Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 199


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨЛДӨР
тулы эреле-ваҡлы малдары эркелешеп йөрөй. «Йүрүҙән», 5 апрель 2011. [Айҙар:] Алло! Наилә, һаумы? Бик һәйбәт, гөлдәр кеүек. Н. Нәжми. Гөлдән гөлгә ҡуныу елғыуар булыу. □ Быть непостоянным (в любви). Гөлдән гөлгә ҡуныусы елғыуар кеше. □ Вертопрах, донжуан.
ГӨЛБАҘЫЯН [фарс. cS] и. бот.
1. ҡар. баҙыян үләне.
2. ҡар. һары мәтрүшкә.
ГӨЛ-БАҠСА (Р.: цветочный сад; И.: flower garden; T.: gül bahçesi) и.
Гөл баҡсаһы. □ Цветочный сад. ■ Йәш бер ҡала [Салауат] күкрәп балҡып тора, ярҙарына баҙып Иҙелдең, гөл-баҡсалар уны биҙәгәндәр, урамдары уҡтай төҙ уның. Картотека фондынан. Беҙҙең тауҙарыбыҙ һинең һарайҙарыңдан бейегерәк, болондарыбыҙ һинең бынау келәмдәреңдән дә матур, урмандарыбыҙ һинең гөл-баҡсаңдан йәмлерәк, шишмәләребеҙҙең һыуы саф, тәмле, кешегә көс биреп тора, — тигән. Әкиәттән. Ҡәҙерләп үҫтергән мин һинең емешең, ҡуйының — гөл-баҡса, наҙлы ел — һулышың. Йырҙан.
ГӨЛ БАҠСАҺЫ (Р.: цветник; И.: flower garden; T.: gül bahçesi) и.
1. Гөл, сәскәләр ултыртылған ер. □ Цветник. Гөл баҡсаһына сығыу.
2. Ял итеү урыны. □ Парк; место отдыха. Гөл баҡсаһына барыу. Гөл баҡсаһында ял итеү.
ГӨЛ БЕТЕ (Р.: цветочная тля; И.: flower aphid; T.: yaprak biti) и. зоол.
Гөлдәрҙең һутын һурып, ҡорота торған, сәскәһе ниндәй төҫтә булһа, шул төҫтәге ваҡ ҡына ҡанатһыҙ бөрсә. □ Цветочная тля (лат. Aphidoidea). Баҡса сәскәләрен гөл бете ашап бөткән.
ГӨЛБИҘӘР (Р.: красивый, приятный на вид; И.: beautiful; good-looking; T.: güzel) c.
Матур, күңелгә ятышлы. □ Красивый, приятный на вид. ■ Йәшел аҡланда елдән сайҡала ҡайын һәм шыршы, ере — гөлбиҙәр, ҡайыны — сибәр, шыршыһы — ҡупшы. Я. Ҡолмой.
ГӨЛБИС [рус.] (Р: голбец; И.: rear part of an oven; T.: soba ile duvar arası) и. диал.
1. Мейес арты, мейес менән стена араһы. □ Голбец (место между печью и стеной). Гөлбискә инеп ҡасыу.
2. Ауыл өйөндә аш-һыу әҙерләй торған урын; ҡашығалды. □ Кухня, место в деревенской избе, где готовится пища. Гөлбистә генә самауыр ҡайнатыу.
♦ Гөлбистән сыҡмау өй мәшәҡәттәренән бушамау. □ Погрузиться в домашние заботы.
ГӨЛБОСТАН [фарс. ûM] (Р: цветник; И.: flower garden; parterre; T.: gülistan) и. юғары.
1. Гөл баҡсаһы. □ Цветник; сад, где растут цветы; цветущий сад. Гөлбостан тулы сәскәләр.
2. күсм. Хозурлы, рәхәт һәм байлыҡ тулы ер. □ Цветущий край. Донъя гөлбостанға әйләнде. ■ Башҡортостан — гөлбостан, сөм-бөлөстан, нурбостан, шунда тыуған, шунда үҫкән башҡорт атлы арыҫлан! Ш. Бабич. Күңелем таша даръя һыуы менән илем гөлбостанын пакларға. Д. Юлтый.
ГӨЛБУЙ [фарс. (Р: благоухающий запах, аромат; И.: fragrance; T.: güzel koku) и.
Гөлдөң хуш еҫе. □ Благоухающий запах, аромат цветка. Гөлбуй таралды.
ГӨЛ БУЛЫУ (гөл бул-) (Р: быть в хорошем, прекрасном состоянии; И.: be in fine spirits, fine; T.: iyi olmak) ҡ.
Һәйбәт, яҡшы булыу. □ Быть в хорошем, прекрасном состоянии. • Бер кол булмайынса гөл булып булмай. Әйтем. Ергә төшкән гөл булыр, утҡа төшкән көл булыр. Мәҡәл. Ике күңел бер булһа, сүплек башы гөл булыр. Мәҡәл.
ГӨЛБӘДИӘ и. диал. ҡар. гөбәҙиә. Гөл-бәдиә бешереү.
ГӨЛБӘҪ [рус.] и. диал. ҡар. гөлбис.
ГӨЛДӨР (Р.: подражание воркованию голубей; И.: cooing; T.: cıvıltı) оҡш.
1. Күгәрсен гөрләгән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание воркованию голубей. Күгәрсендәр гөлдөр килә. ■ Гөр-гөр гөлдәргә, күңелле күгәрсендәр. Халыҡ ижадынан.
2. Күк күкрәгәндәге һәм шуға оҡшаш доңғорлап сыҡҡан тауышты белдерә.
199