ГӨЛДӨР-ГӨЛДӨР
□ Подражание звуку грома и другим монотонным шумам. Кук йөҙө гөлдөр итеп ҡалды.
ГӨЛДӨР-ГӨЛДӨР (Р.: подражание воркованию голубей; И.: cooing; T.: cıvıl cıvıl) оҡш.
1. Күгәрсен гөрләгән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание воркованию голубей. Гөлдөр-гөлдөр гөрләу. ■ Көн буйына «гөлдөр-гөлдөр», эй, гөрөлдәй кугәрсен. Уның нимә һөйләгәнен ҡайҙан ғына беләһең?! Г. Юнысова. Ауыл яҡта кугәрсендәр һайрап ҡуйҙы гөлдөр-гөлдөр. Р. Назаров.
2. Күк күкрәгәндәге һәм шуға оҡшаш доңғорлап сыҡҡан, ҡабат-ҡабат гөлдөр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку грома и другим монотонным повторяющимся шумам. ■ Гөлдөр-гөлдөр гөрләйһең, сабыйҙарса, уҙ телеңдә әллә ниҙәр һөйләйһең, сәптәр-сәптәр сөптөрләй, гөлдөр-гөлдөр гөлдөрләй. С. Ғәбиҙуллин. Гөлдөр-гөлдөр кук музыка уйнай, бейей куңел, бейей уләндәр, бейей йәшел уләндәр! М. Ғәли. Йыраҡтан гөлдөр-гөлдөр арба килә, ул да тынлыҡты ҡуйыртыр өсөн генә. Ш. Бабич.
3. кусм. Кешеләрҙең сөкөрләшеп, серләшеп һөйләшкәнен белдергән һүҙ. □ Подражание звуку негромкого разговора. Гөлдөр-гөлдөр һөйләшәләр. ■ [Закир:] Ҡайтып, башҡалар шикелле, гөлдөр-гөлдөр гөрләшеп, донъя көтөп йәшәргә теләйем хәҙер.
3. Биишева.
ГӨЛДӨР-ГӨЛДӨР ИТЕҮ (гөлдөр-гөлдөр ит-) (Р.: щебетать; И.: twitter; Т.: cıvıldamak) ҡ.
Гөлдөр-гөлдөр тигән тауыш сығарыу, гөлдөрләү. □ Издавать многократные монотонные звуки. Ҡоштар гөлдөр-гөлдөр итәләр.
ГӨЛДӨР-ГӨЛДӨР КИЛЕҮ (гөлдөр-гөлдөр кил-) (Р: щебетать; И.: twitter; Т.: cıvıldamak) ҡ.
1. Гөлдөр-гөлдөр тигән тауыш сығарыу, гөлдөрләү. □ Щебетать.
2. Бер төрлө тауыш сығарыу. □ Издавать монотонные звуки. ■ Сапҡыстың
гөлдөр-гөлдөр килеуе йыраҡтарға тарала. Ғ. Лоҡманов.
ГӨЛДӨРГӨҮ оҡш. ҡар. гөлдөр. ■ «Гөлдөргөу!» Кугәрсендәр гөрләй: «Гөлдөргөу!» Әйтерһең дә, улар маҡтай ҡыҙҙы: «Беҙҙең өсөн уҫкән гөлдөр был!» Ғ. Ғүмәр. Гөлдөргөу! Гөлдөргөу! Кугәрсендәр тәҙрә баштарында геуләйҙәр. Р. Ғарипов.
ГӨЛДӨР ИТЕҮ (гөлдөр ит-) (Р.: воркование голубей; И.: cooing; T.: cıvıldamak) ҡ.
Күгәрсендәр гөрләшеү. □ Ворковать (о голубях). // Воркование голубей. ■ Кугәрсендәр гөлдөр итәләр.
ГӨЛДӨРЛӘП (Р: в мире и согласии; И.: peacefully; calmly; T.: sakince) р.
Татыу, тыныс (булыу). □ В мире и согласии (жить). Гөлдөрләп йәшәу.
ГӨЛДӨРЛӘТЕҮ (гөлдөрләт-) (Р.: издавать монотонный звук; И.: produce a monotonous sound; T.: monoton ses çıkartmak) ҡ.
Гөлдөр-гөлдөр (2) иттереү. □ Издавать монотонный звук. ■ Төнгө һауаларҙы гөлдөрләтеп, һирәк кенә аттар кешнәйҙәр. Ғ. Мәсғүт.
ГӨЛДӨРЛӘҮ (гөлдөрлә-) (Р: ворковать, гоготать; И.: coo; cackle; T.: cıvıldamak) ҡ.
1. Ҡоштарҙың гөлдөр-гөлдөр тигән тауыш сығарыуы. □ Ворковать, гоготать (о птицах). ■ Урман ауыҙында ҡорҙар йырын, һуйыр гөлдөрләуен ишетергә мөмкин. Экспедиция материалдарынан. Яҙмыштың кисәге ҡылыҡтары изге юлымдан тай-ҙыртмағанға ҡыуанып, ҡоштай талпынып осорға болдорҙан ғына төшкәйнем, ни курәм! — баш осомдан гөлдөрләп кук кугәрсендәр китте. Й. Солтанов.
2. кусм. Өлтөрәп тороу. □ Быть приветливым. Ҡыҙ кугәрсен кеуек гөлдөрләп тора.
ГӨЛДӨРЛӘШЕҮ (гөлдөрләш-) ҡ.
1. урт. ҡар. гөлдөрләү 1.взаимн. от гөлдөрләү 1. Кугәрсендәр гөлдөрләшә. Йыраҡтан ҡорҙарҙаң гөлдөрләшеуе ишетелә. ■ Кугәрсенкәй ҡошоң гөлдөрләшә тыранса ғына аҫты шөрлөктә. Халыҡ йырынан.
200