Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 201


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

гөлләмә
2. кусм. Йомшаҡ, наҙлы һөйләшеү.
□ Ворковать; нежно разговаривать. Баҡсала ғашиҡтар гөлдөрләшә.
ГӨЛДӨРӘҮ (гөлдөрә-) ҡ. ҡар. гөлдөр-гөлдөр итеү. ■ Кәртә артында ғына, кугәрсен кеуек гөлдөрәп, Бөйә йылғаһы ағып ята. «Башҡортостан», 16 май 2007. Купме тылҡыма, уҙ көйөнә гөлдөрәгән һуйыр һымаҡ, кеше фекеренә ҡолаҡ һаламы ла, тупаҫ екереуҙән башҡа дәлиле бармы Фазлыевтың? Ә. Хәкимов.
ГӨЛ ЕМЕ и. бот. диал. ҡар. гөлйемеш.
ГӨЛЗАР [фарс. и. кит. ҡар.
сәскәлек.
ГӨЛЗӘМИН [фарс. û^] (р: бальзамин; И.: (impatiens) balsam; T.: kınaçiçeği) и. бот. кит.
Бохар ҡынаһы. □ Бальзамин (лат. impatiens). Гөлзәмин орлоғо. Гөлзәмин сәскәһе.
ГӨЛЙЕМЕШ (Р.: шиповник; И.: dog rose; T.: yabangülü) и. бот.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған сәнскеле ҡыуаҡ үҫемлек һәм шул үҫемлектең емеше; әлморон. □ Шиповник (лат. Rosa). Гөлйемеш уҫентеһе. Гөлйемеш төнәтмәһе. Гөлйемеш майы. ■ Етмәһә, тегендә, алыҫта, гөлйемеш ҡыуаҡлығының аръяғында бесән кубәләп йөрөгән, мутлығы менән даны сыҡҡан Танау Нәжип тә был яҡҡа куҙ һалғылап ҡуя шикелле. М. Кәрим. Беҙҙең баҫыу уртаһында сәскә ата гөлйемеш, мине ултер-гән дошмандан һеҙ ус алырға тейеш. Бәйеттән. [Юлсыларҙың] өҫ-баштары, осло ҡаяларға, ағас ботаҡтарына, гөлйемеш, ҡурай еләге ҡыуаҡтарына эләгеп, әҙәм ҡарағыһыҙ булып йыртылып-тетелеп бөттө. Ә. Хәкимов.
ГӨЛЙӨҘӨМ КҮБӘЛӘГЕ (Р: плодожорка; И.: tortrix moths; T: yaprakbüken) и. зоол.
Ҡарышлауығы емеш ағастарына оялай торған көндөҙгө аҡ күбәләк. □ Плодожорка (лат. Tortricidae).
ГӨЛЙЫҒАС и. бот. диал. ҡар. гөлйемеш. Гөлйығас ҡыуағы. Гөлйығас сәскәһе.
ГӨЛКӘЙ I (Р.: цветочек; И.: my sweety; T.: çiçek) и. ирк. ҡар. гөл.
Ҡатын-ҡыҙға әйтелә торған яратыу, ир-кәләү һүҙе. □ Цветочек мой (ласкательное слово по отношению к женщине). ■ Шиңгән сәскә төҫлө ағарынған гөлкәйемдең алһыу йөҙҙәре. Д. Юлтый. [Шакир — ҡыҙға:] Әп итегеҙ, тинем бит, гөлкәйем, мин әйткән һуҙемдә тора торған кеше. С. Агиш. Мәҙинәм, гөлкәйем, береһе [ҡулъяулығым] һыуҙарға аҡты, бәғеркәйем. Халыҡ йырынан.
ГӨЛКӘЙ II (Р: одетый без вкуса; И.: tasteless; vulgar; T.: zevksiz) с. диал.
Йәмһеҙ, зауыҡһыҙ кейенгән. □ Одетый без вкуса. Гөлкәй ҡатын. Гөлкәй булыу.
ГӨЛКӘЙЛӘНЕҮ (гөлкәйлән-) (Р: одеваться без вкуса; И.: dress tastelessly; T.: zevksiz giyinmek) ҡ. диал.
Йәмһеҙ, зауыҡһыҙ кейенеп алыу. □ Одеваться без вкуса. Тағы гөлкәйләнеп алған.
ГӨЛӨ-ГӨЛӨ (Р: слово для подзыва уток; И.: word for calling ducks up; T.: bili bili) саҡ. диал.
Күркә саҡырыу һүҙе. □ Слово для подзыва индюков.
ГӨЛӨКӘЙ и. ирк. диал. ҡар. ҡолоҡай.
ГӨЛӨМ (Р: цветочек мой; И.: my sweety; T.: gülüm) и. ирк. ҡар. гөл.
Ҡатын-ҡыҙға әйтелә торған яратыу, ир-кәләү һүҙе. □ Цветочек мой (ласкательное слово по отношению к женщине). ■ [Юламан:] Бибигөлөм... һеңлем — иркә гөлөм. Ғ. Әхмәтшин.
ГӨЛЛӘМӘ (Р: букет; И.: bouquet; bunch of flowers; T.: demet) и. кит.
Гөл бәйләме; букет. □ Букет. ■ Туй ҙа уҙа, йылдар уҙа, аҡ кулдәктәр ҙә туҙа. Гөлләмәләр урынына тормош сәнскәген һуҙа. Ф. Күзбәков. Рәмзил хәҙер асыҡ курә, Хәмит ҡуҙ-сәскәләрҙән гөлләмә яһаны. Д. Бүләков. Сәскәләрҙең бөтә төрҙәренән һин йыйғанһың икән гөлләмә. Р. Ғарипов. Һин уҙеңһең наҙҙар гөлләмәһе, саф нуры һин ынйы мәрйендәрҙең. М. Ғәли.
201