ГЛОБАЛЬ
аңыбыҙға тиҫтәләрсә йыл һеңдереп киләләр. Г. Ситдиҡова. Бөтөн донъяла глобал-ләштереу барған ваҡытта Европа илдәре, Америка уҙ тамырҙарын, уҙ таянысын эҙләй. Картотека фондынан.
ГЛОБАЛЬ (Р.: глобальный; И.: global; holistic; T.: global; evrensel) с. кит.
1. Бөтә Ер шарын, бөтә донъяны үҙ эсенә алған. □ Глобальный. Глобаль радиоэлемтә. Глобаль экологик проблема. Глобаль катастрофа. ■ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы куҙәтеуҙәре буйынса, 2030 йылға халыҡ һаны 6-нан 8,5 миллиард кешегә етәсәк. Галимдар фекеренсә, киләсәктә эсергә яраҡлы һыуҙың «ҡара алтын »дан да ҡиммәтлерәк булыуы мөмкин. Куренеуенсә, эсәр һыу мәсьәләһе — глобаль проблема. «Йәшлек», 20 март 2010. Ҡояш нурҙарының һурә-нәйеуе сәбәпле, Ерҙе XXI быуат урталарында глобаль һыуыныу көтә. «Йәшлек», 28 август 2010.
2. Ҙур, тулы, тулайым, дөйөм, бөтәһен дә үҙ эсенә алған. □ Глобальный. Глобаль авантюра. Глобаль тикшереу.
3. Нимәнеңдер барлыҡҡа килеүе, үҫеше, йәшәүе өсөн төп, мөһим, хәл иткес булған. □ Глобальный. Конференцияла һаулыҡ һаҡлауҙың глобаль мәсьәләләре тураһында һөйләнелде. Глобаль уҙгәреш. ■ Ул ваҡытта уҙемдең алдыма глобаль маҡсат ҡуйғанымды аңлап бөтмәй инем. «Торатау», 4 октябрь 2011.
4. һөйл. Дәүмәле, ҙурлығы, сарыф ителгән саралар һ. б. күплеге менән айырылып торған. □ Глобальный. Глобаль төҙөлөш.
ГЛОБАЛЬ ЙЫЛЫНЫУ (Р.: глобальное потепление; И.: global warming; T.: küresel ısınma) u.
Ерҙән килгән йылылыҡты тотҡарлаусы газдарҙың Ер шарының атмосфераһында күпләп тупланыуы һөҙөмтәһендә планетала уртаса температураның артыуына бәйле климаттың үҙгәреүе. □ Глобальное потепление. Глобаль йылыныу һәм уның эҙемтәләре. ■ Һуңғы йылдарҙа йыһаныбыҙҙа глобаль йылыныу процесы барыуы тураһында төрлө
фараз ҡалҡып сыға. Көньяҡ Уралда глобаль йылыныу Уралдың таулы урмандарына ла ныҡ йоғонто яһаған. «Йәшлек», 16 апрель 2009. Глобаль йылыныуҙың бөтә донъяға йоғонтоһо суллектәр киңәйеу, дауыл һәм һыу баҫыуҙар йышыраҡ куҙәтелеу, малярия һәм биҙгәк ауырыуҙары көсәйеуҙә сағылыш табасаҡ. «Йәшлек», 24 август 2010.
ГЛОБУС [рус. < лат. globus ‘шар’] (Р: глобус; И.: globe; T.: yerküre, glob) и.
Ер шарының йәки башҡа күк есеменең картаһы төшөрөлгән, үҙ күсәре тирәһендә әйләнмәле итеп вертикаль таяуға ултыртып эшләнгән бәләкәй моделе. □ Глобус. Кук йөҙө глобусы. Глобуста экватор һыҙығы, меридиандар, океандар курһәтелгән. ■ Уҡыу әсбаптары араһында географик карталар, төрлө таблицалар, хатта Ер шарының глобусы ла була. «Йәшлек», 3 декабрь 2009.
ГЛОССА [рус. < гр. glössa ‘тел’] (Р: глосса; И.: gloss; T.: tefsir) и.
1. лингв. Иҫке ҡулъяҙмалар тексының ситендә йәки эсендә аңлашылмаған һүҙҙәр бирелгән тәржемә йәки аңлатма. □ Глосса (перевод или объяснение непонятного слова, выражения, помещённое на полях или в самом тексте древних и средневековых рукописей). Латин глоссалары.
2. әҙ. Боронғо испан шиғриәте формаһы. □ Глосса (форма староиспанской поэзии). Глосса өлгөһөн испан шағиры Кристовиль де Кастельех шиғырында курәбеҙ.
3. юр. Закондарҙың йәки суд ҡарарҙарының фәнни аңлатмаһы. □ Глосса (научный комментарий законов или судебных решений ).
ГЛОССАРИЙ [рус. < лат. glossarium} (Р: глоссарий; И.: glossary; T: sözlük) и. лингв., әҙ.
Иҫке йәки башҡа төрлө яҙмалағы аңлашылмаған йәки иҫкергән һүҙҙәрҙе аңлатып, ҡушымта итеп биргән аңлатмалар йыйынтығы; һүҙлек. □ Глоссарий. Китаптың глоссарийы. Глоссарий биреусе.
ГЛОССЕМАТИКА [рус. < гр. glössa ‘тел’ + sema ‘тамға’] (Р: глоссематика; И.: glossematics; T.: glosematik) и. лингв.
188