алыу.
ГЛАЗУРЛАУ (глазурла-) (Р: глазировать; И.: glaze; T.: sırlamak) ҡ.
1. Глазурь (1) менән ҡаплау, өҫтөнә глазурь йүгертеү. □ Глазировать. / Глазирование, глазировка. Һауыт-Һабаны глазурлау. Кирбесте глазурлау.
2. Желе, шәкәр иретмәһе, глазурь (2) менән ҡаплау. □ Глазировать. / Глазирование. Бисквитты глазурлау. Емештәрҙе глазурлау.
ГЛАЗУРЛЫ (Р: глазированный; И.: glaze(d); T.: mineli) с.
1. Ялтырап торған, глазурланған.
□ Глазированный. Глазурлы кирбес. Глазурлы плитка. Глазурлы мәрйен.
2. Глазурь (2) менән ҡапланған, шәрбәткә ҡатырылған. □ Глазированный. Глазурлы сәтләуектәр. Глазурлы булка.
ГЛАЗУРЬ [рус. < нем. Glasur < Gias ‘быяла’] (Р.: глазурь; И.: glaze; icing; Т.: mine) и.
1. Балсыҡ, фаянс һауыт-һабаның өҫтөнә ялата торған махсус ялтырауыҡ иретмә.
□ Глазурь. / Глазированный. Кувшиндарҙы глазурь менән ҡаплау. ■ Сәмәрҡәндтә үзбәк солтандарының мәшһүр вәзире глазурь менән биҙәтеп эшләткән өс мәҙрәсәнең икеһен төҙөүсе Ялантүш Аталыҡтың да сығышы Алчындарҙан булыуын иҫкә алдыҡ. Ә.-З. Вәлиди.
2. кул. Татлы ашамлыҡтарҙың өҫтөн биҙәй торған ҡайнатып әҙерләнгән ҡуйы шәкәр сиробы. □ Глазурь. / Глазированный. Перәниктәрҙең өҫтө глазурь менән ҡапланған. Глазурь ҡайнатыу. Емештәрҙе глазурь менән ҡаплау. Торт өсөн глазурь.
ГЛАМУР [рус. < ингл. glamour ‘ялтырауыҡ’] (Р: гламур; И.: glamour; T.: göz kamaştırıcı) с.
Яһалма рәүештә матур, күркәм, зиннәтле булып күренгән. □ Гламурный. ■ Мәскәүҙә һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа бысраҡ ташҡын булып ағылған гламур китаптарҙың художество ҡиммәте, уларҙа ҡатмарлы заман сағылышы, тормошсан йөкмәтке тураһында һүҙ алып барырлыҡ түгел. Р. Бикбаев. Гламур стиле вәкилдәре тип үткән быуаттың 30— 50-се йылдар йондоҙҙарын атайҙар. Мәҫәлән, Марлен Дитрих, Грета Гарбо, Рита Хейуорт, Элизабет Тейлор. Ә модельерҙар араһында гламур коллекциялы Дольче-Габбана һәм Том Форд айырыла. «Шоңҡар», № 4, 2011.
ГЛ АМУ РЛ ЫҠ (гламурлығы) (Р: гла-мурность; И.: glamor; T.: cazibe) и.
Яһалма матурлыҡ, демонстратив күркәмлек, юрамал эшләнгән зиннәтлелек.
□ Гламурность. Журналдың гламурлығы күҙ яуын алып тора. ■ Гламурлыҡтың төп күрһәткестәре — сифатлы тауарҙан тегелгән кейем һәм зауыҡлы биҙәнеү әйберҙәре, һомғол буй-һын, ымһындырғыс декольте, бейек үксәле туфли... «Шоңҡар», № 4, 2011.
ГЛАНДА [рус. < фр. glande < лат. glans (glandis) ‘имән сәтләүеге’] (Р: гланда; И.: tonsils; T.: bademcik) и. анат.
186