Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 191


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГОПАК
ГОНАҺЛЫ с. ҡар. гөнаһлы. ■ Малик сауҙагәр: «Арабыҙҙа кем гонаһлы, тәүбә ҡылһын тиҙерәк!» — ти. «Ҡиссаи Йософ».
ГОНАҺҺЫҘ с. ҡар. гөнаһһыҙ. ■ Шул гонаһһыҙ ҡылығынан анауындай мәхшәр сыҡты. Р. Камал. Шаһитлыҡҡа яңы тыуған баланы күрһәтәләр. Бала, Алла ҡөҙрәте менән телгә килеп, Йософтоц гонаһһыҙ икәнен әйтә. Егет аҡлана. «Ҡиссаи Йософ».
ГОНГ [рус. < ингл. gong] (Р.: гонг; И.: gong; Т.: gong) и.
1. Сите ҡайтарылып бөгөлгән еҙ тәрилкә рәүешендәге, ағас туҡмаҡ менән һуғып уйнай торған музыка ҡоралы. □ Гонг. Гонг тауышы.
2. Сигнал биреү өсөн ҡулланылған йомро тимер предмет. □ Гонг. Гонг һуғыу. ■ Гонг яңғыраны. Боксёрҙар тағы ла бер-береһенә яҡынлаштылар. Р. Габдрахманов.
ГОНДОЛА [рус. < ит. gondola] (Р.: гондола; И.: gondola; nacelle; T.: gondol) и.
1. Яҫы төплө, мороно менән ҡойроғо бейек итеп матурлап эшләнгән, көймәле бер ишкәкле венециан кәмәһе. □ Гондола. / Гондольный. Гондолалар парады. ■ Венецияла иңмауыҡтырғыс, иң шәп нәмә — гондолаларҙа йөрөу. Гондола — ишкәкле кәмә — Венеция символдарының береһе. Уның ҙурлығы һәм конструкцияһы закон менән нығытылған. Оҙонлоғо — 11,5 метр, киңлеге — 140 см, төбө яҫы. «Йәшлек», 3 февраль 2010.
2. Һауа шарының кеше ултыра торған кәрзине һәм дирижабль йәки аэростаттың кеше, төрлө ҡорамал урынлашҡан ере. □ Гондола. / Гондольный. Дирижаблдең гондолаһы — конструкцияның иң мөһим өлөшө.
3. т. юл. Төбө асылмалы, йөктө үҙе бушата торған, түбәһеҙ тимер юл вагоны. □ Гондола. / Гондольный. Тимер юл гондолаһы.
ГОНДОЛЬЕР [рус. < ит. gondollere] (Р: гондольер; И.: gondolier; T: gondolcu) и.
Гондола (1) ишкәксеһе. □ Гондольер. ■ Венецияла теүәл 425 гондольер һанала. Был һан уҙгәрмәй. Гондольерҙар һәнәре мотлаҡ ир-егеттеке. Гәҙәттә, ул ата
нан улына күсә. Үҙҙәре йырсы ла була икән. «Йәшлек», 3 февраль 2010.
ГОНОКОКК [рус. < гр. gonos ‘орлоҡ’ + kokkos ‘бойҙай’] (Р: гонококк; И.: gonococcus; T: gonokok) и. мед.
Гонорея ауырыуын тыуҙырыусы бактерия. □ Гонококк. Ҡанда гонококтар булыуы.
ГОНОРАР [рус. < лат. honorarium] (Р: гонорар; И.: fee, royalty; T.: ücret) и.
Рәссам, яҙыусы, адвокат һ. б. ижади эшмәкәрҙәрҙең эшенә килешеү буйынса түләнә торған аҡсалата эш хаҡы. □ Гонорар. / Гонорарный. Автор гонорары. Гонорар түләү. ■ Спектаклдәрҙән килгән гонорарҙы ла тулыһынса Хәй Вәхиттең уҙенә күсерҙеләр. Н. Асанбаев. Беҙҙә шиғриәт фестивалдәре үтә, «Йәштәр тауышы» серияһында китаптар сыға, гонорар түләнә, әҫәрҙәрҙе баҫтырырға баҫмалар етерлек, премиялар тапшырыла — был шундай яҡты, матур күренеш! «Йәшлек», 17 май 2008.
ГОНОРАРЛЫ (Р: гонорарный; И.: amenable to royalities; T: ücretli) c.
Гонорар түләнә торған. □ Гонорарный. Гонорарлы мәҡәлә.
ГОНОРАРҺЫҘ (Р: без гонорара; И.: without a fee; T: ücretsiz) c.
Гонорар түләнмәй торған. □ Без гонорара. ■ [Китап] яҡташтарым ярҙамында Ырымбурҙа һис бер гонорарһыҙ баҫылды. Р. Бикбаев.
ГОНОРЕЯ [рус. < гр. gonos ‘орлоҡ’ + rheö ‘ағам’] (Р: гонорея; И.: gonorrhoea; Т.: gonore) и. мед.
Гонококк бактерияларынан барлыҡҡа килгән, бәүел юлын эренләтә торған венерик ауырыу. □ Гонорея. / Гонорейный. Өҫкә үрләп эскә үтә барған гонорея. Метастазлы ҡан, лимфа аша таралыусы гонорея. Ҡатмарлашҡан гонорея. Тура эсәк гонореяһы. Күтән гонореяһы. Дауамлы гонорея.
ГОПАК (гопагы) [рус. < укр. гоп] (Р: гопак; И.: hopak danse; Т.: hopak) и.
1. Украин халыҡ бейеүе. □ Гопак. ■ [«Еҙ үксә» бейеүендәге] трюктар украиндарҙың «Гопак» бейеүенән алынған. Ә. Үтәбай.
191