ГӨЖӨЛДӘҮ
түшәмен күтәрерҙәй ҡаты сөскөрөп ебәрҙе. Й. Солтанов.
ГӨЖӨЛДӘҮ (гөжөлдә-) (Р.: жужжать; И.: buzz; be noisy; T: vızıldamak) ҡ.
1. төш. ҡар. гөжләү 1. страд, от гөжләү 1. ■ Һулыштары елдәр гөжөлдәүендә бер ишетелә һәм бер юғала. Н. Нәжми.
2. төш. ҡар. гөжләү 2. страд, от гөжләү
2. ■ Бында сәхрә. Ҡоштар һайрай, иңкештәр гөжөлдәй, күгәүен мыжғый, себен ябырыла, шулай ҙа йәне тыныс. Р. Камал.
3. төш. ҡар. гөжләү 3. страд, от гөжләү 3. Мотоциклдар гөжөлдәүе төнө буйы тынманы. ■ Башҡорт ғәскәрҙәре тау шиш-мәһендәй гөжөлдәп, диңгеҙҙәй рус ғәскәрҙәренә ҡушылып, француздарҙы ҡыуып алып киткәндәр, ти. Легенданан.
4. төш. ҡар. гөжләү 4. страд, от гөжләү 4. ■ Рәхмәтулла бабайым ҡарышһа ла, тыңламаған, кеше аптыратып, йәп-йәш ирҙе өйөнә индергән дә ҡуйған. Күҙ алдыма килтерә алам нисек халыҡ гөжөлдәгәнен. Г. Яҡупова. Былай ҙа аҙна буйына, бына-бына умартанан айырылырға торған ҡорт иле шикелле, туҡтауһыҙ гөжөлдәгән ауылды был яңылыҡтар бөтөнләй шаулатып ебәрҙе, ҡартын-йәшен аяҡҡа баҫтырҙы. Ғ. Әмири.
ГӨЖӨҮ (гөж-) (Р: скоблить; И.: scrape; T.: kazımak) ҡ. диал.
Ҡырып таҙартыу. □ Скоблить. ■ Иртәгәһе көн, ысынлап та, аяҙ тыуҙы, тик Тәлғәттең өр-яңы мейес мөрйәһе пыран-заран килгәйне: төндә кемдер инеп, юғарынан таяҡ менән гөжөп мөрйәне емергән. Р. Камал.
ГӨЖТ (Р: подражание звуку свиста при быстрой езде; И.: onomatopoeic word; T.: vız) оҡш.
Ҡыҙыу итеп үтеп киткәндә ишетелеп ҡалған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку свиста при быстрой езде. Гөжт кенә уҙып китеү.
ГӨЖТ ИТЕҮ (гөжт ит-) (Р: сделать быстро; И.: do very rapidly; T.: vız etmek) ҡ.
1. Нимәнелер бик тиҙ эшләү. □ Сделать быстро что-л. Бүлмәне гөжт итеп ялтыратып та ҡуйҙы. ■ Ҡуныстарҙың береһе —
өҫкә, икенсеһе саҡ ҡына аҫҡараҡ ҡаратылған. Аҫҡараҡ ҡарап торғанына турғайҙарым гөжт итеп инеп тә сыҡтылар. Й. Солтанов.
2. Ҡемделер йәки нимәнелер ҡыҙыу үтеп китеү. □ Быстро пройти, проехать мимо. Гөжт итеп уҙып китте. Малай велосипедта гөжт итеп ҡалды.
ГӨЙЗӨР [рус. гейзер < wcn.geysir} и. ҡар. ғәйсәр. ■ Әрнеү менән тулып һуҡҡан йөрәк түҙмәне, гөйзөр кеүек атылып сыҡты дуҫлыҡ һүҙҙәре. Ғ. Ибраһимов. Ҡайнар йөрәгемдең гөйзөр булып ташҡан хистәрен мин йыр итәм һиңә. Башҡортостан календарынан.
ГӨЛ I [фарс. cS] (Р: цветок; И.: flower(s); T.: gül) и.
1. Матурлыҡ өсөн өйҙә, баҡсала һ. б. ерҙә үҫтерелгән ваҡ һабаҡлы үҫемлек; сәскә. □ Цветок, цветы. / Цветочный. ■ Тәҙрә төптәрендә гөлдәр хуш еҫ бөркөп, күпереп сәскә атып ултыра, ти. Әкиәттән. Баҙыян түгел, гөлдәр үҫһен — етмәй Иҙел буйҙарға. Р. Фәхретдинов. Бөйөк Ватан һуғышында ауыр яраланып ҡайтҡан Мостай Ҡәрим ҡайнар мөхәббәт менән һуғарылған иҫ китмәле наҙлы, һәр бер юлы һөйөү менән мөлдөрәмә тулы «Таш өҫтөндәге гөлдәр» тигән шиғыр яҙҙы. Н. Асанбаев. Гөлдәр йылмайған, ҡырҙар нурланған, бөтә ер-күге нурға сырмалған. Ш. Бабич. Баҡса алдарым һаҙ ғына, аҫыл гөлө аҙ ғына. Халыҡ йырынан. • Алы булды, гөлө лә булыр. Мәҡәл. Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ өйгә ҡот ҡунмаҫ. Мәҡәл. Тышы гөл кеүек, эсе көл кеүек. Әйтем. Гөл ҡәҙерен былбыл белер. Мәҡәл. Гөл сәскәһенән билгеле. Мәҡәл. Гөл тикәнһеҙ булмаҫ. Мәҡәл. Гөлөнә ҡарама, төбөнә ҡара. Мәҡәл. Гөлөң сәскә атмаһа, ҡояшҡа үпкәләмә, үҙеңә үпкәлә. Мәҡәл. Сит ерҙең гөлөнән үҙ ереңдең дегәнәге артыҡ. Мәҡәл. Сәскәле гөл ҡәҙерле була. Мәҡәл.
2. бот. диал. ҡар. роза.
♦ Гөл кеүек бик һәйбәт, мул, яҡшы (тормош, көнкүреш тураһында). □ Прекрасно. ■ [Казихановтарҙың] ҡорған донъялары гөл кеүек, үҙҙәре һалып сыҡҡан ҙур, иркен, яҡты йорт әллә ҡайҙан балҡып ултыра, ихата
198