Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 197


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨЖӨЛДӘТЕҮ
уларҙың [аҡһаҡалдарҙың ] ҡысҡырғанын да саҡ-саҡ ҡына ишетеп ҡалдым; туҡтап, уларҙың ни әйткәнен тыңларға булдым. «Алдар менән Зөһрә». Беҙҙең Ватан, ҡыҙым, матур, ҡояштай балҡып тора; .. йәнлеге, аҫыл ҡоштары, гөж килеп, ҡайнап тора. Р. Ниғмәти.
ГӨЖЛӘТЕП (Р: очень быстро; И.: in no time; T.: bir anda)/?.
Шәп итеп. □ Очень быстро, моментально. ■ Алты көн элек, гөжләтеп, шәп ямғыр яуа ине. Т. Арслан. Ауылдар һәм далалар өҫтөнән ҡара буран гөжләтеп үткән. Ә. Вәли. [Ғата:] Миңә бер ни ҙә түгел, гөжләтеп барам да киләм. Ә. Хәкимов.
ГӨЖЛӘТЕҮ (гөжләт-) ҡ.
1. төш. ҡар. гөжләү, страд, от гөжләү. Балаларҙы гөжләтмә, баш ауырта.
■ Ҡышҡыһын йоҡоға талған илде яҙға сыҡҡас ана шулай уятып ебәрә лә ул йыйын, майҙанға сығарып гөжләтеп, халҡының көсөн-ҡеүәтен барлап, нимәгә һәләтле икәнен күрһәтеп ҡала. К. Мәргән, һәммәһе гөжләтеп ҡул сабып ебәрә. Д. Бүләков.
2. Ҡурай уйнағанда гөж тигән тауыш сығарыу. □ Играть на курае с присвистом.
■ Был ялан яҡ йырсыларына ҡаршы тау башҡорттары гөжләтеп ҡурай уйнап, йырсылары ҡушлап йырлаған. Ҡобайырҙан.
3. Шаулатыу (самауыр тураһында), ҡайнатып сығарыу. □ Кипятить; шуметь (о самоваре). ■ [Ҡәмәр менән Ҡасим] ҡалай самауырҙы гөжләтеп, ҡара-ҡаршы сәй эсергә ултырҙылар. А. Таһиров. [Бибиәсмә инәй:] Гөжләтеп ебәр әле, һенлем, самауырҙы. Ғ. Лоҡманов. Ғәйшә инәй нишләп йөрөй тағы? Бындай көндө, самауыр гөжләтеп, йылы өйҙә генә ултырһаңсы, вареньелап ҡына сәй эсеп. Р. Сафин.
ГӨЖЛӘҮ (гөжлә-) (Р: гудеть; И.: hum; drone; T: vızıldamak) ҡ.
1. Елдең гөж тигән тауыш сығарыу ы. □ Гудеть. // Гудение. Ел гөжләй.
2. Бал ҡорттарының, төрлө бөжәктәрҙең гөж тигән тауыш сығарыу ы. □ Жужжать. // Жужжание. Себендәр гөжләй. ■ Тыуған ауы
лымдың саф һауаһын, иңкештәре гөжләп осор хуш еҫле болондарын, ер еләге, ҡуҙғалағы менән һөйөндөргән бәләкәс аҡландарын, тау, туғайҙарын нисек өҙөлөп яратмаҫһың икән?! X. Назаров. Йүкә бөркә баллы хуш еҫтәрен, ҡорттар гөжләй солоҡ эргәләй. Т. Ҡарамышева.
3. Төрлө нәмәләрҙең гөж тигән тауыш сығарыуы. □ Гудеть.// Гудение. N Машина бер ҡарыш та алға атламаны, бер урында гөжләп тик ултырҙы. Ә. Хәкимов. Ҡыҙ гөжләп торған самауырҙы өҫтәл өҫтөнә етеҙ генә килтереп ултыртты. А. Таһиров. Ҡара ат, яуға кергәндә, ҡая-таш, тип торманы. Уҡтар гөжләп торһа ла, йәнен аяп торманы. «Ҡара ат». [Палатка] тирәһендә гөжләй бағаналар, йырлағандай көрәш йырҙарын. Н. Нәжми. Бергә-бергә булыр бар хөрмәт, ә өҫтәлдә торор бал гөжләп. С. Кулибай.
4. Күмәк кешенең гөж тигән тауыш сығарыуы, шаулау. □ Гудеть, галдеть, оживлённо шуметь. ■ Йыл ыңғай килгәндә, Меңле иле гөжләп тора. Туйҙар, бәйгеләр, байрамдар үткәрелә. К. Мәргән. Минең, көнө буйы гөжләп торған донъяның шулай төнгө тынлыҡҡа сумыуын ҡарап, унан ләззәт таба торған ғәҙәт бар. Т. Килмөхәмәтов. Ауыл халҡы умарта иләүеләй гөжләп, ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләнде. «Йәшлек», 26 июнь 2010.
ГӨЖЛӘШЕҮ (гөжләш-) ҡ. урт. ҡар. гөжләү 2, 3, 4. взаимн. от гөжләү 2, 3, 4.
■ Мин яңынан музыканттар бүлмәһенә инеп оҙаҡ торманым, тышта гөжләшә башланылар. А. Таһиров. Умарта ҡорттарылай бер аҙ гөжләшеп алғас, төрлө мәсхәрәле һүҙҙәр дауылы ҡупты. С. Поварисов. Байыҡты танып, һүҙен дә ишеткәс, бөтә халыҡ умарта ҡортондай гөжләшеп күтәрелеп киткән. Хикәйәттән.
ГӨЖӨЛДӘТЕҮ (гөжөлдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. гөжөлдәү 2, 3, 4. понуд. от гөжөлдәү 2, 3, 4. Гөжөлдәтеп килеү. Гөжөлдәтеп барыу.
■ Түрә, ауыҙын арандай асып, күрек кеүек гөжөлдәтеп эсенә һауа тултырҙы ла бүлмә
197