Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 195


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

гөж
ГӨБӨР-ГӨБӨР (Р.: подражание глухому звуку; И.: boom; T.: gümbür gümbür) оҡш.
1. Һауын һауғанда йәки көбөлә ҡымыҙ бешкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание глухому звуку, возникающему, например, при доении или взбивании кумыса. Гөбөр-гөбөр һыйыр һауыу. ■ Гөбөр-гөбөр һөт тауышы уны ла иҙерәткән, буғай. И. Солтанов. Аҙбар эсенә әйтеп аңлатҡыһыҙ хуш еҫ таратып, күнәккә һөт ағылды: «Гөбөр-гөбөр, гөбөр-гөбөр...» М. Ямалетдинов.
2. Күркәләр сығарған тауыш. □ Подражание голосу индюка. ■ Гөбөр-гөбөр гөбөрә, ҡыҙыл күрһә — йүгерә. Йомаҡ (яуабы: күркә).
ГӨБӨР-ГӨБӨР ИТЕҮ (гөбөр-гөбөр ит-) (Р.: греметь; И.: boom; T.: gümbürdemek) ҡ.
Гөбөр-гөбөр тигән тауыш сығарыу.
□ Греметь, һөт гөбөр-гөбөр итеп күнәккә аға.
ГӨБӨРГӘЙЕЛ (Р.: черепаха; И.: tortoise; turtle; T.: kaplumbağa) и. зоол.
Ҡалын ҡабырсаҡ көплө (аяҡтарын, башын шунда йыя алған), һөйрәлеүселәр ғаиләһенә ҡараған бик яй хәрәкәтле ер-һыу йәнлеге; ташбаҡа. □ Черепаха. / Черепаший (лат. Testudines). Ҡоро ер гөбөргәйеле. Һыу гөбөргәйеле. ■ һинд ярымутрауынан 1737 йылда имәнес бер гөбөргәйел тоталар. Шул ваҡытта уҡ ғалимдар уға йөҙ йәш бирә. Картотека фондынан.
ГӨБӨРЛӘ и. зоол. диал. ҡар. гөбөргәйел. ■ Их һин, гөбөрлә баҡа!.. Нимә менән ҡурҡытаһың һин мине? Ә. Мирзаһитов. Уйлағанда таш йотҡан, ата ҡонон юллаған, ил намыҫын һаҡлаған, Уралдан боҫҡан дейеүҙең гөбөрлә ҡылып батшаһын, шәрә һөлөк яһап дейеүен, бөтә Уралды ҡотҡарған Сура батыр улындай бер етем ир юҡмы ни? «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
ГӨБӨРЛӘТЕҮ (гөбөрләт-) ҡ. йөкм. ҡар. гөбөрләү, понуд. от гөбөрләү. ■ Ә инде борҡоп ҡайнап ултырған самауырҙан гөбөрләтеп һыу ағыҙып яһап биргән һөтлө ҡаты сәйҙең тәмлелеге хаҡында һөйләп тә аңлатырлыҡ түгел ине. 3. Биишева. Әсәйем, фермаһында иртәнге эшен күптән бөтөрөп, 7*
ҡайтып та еткән, үҙебеҙҙең һыйырҙы гөбөрләтеп һауып та ултыра. Яр. Вәлиев. [Зөһрә әбей] көн дә таңдан тороп гөбөрләтеп һыйырын һауа, унан ашыҡтырмай ғына малдарын көтөүгә ҡыуа. Картотека фондынан. Ҡымыҙҙы ҡымыҙ иткән — иркен дала һәм бүтәгә үлән генә түгел. Ул — гөбөрләтеп ҡымыҙ бешер имән мискә лә, һоҫоп алып ултыртыр йүкә силәк тә, ҡайын ороһонан соҡоп эшләнгән туҫтаҡ та. «Йәшлек», 30 июль 2009.
ГӨБӨРЛӘҮ (гөбөрлә-) (Р: издавать глухой звук; И.: produce a dull sound; T.: gümbürdemek) ҡ.
Гөбөр-гөбөр тигән тауыш сығарыу. □ Издавать глухой звук.
ГӨБӨРЛӘШЕҮ (гөбөрләт-) ҡ. урт. ҡар. гөбөрләү, взаимн. от гөбөрләү.
ГӨБӨСӘК (гөбөсәге) и. диал. ҡар. көбөсәк.
ГӨБӘҘИӘ (Р: губадия; И.: kind of a national pie; T.: börek türü) и. этн.
Сөсө ҡамыр эсенә ҡыҙыл эремсек, дөгө ярмаһы, ит, кишер, йөҙөм һ. б. ҡатлап һалып бешерелгән бәлеш төрө. □ Губадия (вид пирога из риса, мяса, сухофруктов). Гөбәҙиә бешереү. ■ Тәжрибә күрһәтеүенсә, йыйындарҙа халыҡ бишбармаҡ, өлөш кеүек башҡорт аштарын, гөбәҙиә, ваҡ бәлеш, туҡмас, ҡыҫтыбый кеүек ҡамыр ризыҡтарын, сәк-сәк, бауырһаҡты ҙур теләк менән һатып ала. «Йәшлек», 10 июнь 2010.
ГӨҘМӘН (Р: хвостовое весло; И.: rear paddle; T.: kuyruktaki kürek) и. диал.
Һал йәки борамдағы ҡойроҡ ишкәге; бабайка. □ Хвостовое весло (парома или плота). Гөҙмәндә тороу. ■ Гөҙмән менән бара инек һал өҫтөндә. Экспедиция материалдарынан.
ГӨҘРӘ [рус. кудри] и. диал. ҡар. бөҙрә. Гөҙрә сәс. Гөҙрә ял.
ГӨҘӨРКӘ и. диал. ҡар. балитәк.
ГӨЖ (Р.: подражание звуку сильного ветра; И.: roar; T.: uğultu) оҡш.
195