Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 196


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

гөж-гөж
1. Үтәнән-үтә өргән көслө ел тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку сильного сквозного ветра. Мөрйә гөж итеп тора.
2. Ҡоштар осоп киткәндә сыҡҡан тауыш.
□ Подражание звуку вспорхнувшей птицы. ■ Шул ваҡытта былар [һунарсылар], ҡош уткән шикелле «гөж» иткән тауыш ишетеп, ҡая өҫтөнә ҡарағандар, ти. «Ҡара ат».
3. Бөжәктәр (бал ҡорттары, һағыҙаҡ һ. б.) сығарған тауыш. □ Подражание звуку, издаваемому насекомыми (пчёлами, осами и т. д.).
4. Пуля, снаряд осоп киткәндә сыҡҡан тауыш. □ Подражание звуку пролетевшей пули, снаряда.
5. Шаулап торған күмәк тауышты белдергән һүҙ; шау-шыу. □ Подражание гулу, шуму толпы. Боҙ яланы гөж итеп тора.
ГӨЖ-ГӨЖ I (Р.: подражание гулу, шуму толпы; И.: hubbub; T.: uğultu) оҡш.
Шаулап торған күмәк тауышты белдергән һүҙ; шау-шыу. ■ Подражание гулу, шуму толпы. Гөж-гөж килеу.
ГӨЖ-ГӨЖ II (Р.: кыш-кыш; И.: shoo; Т.: kış) саҡ.
Өйрәкте ҡыуғанда ҡулланылған һүҙ.
□ Кыш-кыш (слово отгона уток). Гөж-гөж, китегеҙ бынан!
ГӨЖ-ГӨЖ КИЛЕҮ (гөж-гөж кил-) (Р: шуметь; И.: make noise; T.: gürültü etmek) ҡ.
Гөж-гөж тигән тауыш сығарыу, шаулау.
□ Шуметь, гудеть.
ГӨЖГӨЛДӘТЕҮ (гөжгөлдәт-) (Р: скоблить; И.: scrape; T.: kazımak) ҡ. диал.
Торба йәки шуның кеүек ҡыуыш урынды берәй нәмә менән таҙартыу. □ Скоблить. Мөрйәне гөжгөлдәттек.
ГӨЖГӨЛӘҮ (гөжгөлә-) ҡ.
1. төш. ҡар. гөжгөү 2. страд, от гөж-гөү 2. ■ «Убыр» бер мөйөштәге тишектән ялт итеп нигеҙгә төшә лә китә, тишекте гөжгөләп ҡараһалар ҙа, «убыр» сыҡмай. С. Ҡудаш.
2. диал. Ышҡыу. □ Натирать. ■ Уң яғың гел гөжгөләйһең дә тораһың, һыҙланаһыңмы? Экспедиция материалдарынан.
ГӨЖГӨТӨҮ (гөжгөт-) ҡ. йөкм. ҡар. гөжгөү. понуд. от гөжгөү. ■ Бәлки, мине оҡшатып еткермәгән ҡайһы бер начальниктарҙың гөжгөтөп тороуы ла барҙыр. Н. Мусин.
ГӨЖГӨҮ (гөжгө-) (Р: скоблить; И.: scrape; T.: kazımak) ҡ. диал.
1. Ҡырып таҙартыу. □ Скоблить. Мөрйәне гөжгөу.
2. Туҙҙырыу. □ Разворошить. ■ Туҡтауһыҙ тоҙ һибеп ҡаныма, тынғы бирмәй һис бер йәнемә, гөжгөгәндәй ҡырмыҫҡа иләуен, тейә ул ғәрсел сәмемә. С. Ҡудаш.
3. Өрҙөрөү. □ Раздувать. ■ Бер туҡтауһыҙ гөжгөп торһаң, быҫҡып янған ут та бер саҡ килеп дөрләп ҡабына. К. Мәргән. [Хужағәле — бисәһенә:] Ул ҡуныс ниңә кәрәк булды? — Бына самауырға ут алмай, шуның менән гөжләтәйем тим. — Мә, гөжгөт! — тип бер кун киҫәге килтереп бирҙе [Хужағәле] С. Агиш.
4. диал. Ошаҡлау. □ Ябедничать, доносить. Береһе һине мөдиргә гөжгөп тора, билдәле.
ГӨЖ ИТЕҮ (гөж ит-) (Р: шуметь; И.: make a noise; T: uğuldamak) ҡ.
Гөж тигән тауыш сығарыу, шаулау, тауышланыу. □ Шуметь, галдеть. Майҙан гөж итеп ҡалды. ■ Аҡбуҙаттың тояҡ тауышын һиҙеп, кулдә гөж иткән тауыш ишетелгән, ти. «Аҡбуҙат». Шуның артынан бер-бер артлы гөж итеп снарядтар утәләр, йөрәк өҙгөс тауыштар менән ярылалар. Д. Юлтый.
ГӨЖ КИЛЕҮ (гөж кил-) (Р: шуметь, галдеть; И.: make a hubbub / din; clamour; T: gürültü etmek) ҡ.
Шаулау, тауышланыу, гөж тигән тауыш сығарыу. □ Шуметь, галдеть. ■ Вәзирҙәр туҫтаҡтағы һыуҙың бер генә тамсыһы ла кәмемәгәнлеген белдергәндәр. Шул ерҙә бөтә халыҡ гөж килеп, ҡул сабып ебәргән. Әкиәттән. [Бай:] Минең бирерлек малым юҡ, — тигән. — Әммә йәндәй кургән ҡыҙым бар. Еңгән егеткә Мәхубәмде бирәм, — тигән. Майҙан гөж килеп шаулап алған. Риүәйәттән. Халыҡ гөж килеп торғанлыҡтан, мин
196