ГОЛЛАНД
Тел ғилеменең телде тел берәмектәренең конкрет һыйланышына (йәғни конкрет өндәргә йәки конкрет мәғәнәләргә) бәйле булмаған мөнәсәбәттәр системаһы тип өйрәнеүсе бер йүнәлеше. □ Глоссематика. Копенгаген глоссематикаһы.
ГЛОТТОГЕНЕЗ [рус. < гр. glötta ‘тел’ + gonos ‘тыуыу’] (Р.: глоттогония; И.: glot-togony; T.: dilin kökeni) и. лингв.
Телдең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше.
□ Глоттогенез. Славян телдәренең глотто-генезы.
ГЛОТТОГОНИК (Р: глоттогонический; И.: glottogonic; T: dilin kökeni ile ilgili) с.
Глоттогонияға бәйле. □ Глоттогонический. Глоттогоник процесс.
ГЛОТТОГОНИЯ [рус. <гр. glötta 'тел' + gonos ‘тыуыу’] (Р: глоттогония; И.: glottogony; T: dilin kökeni) и. лингв.
1. Телдең барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше.
□ Глоттогония. / Глоттогонический. Көнъяҡ Кавказ халыҡтары телдәренең глоттого-нияһында иран телдәренең роле.
2. Телдең барлыҡҡа килеүен һәм үҫешен өйрәнеүсе тел ғилеменең бер бүлеге. □ Глоттогония.
ГЛЮКОЗА [рус. < гр. glykys ‘татлы’] (Р: глюкоза; И.: glucose; T: glikoz) и.
1. Организмда төрлө туҡымалы матдәләрҙән яһалған һәм матдәләр алмашыны-уында мөһим роль уйнаған ябай углевод.
□ Глюкоза. / Глюкозный. ■ Глюкоза — организмдағы төп энергия сығанағы. Аш һеңдереү тракты аша инеп, ул барлыҡ күҙәнәктәргә лә тарала. Ләкин глюкозаны энергияға әйләндереү өсөн инсулин гормоны кәрәк. Ул ашҡаҙан аҫты биҙендә барлыҡҡа килә. Тап ул глюкозаның күҙәнәктәргә утеуен тәьмин итә. «Йүрүҙән», 3 июнь 2011.
2. Үҫемлек емештәрендә һәм йәнле организмдарҙа була торған шәкәр. □ Глюкоза. / Глюкозный. Глюкоза медицинала, кондитер, текстиль сәнәғәтендә киң ҡулланыла.
ГЛЮКОЗАЛЫ (Р: с глюкозой; И.: glucose added; T: glikozli) с.
Глюкозаһы булған, глюкоза ҡатнаш-тырылған. □ С глюкозой, глюкозный. Глюкозалы дарыуҙар.
ГНОСЕОЛОГИК (Р: гносеологический; И.: gnosiological; epistemological; T: gnoseolo-jik) с.
Гносеологияға ҡараған, гносеологияға мөнәсәбәтле. □ Гносеологический. Гносеологик ҡараш. Тикшеренеүҙең гносеологик аспекты.
ГНОСЕОЛОГИЯ [рус. < гр. gnösis (gnöseös) ‘белем’ + logos ‘фән, тәғлимәт’] (Р: гносеология; И.: gnosiology; T: gnoseoloji) и. фәлс.
Донъяны танып белеү мөмкинлеге һәм шул танып белеүҙең дөрөҫлөгө, ысынлығы тураһындағы философик тәғлимәт; танып белеү теорияһы. □ Гносеология. / Гносеологический. Гносеология һығымталары.
ГОБЕЛЕН [рус. < фр. gobelin} (Р: гобелен; И.: (Gobelin) tapestry; T: goblen) и.
1. Стенаға элеү өсөн төрлө һүрәт төшөрөп ҡулдан һуҡҡан йоҡа келәм. □ Гобелен. / Гобеленовый. Тәбиғәт күренеше эшләнгән гобелен. Гобелен сәнғәте.
2. һүрәт төшөрөп һуҡҡан беше декоратив туҡыма. □ Гобелен. / Гобеленовый. Гобелен ҡорған.
ГОБОЙ [рус. < нем. Hoboe] (Р.: гобой; И.: oboe; T.: obua) и. му з.
Ағастан яһалған тынлы музыка ҡоралы (тауыш юғарылығы яғынан флейта менән кларнет араһында тора). □ Гобой. / Гобойный. Гобойҙа уйнау. Гобой концерты.
ГОБОЙСЫ (Р: гобоист; И.: oboist; Т.: obuacı) и. муз.
Гобойҙа уйнаусы музыкант. □ Гобоист. Гобоистар конкурсы.
ГОЛ [рус. < ингл. goal] (Р: гол; И.: goal; T.: gol) и. спорт.
Футбол, хоккей һ. б. уйындарҙа ҡапҡаға туп индереп алған мәрәй. □ Гол. Гол индереү. ■ Алтынсы гол авторы Игорь Григоренко булды. «Киске Өфө», № 3, 2012.
ГОЛЛАНД I (Р: голландец; И.: Dutchman; T.: Hollandah) и. этн.
189