Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 203


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

гөләп
ГӨЛТ-ГӨЛТ ИТЕҮ (гөлт-гөлт ит-) (Р.: вспыхивать; И.: flash; break out; flare; T.: ateş almak) ҡ.
Тиҙ йәки кинәт ҡабынып китеү (ут тураһында). □ Вспыхивать. Ут гөлт-гөлт итеп яна. ■ Ҡыҫык майҙан автомат утынан гөлт-гөлт итеп яҡтырып китә, гранаталар гөрһөлдәй. Ә. Хәкимов.
ГӨЛТ ИТЕҮ (гөлт ит-) (Р.: вспыхивать;
И.: blaze up; T: tutuşmak) ҡ.
1. Уттың ҡапыл тоҡанып янып китеүе.
□ Вспыхивать, внезапно возгораться. // Вспышка, внезапное возгорание огня. Ут гөлт итеп янып китте. Гөлт итеп ҡабыныу. ■ Беҙҙең Силәбе күмере биш минут эсендә мамыҡ кеүек гөлт итеп яна ла бөтә шул. Ф. Аҡбулатова.
2. Электр утының ҡапыл тоҡандырыл ыу ынан яҡтырып китеү. □ Засветиться, вспыхнуть (об окнах, помещении и т. д. от внезапно включенного электрического света). ■ Күрше йортта ҡапҡа шығырланы, гөлт итеп тә китте тәҙрәләр, һуңлап ҡына, тимәк, ҡунаҡ килгән, хужалар ҙа, тимәк, өйҙөләр. Т. Ғәниева. Ул [зал] көндөҙгө яҡтылыҡ биреп яныусы тиҫтәләгән лампалар менән гөлт итеп тора. 3. Биишева.
3. күсм. Ҡыҙарыу, ҡыҙарып китеү.
□ Краснеть. Баланың яңаҡтары гөлт итеп яна башланы. ■ Алтынсәс, атаһының ки-нәйәһен аңлап, гөлт итеп ҡыҙарып, аҫҡа ҡараны. Ә. Хәкимов.
ГӨЛТЛӘҮ (гөлтлә-) (Р: вспыхивать; И.: flare up; T.: tutuşmak) к.
1. Ҡапыл ялҡынланып тоҡаныу.
□ Вспыхивать, внезапно возгораться. // Вспышка, внезапное возгорание огня. ■ Ел салғыйын елпеп үтһә, дөрләп, гөлтләп ут ҡабына. С. Ғәбиҙуллин. Йәнә [Маһинурҙың] тамағы быуылыуҙан башына гөлтләп ут ҡабыныуы, күҙендә йәшен һүнеүе килеп-ки-леп ҡабатлана. Ә. Хәкимов. Сыраҡ гөлтләп тоҡаныуға, һаҡсы кемгәлер ниҙер ҡысҡырҙы, мылтығын эләктереп, былай табан килә башланы. Б. Рафиҡов. Тамам бөтөрҙөк ти
гәндә, ҡапыл гөрһөлдәп, туптар шартланы, ут көлтәләре гөлтләне. Ғ. Ибраһимов.
2. күсм. -п хәл ҡылымы формаһында ни-мәнеңдер ҡапыл башҡарылыуын белдерә. □ В форме деепричастия на -п обозначает внезапность выполнения какого-л. действия. ■ Роман, үҙенән-үҙе ацлашыла, гөлтләп тоҡанды: урыҫ офицеры, данлы генералдың улы айыуҙы килтереп биргәндәрен көтөп ултыра буламы? Б. Рафиҡов. Бибинур гөлтләп ҡабынырға торған йөҙөн Хәйрулланың түшенә йәшерҙе. Д. Бүләков.
ГӨЛТӨЛДӘТЕҮ (гөлтөлдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. гөлтөлдәү, понуд. от гөлтөлдәү. Гөлтөлдәтеп усаҡ яна.
ГӨЛТӨЛДӘҮ (гөлтөлдә-) (Р: вспыхивать; И.: burst into flame; T.: tutuşmak) ҡ.
Гөлт итеү, ҡапыл ялҡынланып, тоҡанып китеү. □ Вспыхивать. // Вспышка. Гөлтөлдәп мейес янып китте.
ГӨЛ ҮҪТЕРЕҮСЕ (Р: цветовод; И.: floriculturist, flower grower; florist; T.: gülcü) и.
Гөлдәрҙе сәсеп, тәрбиәләп үҫтереүсе белгес. □ Цветовод. Гөл үҫтереүсе булып эшләү.
ГӨЛ ҮҪТЕРЕҮСЕЛЕК (үҫтереүселеге) (Р.: цветоводство; И.: floriculture; flower growing; T.: gülcülük) и.
Гөл үҫтереү менән шөғөлләнеүсе хужалыҡ тармағы. □ Цветоводство.
ГӨЛШӘҺҮРӘ I [фарс. + ғәр. + J^] (Р: цветок; И.: flower; T.: çiçek) и.
Сәскә. □ Цветок.
ГӨЛШӘҺҮРӘ II (Р: знаменитый; И.: famous; T.: ünlü) с.
Танылған, мәшһүр. □ Известный, знаменитый.
ГӨЛӘНДӘМ I [фарс. + j£] (Р: изящный; И.: slender, slim; svelte; elegant; T.: zarif) с.
Гөл кеүек нәфис кәүҙәле, зифа буйлы. □ Изящный, стройный. Гөләндәм ҡыҙ. Гөләндәм булыу.
ГӨЛӘНДӘМ II и. диал. ҡар. гөлләмә. Гөләндәм бүләк итеү.
ГӨЛӘП (гөләбе) [фарс. ч-1^] (Р: шиповник; И.: dog rose; T.: yabangülü) и. диал.
203