ГОСТИНИЦА
госпиталгә икәнлегемде аңланым. С. Кулибай. Зәйнәп фронт шарттарында эшләүсе госпиталдә күптәрҙең ғүмерен ҡотҡарыша, һуғышсыларҙы тиҙерәк һауыҡтырыу өсөн бөтә көсөн һалып тырыша. Картотека фондынан. Ҡайҙалыр алыҫта, тымыҡ Дон далаһында ҡолап ҡалған иргә булған мөхәббәт [Йәмиләлә] госпиталдәге яралыларға көслө бер дарыу, һүнмәҫлек яратыу булып үҫте. И. Абдуллин.
ГОСТИНИЦА [рус.] и. ҡар. ҡунаҡхана. Гостиницаға туҡталыу. Гостиницала бүлмә алыу. Гостиница хужалығы. Гостиница комплексы. ■ Гостиницала эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар гөбөргәйелде ҡыҙыҡһынып ҡаршы алдылар. С. Агиш.
ГОТИК [рус. < фр. gothique] (Р.: готический; И.: Gothic, gothic; T.: gotik) с.
1. Готикаға мөнәсәбәтле. □ Готический. Готик архитектура. Готик сәнғәт.
2. Готика стилендә эшләнгән. □ Готический. Готик сиркәү. Готик стилдә таш семәрләү. Готик стилдәге яҙма.
ГОТИКА [рус. < ит. gotico] (Р.: готика; И.: Gothic; T.: gotik) и.
Урта быуаттың һуңғы осоронда Европа-ла бай декоратив биҙәкле, семәрле, осло еңел көмбәҙҙәре күккә ашҡан соборҙар төҙөүҙә киң таралыш алған архитектура стиле. □ Готика. / Готический. Француз готикаһы. Инглиз готикаһы. Готика стиле.
ГОТИК ШРИФТ (Р.: готический шрифт; И.: Gothic script; T.: gotik yazı) и.
Хәрефтәрҙе мөйөшләп, осло итеп кәкер-сәкләп яҙыу формаһы. □ Готический шрифт. Готик шрифта баҫылған китап.
ГОТОВАЛЬНЯ [рус.] (Р: готовальня; И.: case of drawing instruments; T.: pergel takımı) и.
Ҡумтаға һалынған һыҙыу ҡорамалдары йыйылмаһы. □ Готовальня. Готовальня һатып алыу.
ГОТТАР [рус. готы\ (Р.: готы; И.: the Goths; T.: Gotlar) и.
1. этн. Боронғо Көнсығыш герман ҡәбиләләре. □ Готы. Готтар теле.
2. Ҡара кейем, ҡаралы-аҡлы грим менән айырылып торған йәштәр хәрәкәте ағзаһы. □ Гот. Готтар хәрәкәте.
ГОФР [рус. < фр. gaufre ‘вафля’] (Р.: гофр; И.: corrugation, crimp, flute; T.: pli) и.
Ҡатырға, тимер, туҡыма, ҡағыҙ кеүек нәмәләрҙә тулҡынланып, бөрөп эшләнгән параллель һырҙар. □ Гофр. / Гофрированный. Гофр тимер. Гофр күлдәк. Гофр ҡағыҙ.
ГОФРЕЛАТЫУ (гофрелат-) ҡ. йөкм. ҡар. гофрелау. понуд. от гофрелау.
ГОФРЕЛАУ (гофрела-) (Р: гофрировать; И.: crimp; goffer; corrugate; T.: katlamak) ҡ.
Гофрлы итеү. □ Гофрировать. // Гофрировка. Күлдәктең итәген гофрелау. Тимер ныҡ булһын өсөн гофрелау.
ГОФРЕЛЫ (Р: гофрированный; И.: crimped; goffered; corrugated; T.: plise) c.
Тулҡын-тулҡын булып бөкләп һырланған. □ Гофрированный. Гофрелы ҡатырға. Гофрелы тимер. Гофрелы ҡағыҙ.
ГОФРИРОВКА [рус.] (Р: гофрировка; И.: goffering; corrugation; T.: kırıştırma) и.
Береһе өҫтөнә икенсеһе буй-буй бөкләп һалынған ҡырлы һырҙар теҙеме. □ Гофрировка. Гофрировка яһау.
ГОФРИРОВКАЛАТЫУ (гофрировкалат-) ҡ. йөкм. ҡар. гофрировкалау, понуд. от гофрировкалау.
ГОФРИРОВКАЛАУ (гофрировкала-) (Р: гофрировать; И.: crimp; T: katlamak) ҡ.
Гофрировкалы итеү. □ Гофрировать. // Гофрировка. Туҡыманы гофрировкалау.
ГОФРИРОВКАЛЫ (Р: гофрированный; И.: crimped; T.: katlanmış) с.
Тулҡын-тулҡын булып бөкләп һырланған. □ Гофрированный. Гофрировкалы селтәр. Гофрировкалы ҡатырға.
ГӨБӨм . этн. диал. ҡар. көбө. • Кәмәһенә күрә ишкәге, гөбөһөнә күрә бешкәге. Мәҡәл.
ГӨБӨ МАЙЫ и. диал. ҡар. күбек майы. Гөбө майы сығарыу. Гөбө майын тасҡылдатыу.
ГӨБӨР и. зоол. диал. ҡар. гөбөргәйел.
194