Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 187


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГЛОБАЛЛӘШТЕРЕҮ
1. Аңҡау биҙе. □ Гланда. Гландалары шешкән. Гландаларҙы ҡарау.
2. һөйл. Ҙурайған баҙам биҙҙәре. □ Гланды. Гландаларын алдырыу.
ГЛАСНЫЙ [рус.] (Р.: гласный; И.: town councillor; T.: milletvekili) и. тар. иҫк.
Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә урындағы идаралыҡҡа һайланған кеше. □ Гласный (член собрания срешающим голосом в Российской империи). Өйәҙ земствоһы гласныйҙары. ■ М. Өмөтбаев йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнашҡан: земствоға гласный булып һайланған, Рәсәй география йәмғиәтенең ағзаһы булған, төрлө комиссияларҙа эшләгән. Ғ. Хөсәйенов.
ГЛАУКОМА [рус. < гр. glauköma ‘асыҡ йәшел’ + -ота] и. мед. ҡар. ҡараһыу. Асыҡ мөйөшлө глаукома. Башланғыс глаукома. Дауамлы глаукома. Икенсел глаукома. Кинәт һуҡырайта торған глаукома. Тотҡарлыҡлы глаукома. Тыумыштан килгән глаукома. Хәүефле глаукома. Ябай глаукома. Ябыҡ мөйөшлө глаукома. Яҡтылыҡты тоймай торған глаукома. Ялған глаукома.
ГЛЕТЧЕР [рус. < нем. Gletscher] (Р: глетчер; И.: glacier; T.: buzul, glasiye) и.
Тауҙарҙан шыуышып төшә торған боҙлоҡ. □ Глетчер. / Глетчерный. Глетчер боҙо.
ГЛИКОГЕН [рус. < гр. glykys ‘татлы’ + gews ‘тыуған’] (Р: гликоген; И.: glycogen, animal starch; T: glikojen) и. мед.
Кеше һәм хайуан бауырында һәм мускулында ҡандағы шәкәрҙән барлыҡҡа килгән төп һаҡлыҡ углевод; хайуан крахмалы. □ Гликоген. Гликогендың структур формулаһы. Гликогендың синтезы.
ГЛИНОЗЁМ [рус.] (Р: глинозём; И.: alumina; aluminum oxide; T: alüminyum oksit) u.
Ауыр иреүсән, һыуҙа иремәй торған алюминий окисы. □ Глинозём. / Глинозёмный. Глинозём концентраты. Глинозём заводы.
ГЛИССЕР [рус. < фр. glisseur < glisser ‘шыуыу’] (Р: глиссер; И.: speedboat; Т.: glisör) и.
Яҫы төплө тиҙ йөрөшлө кәмә. □ Глиссер. / Глиссерный. Глиссерҙа ярышыу. Глиссер двигателе.
ГЛИСТ [рус.] и. зоол. ҡар. бабасыр. Йомро глист. Таҫма глист. Глист йомортҡалары.
ГЛИЦЕРИН [рус. < нем. Glyzerin < гр. glykeros ‘татлы’] (Р: глицерин; И.: glycerine; T.: gliserin) и.
Майҙы һелтеләү юлы менән алынған ҡуйы, төҫһөҙ, татлы шыйыҡса (медицинала, техникала һ.б. ҡулланыла). □ Глицерин./ Глицериновый. Глицерин етештереү. Хуш еҫле глицерин. Ҡулға глицерин ыуыу.
ГЛИЦЕРИНЛЫ (Р: глицериновый; И.: glycerine; T.: gliserinli) с.
Глицерин ҡушылған, глицерин ҡушып яһалған. □ Глицериновый. Глицеринлы һабын. Глицеринлы крем.
ГЛОБАЛИЗАЦИЯ [рус. < нем. Globalisation < лат. globus ‘шар’] и. ҡар. глобал-ләшеү. Глобализация заманы. ■ Китаплы ил — глобализация дәүерҙәрен дә аша үтеп, үҙ рухиәтен һаҡлап алып ҡалған ил. Л. Абдуллина.
ГЛОБАЛЛӘШЕҮ (глобалләш-) (Р: глобализировать; И.: globalize; T: küreselleşme) ҡ.
1. Нимәгәлер глобаль характер биреү. □ Глобализировать. // Глобализация. Милли конфликттарҙың глобалләшеүе. Экологик проблемаларҙың глобалләшеүе.
2. Ниндәйҙер процестың, күренештең бер дәүләт сигенән сығып таралыуы, ниндәйҙер эшмәкәрлектең киң таралыш алыуы. □ Глобализировать. // Глобализация. Мәҙәниәттең глобалләшеүе. ■ Хәҙер бөтә донъя үҙе берләшә, йәғни глобалләшеү процесы бара. «Йәшлек», 27 сентябрь 2011.
3. Бөтә донъяла иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәни әлкәләрҙең берләшеү һәм унификацияла-ныу процесы. □ Глобализация. Глобалләшеү осоро.
ГЛОБАЛЛӘШТЕРЕҮ (глобалләштер-) ҡ. йөкм. ҡар. глобалләшеү. понуд. от глобалләшеү. Глобалләштереү моделе. Йәмғиәтте глобалләштереү. ■ XXI быуатты глобалләштереү дәүере тип беҙҙең
187