Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 202


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨЛЛӘНЕҮ
ГӨЛЛӘНЕҮ (гөллән-) (Р.: покрываться цветами, цвести; И.: bloom; flower; blossom; T.: çiçeklenmek) ҡ.
1. Гөл-сәскәгә күмелеү. □ Покрываться цветами, цвести. Баҡса гөлләнде.
2. кусм. Һәйбәтләнеү, матурланыу (тормошҡа ҡарата). □ Улучшаться (о жизни). Тормош гөлләнә бара.
ГӨЛП оҡш. ҡар. гөлт. Гөлп итеп ҡалыу.
ГӨЛП ИТЕҮ (гөлп ит-) (Р: вспыхнуть;
И.: blaze up; T.: alev almak) ҡ.
Уттың ҡапыл тоҡанып китеүе, гөлпләү.
□ Вспыхнуть пламенем. Ут гөлп итеп ҡалды.
ГӨЛПЛӘҮ (гөлплә-) (Р.: вспыхнуть; И.: take fire; T.: alev almak) ҡ.
1. Гөлп итеү, ҡапыл тоҡаныу. □ Вспыхнуть, воспламениться. // Вспышка, воспламенение, возгорание. Ҡоро утын гөлпләп янып китте.
2. Йомшаҡ, кәүшәк, көпшәк булыу.
□ Быть рыхлым. ■ Аяҡтар бата, балалар сәсе кеуек йомшаҡ һаҙ уләне менән ҡапланған аяҡ аҫты гөлпләп тора. Ә. Вахитов.
ГӨЛПӨЛДӘҮ (гөлпөлдә-) (Р: гореть ярко; И.: blaze; T.: alev alev yanmak) ҡ.
Шәп итеп, ҡыҙыу яныу (ут тураһында).
□ Гореть ярко, пылать (об огне). Ут гөлпөлдәп яна.
ГӨЛСИРЕН [фарс. + лат. syringa] (Р: сирень; И.: lilac; T.: leylak) и. бот. шиғр.
Күксин, сирень. □ Сирень. Гөлсирен ботағы. ■ Өфөләргә барыуҙарым гөлсирен өсөн генә. Яныуҙарым, көйөуҙәрем бер һинең өсөн генә. Халыҡ йырынан.
ГӨЛСТАН [фарс. (р: цветущий край; И.: blooming land; T.: gülistan) и. юғары.
Гөлдәр, гөл-баҡсалар иле. □ Цветущий край. ■ Тауҙар, туғайҙар шундай йәмле — әйтерһең дә, гөлстан. Ш. Бабич. Ҡотобона нур төшмәй, матур булмаҫ был йыһан, һайрамаҫ былбыл да, булһа гөлстандан жөда. М. Аҡмулла.
ГӨЛСӘ и. диал. ҡар. кәлсә 1. Гөлсә бешереу.
ГӨЛСӘР и. ҡар. гәлсәр. ■ Тәуге яҙҙың гөлсәр моңо ҡалһын куңелебеҙгә. Р. Бикбаев.
ГӨЛ-СӘСКӘ (Р: цветы; И.: flowers; Т.: çiçekler) и. йыйн.
Төрлө гөл һәм сәскәләр. □ Цветы. ■ Ете ҡапҡа ете төрлө, имеш. Һәр ҡапҡанан йортҡа ҡарай сит-ситтәре гөл-сәскәләр менән биҙәлгән ептәй һуҡмаҡтар тартылған. Әкиәттән. Ҡар һыуҙары шаулап аҡты инде, гөл-сәскәләр атмаҫ, тимәгеҙ, — бишектәге бала, биш төрләнеп, ат атланып сапмаҫ, тимәгеҙ! Р. Ғарипов. Гөл-сәскәгә кумелеп иҫкә ала тыуған яғың һине яҙ һайын, оло юл буйында аҡ ҡайындар, уҙең һаҡлап ҡалған Айһайың. «Йәшлек», 7 май 2009.
ГӨЛСӘСӘК (гөлсәсәге) и.
1. ҡар. сәскә 1. ■ Юлымдағы шиңмәҫ гөлсәсәккә берәй бөртөк туҙан-саң төшһә, ул ҡунған саң — һинең ышанмауың, куңелеңә килгән шик-шөбһә. Р. Ғарипов.
2. диал. Гөлйемеш сәскәһе. □ Цветок шиповника.
ГӨЛТ (Р: подражание вспышке; И.: flash!; T.: çıtır çıtır) оҡш.
1. Уттың ҡапыл тоҡанып китеүен аңлатҡан һүҙ; гөлп. □ Подражание мгновенной вспышке огня. Гөлт итеу.
2. кусм. Таҙа, матур итеп йыйыштырылған ерҙе һүрәтләгәндә әйтелә; ялт.
□ Чистота, порядок. ■ Өй эсе гөлт итеп тора, ти. Ул тушәмгә тиклем өйөп ҡуйылған урын-ер нәмәләре, аҫыл келәмдәр куҙҙең яуын алып тора, ти. Әкиәттән.
3. Тиҙлекте, кинәтлекте белдергән һүҙ.
□ Подражание быстрому движению, действию. ■ [Линараның] уҡыуы һәйбәт, ҡулынан эш килә, нимә тотһа, шуны гөлт итеп башҡарып ҡуя, моғайын, йөҙҙәренә оят килтермәҫ. Л. Яҡшыбаева. Гөлт итеп ҡуҙғалды буран, һиҫкәнде кук гөлт итеп. М. Ғәли.
ГӨЛТ-ГӨЛТ (Р: подражание звуку вспышки; И.: flash!; T: ateş sesi) оҡш.
Тиҙ йәки кинәт ҡабынып китеү рәүешендәге ритмик тауышты белдерә. □ Подражание звуку периодической вспышки.
202