Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 192


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГОРБУША
2. Шул бейеүҙең көйө. □ Гопак. Гопак бейеу.
ГОРБУША [рус.] (Р.: горбуша; И.: hunchback salmon; T.: somon balığı) и. зоол.
Алыҫ Көнсығыш диңгеҙҙәрендә йәшәй торған балыҡ; көмрө балыҡ. □ Горбуша (лат. Oncorhynchus gorbuscha). Горбуша балығы. Горбуша бешереу.
ГОРИЗОНТ [рус. < гр. horizon (horizon-tos) ‘сикләгән’] и.
1. ҡар. офоҡ. ■ Октябрь айы уҙенең һуңғы көндәрен һанағанлыҡтан, ҡояш, сығыу менән ҡолап төшөуенән шөрләгәндәй, юғарыға ынтылмайынса, горизонт буйлап ергә яҡыныраҡ шыуышты. «Шоңҡар» № 7, 2011.
2. гидрол. Һыу ятҡылығындағы һыуҙың кимәле. □ Горизонт. Һыу горизонты. Нефтле горизонт.
3. геол. Ҡаҙылдыҡ байлыҡ ятҡылығын билдәле кимәлдә киҫеп үткән горизонталь яҫылыҡ. □ Горизонт. Фосфориттар горизонты.
4. кусм. Фән, белем өлкәһендәге идеялар, белемдәр даирәһе. □ Горизонт. Фән горизонттары.
ГОРИЗОНТАЛЛЕК (горизонталлеге) и. геод. ҡар. горизонталь I.
ГОРИЗОНТАЛЬ I [рус. < фр. horizontale] (Р.: горизонталь; И.: horizontal (line); T.: yatay) и.
1. Офоҡ яҫылығына параллель тура һыҙыҡ. □ Горизонталь.
2. геод. Географик картала бер үк бейеклектә ятҡан нөктәләрҙе тоташтырған кәкре һыҙыҡ. □ Горизонталь. Горизонталь менән тоташтырыу.
ГОРИЗОНТАЛЬ II (Р: горизонтальный; И.: horizontal; T.: ufki, yatay) с.
Офоҡ яҫылығына параллель ятҡан. □ Горизонтальный. Горизонталь таблица. ■ Ромашканы сәскә таждары горизонталь рәуешкә етеп атҡан саҡта йыйырға, сәскә телдәре ҡойолмаҫлыҡ итеп киптерергә кәрәк. «Йәшлек», 21 апрель 2009.
ГОРИЗОНТАЛЬ III (Р: горизонтально; И.: horizontally; T.: ufki, yatay) р.
Офоҡ яҫылығына параллель рәүештә ятҡан. □ Горизонтально. ■ Аптырамаҫлыҡмы ни: юғары сифатлы саҡматаш ятҡылығына юлығыу маҡсатында боронғолар махсус ҡорамалһыҙ, ҡоралһыҙ шахталарға төшөп, горизонталь рәуештә руда эҙләгән. М. Моталов.
ГОРИЛЛА [рус. < Африка телдәренән gorilla] (Р: горилла; И.: gorilla; T.: goril) и. зоол.
Экватор Африкаһында йәшәгән кешегә оҡшаш иң эре маймыл. □ Горилла. / Гориллий (лат. Gorilla). ■ Горилла ярһыған мәлдә ауыҙынан телен сығара. «Йәшлек», 21 июль 2009.
ГОРМОН [рус. < гр. hormonum] (Р.: гормон; И.: hormone; T.: hormon) и. физиол.
Эске секреция биҙҙәре һәм шулай уҡ ҡайһы бер туҡымалар эшләп сығарған актив биологик матдә. □ Гормон. / Гормональный. Гипофиз биҙе эшләп сығарған гормон. Аҡһым, синтезын көсәйтеусе гормон. Енес биҙҙәрен стимуллаштырыусы һәм формалаштырыусы гипофиздың алғы булегенән сыҡҡан гормон. Туҡыма гормондары. ■ Менопаузанан һуң ҡатын-ҡыҙ организмында кинәт гормондар аҙая. «Йәшлек», 8 апрель 2010.
ГОРМОНАЛЬ (Р: гормональный; И.: hormonal; T.: hormonsal) с.
Гормондан торған, гормонға мөнәсәбәтле. □ Гормональный. Гормональ препараттар. Гормональ терапия. М Статистикаға куҙ һалһаҡ, һауа шарттары һәр өсөнсө кешегә ауыр тәьҫир итә. Был көндәрҙә бигерәк тә сабыйҙар, гормональ уҙгәреш кисереусе уҫмерҙәр, ауырлы ҡатындар һәм климакс йәшендәге гузәл заттарға ауыр. «Йәшлек», 6 февраль 2010.
ГОРМОНЛЫ (Р: гормональный; И.: hormonal; T.: hormonlu) с.
Гормоны булған. □ Гормональный. Гормонлы матдәләр.
192