Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 190


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГОЛЛАНД
Нидерландтың (Голландияның) төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләттең бер кешеһе. □ Голландец. / Голландский. Мәскәуҙә бер голланд кешеһе менән осрашҡайныҡ.
ГОЛЛАНД II (Р: голландский; И.: Dutch; T.: Hollandalı) с.
1. Голландияға йәки голландтарға бәйле, мөнәсәбәтле. □ Голландский. Голланд аукционы. Голланд гульдены. Голланд теле. Голланд һуғышы.
2. Голландияла йәки голландар тарафынан сығарылған, етештерелгән. □ Голландский. Голланд сыры. Голланд туҡымаһы. Голланд ләләһе.
ГОЛЬФ [рус. < ингл. golf] (Р.: гольф; И.: golf; T.: golf) и. спорт.
1. Төрлө соҡор, тотҡарлыҡ аша сәкән менән туп һуғып уйнай торған уйын (кубе-рәк АҠШ һәм Англияла таралған). □ Гольф. Гольф яланы. Гольф уйыны менән мауығыу. Гольф салбары.
2. Шундай спорт төрө. □ Гольф. Н [Халыҡ-ара мәктәп уҡыусылары уйындарында] төрлө илдәрҙән йыйылған уҫмерҙәр футбол, волейбол, ҙур теннис, елкән спорты һәм гольф буйынса ярыша. «Башҡортостан», 4 август 2011. 2016 һәм 2020 йылғы йәйге Олимпия уйындары программаһына гольф менән регби индерелде. «Башҡортостан», 30 октябрь 2009.
ГОЛЬФ ОЙОҠ (ойоғо) (Р: гольфы; И.: knee-length socks; T: dizüstü çorap) и.
Ҡунысы тубыҡҡа ҡәҙәр етеп торған ойоҡ. □ Гольфы. Гольф ойоҡ бәйләу.
ГОЛЬФ САЛБАР (Р: брюки-гольфы; И.: plus-fours; T: golf pantolonu) и.
Балағы тубыҡ аҫтында ҡаптырылып ҡуйыла торған ҡыҫҡа салбар. □ Брюки-гольфы. Гольф салбарҙар йыш ҡына шаҡмаҡ һурәтле була.
ГОМАН [фарс. сМ] и. ҡар. гөман I. ■ Һәр кемдә булһа иман, ҡалмаҫ куңелдә гоман, китер куҙемдән томан, — тип әйткәндәр дуҫтарым. Ғ. Кейеков.
ГОМАНДА с. диал. ҡар. гөманлы. Гоман-да ҡатын.
ГОМЕОПАТ [рус.] (Р: гомеопат; И.: homeopath; T.: homeopat doktor) и.
Гомеопатия буйынса белгес, табип. □ Гомеопат. Гомеопат кәцәштәре.
ГОМЕОПАТИИ (Р: гомеопатический; И.: homeopathic; T.: homeopatik) с.
Гомеопатияға бәйле. □ Гомеопатический. Гомеопатик косметика.
ГОМЕОПАТИЯ [рус. < гр. homoios ‘оҡшаған’ + pathos ‘ауырыу’] (Р: гомеопатия; И.: homeopathy; T.: homeopati) и.
Ауырыта торған дарыуҙарҙы сирлегә аҙлап биреп һауыҡтырыу ысулы. □ Гомеопатия. / Гомеопатический. Гомеопатия дарыу ханаһы. Гомеопатия саралары. Гомеопатия саралары. М Традицион медицина кабинетында гомеопатия, мезопунктура (биологик әуҙем нөктәләргә дарыу индереу) һәм энә ҡаҙау терапияһы ҡулланыла. «Башҡортостан панорамаһы», № 5, 2010.
ГОНАҺ [фарс. ö^] и. ҡар. гөнаһ. ■ Аллаһ менән ант итеп әйтәм: һеҙҙец һәр берегеҙ бәндәләрҙе игелеккә генә өндәп торорға тейеш, башҡаса булғанда Аллаһтан һеҙгә әллә ниндәй ғазап һәм михнәттәр килер ҙә, шул саҡта гонаһтарығыҙҙан тәубә итеп купме генә доға ҡылып торһағыҙ ҙа, уларҙың ҡабул булмай ҡалыуы бар, — тигән пәйғәмбәр. Башҡортса дини календарҙан. Гонаһтарымды ярлыҡап, уҙ рәхмәтеңдән ташламауыңды утенеп һорайым. Башҡортса дини календарҙан. Кемдер тарафынан эшләнгән гонаһ башҡа берәу мәнфәғәтенә лә ҡағыла икән, тәубәнең ҡабул ителеу шарты тағы ла берәугә арта. Р. Фәхретдинов. Аптырашта әруахтар: алған сауаптар — самалы, баштан ашҡан гонаһтар. С. Ғәбиҙуллин. • Гонаһына курә язаһы. Мәҡәл. Йәш менән гонаһ йыуылмай. Мәҡәл.
ГОНАҺ ҠЫЛЫУ (гонаһ ҡыл-) ҡ. ҡар. гөнаһ ҡылыу. • Гонаһ ҡылһаң, тәубә итә бел. Мәҡәл.
190