Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 204


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨМАН
Гөлйемеш. □ Шиповник. Гөләп сәскәһе. Гөләп ҡыуағы.
ГӨМАН I [фарс. сМ] (Р.: предположение; И.: assumption; guess; supposition; T.: tahmin) и.
1. Фараз, уй. □ Предположение, догадка, мысль. Гөман менән һөйләу. Минең гөманымса.
2. Шик, шөбһә. □ Сомнение, подозрение. Гөманға сәбәп булыу. ■ Куңелен биләй башлаған ҡот осҡос гөманға ышанғыһы килмәне Мәҙинәнең. Ә. Хәкимов. Моғайын, ауылда куҙ өҫтөндә ҡаш булып танылған остаҙы Юламан да, теге яҙыусылар ҙа хаталыҡ менән ҡулға алынғандыр, сөнки уларҙы дошман итеп гөман ҡороу ҙа көлкө бит. Ә. Хәкимов.
ГӨМАН II [фарс. сМ] и. ҡар. ҡарын. ■ Ә мин «гөман »дың кесе йыһандағы яралғы икәнен аңғарып алдым — боронғосалыр? Г. Яҡупова.
ГӨМАН ИТЕҮ (гөман ит-) (Р.: сомневаться; И.: doubt; T.: şüphe etmek) ҡ.
Шөбһәләнеү, уйлау, фараз итеү. □ Сомневаться, подозревать.
ГӨМАНЛЫ I (Р: предположительный; И.: suppositional; estimated; presumptive; T.: varsayımsal) c.
Фаразға нигеҙләнгән. □ Предположительный.
ГӨМАНЛЫ II (Р: беременная; И.: pregnant; gravid; T.: gümenli) c.
Буйында булған, ауыры булған; ауырлы. □ Беременная. ■ Һигеҙ йыл элек, таҙ батыр тереһыуҙы алып һарайҙан сығып киткәндән һуң, унан гөманлы булып ҡалған һылыу ҡыҙ быны көнө-төнө зарығып көтөр була. Әкиәттән. Оло ҡатыны ҡымыҙ бешә, уртансыһы кейем тегә, ә кесе ҡатыны шунда уҡ гөманлы була. Әкиәттән.
ГӨМАНЛЫ БУЛЫУ (гөманлы бул-) (Р: забеременеть; И.: become pregnant; T.: hamile kalmak) ҡ.
Буйға ҡалыу, ауырға ҡалыу. □ Забеременеть, быть беременной. ■ Гәйнә ырыуының барлыҡҡа килеу серен икенсе йунәлештә —
ҡыҙ баланың ҡояш йәки ай нурҙарынан гөманлы булыу мотивы аша — аңлатырға мөмкин. Ф. Нәҙершина.
ГӨМАНЛЫЛЫҠ I (гөманлылығы) (Р: гипотеза; И.: hypothesis supposition; T.: tahmin) и.
Фараз, уй, ниәт. □ Гипотеза, предположение.
ГӨМАНЛЫЛЫҠ II (гөманлылығы) (Р: беременность; И.: pregnancy; gestation; T.: hamilelik) и.
Ауырлы булыу, йөклөлөк. □ Беременность.
ГӨМБАҠСА (Р: кочковатая земля; И.: tussocky terrain; T.: tümsekli toprak) и. диал.
Түңгәкле ер. □ Кочковатая земля.
ГӨМБӨР I (Р: подражание сильному шуму, грохоту; И.: rumble!; T.: gümbürtü) оҡш.
1. Бушлыҡта яңғырап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание сильному раскатистому шуму, грохоту. Торба гөмбөр итеп төшөп китте.
2. Тәрән һыуға ҙур ауыр нәмә төшкәндә йәки шыйыҡ нәмәне бешкәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание глухому шуму, вызванному падением тяжёлого предмета с высоты в глубокую воду или звуку при взбивании жидкости. Таш һыуға гөмбөр төшөп китте.
ГӨМБӨР II (Р: ботало; И.: kind of fishing tackle; T: balık tutma cihazı) и. балҡ.
Балыҡ өшкөтә торған тупалсаҡ башлы оҙон таяҡ; дөмбөр. □ Ботало. Гөмбөр менән балыҡ ҡурҡытыу. Гөмбөр менән балыҡтарҙы ауға таба ҡыуалар.
ГӨМБӨР-ГӨМБӨР (Р: подражание повторяющемуся грохоту, шуму; И.: imitation of rumbling; T.: gümbür gümbür) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат гөмбөр тигән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся сильному раскатистому шуму, грохоту. ■ Гөмбөр-гөмбөр кешнәтеп, Көрәнде менәр көн ҡайҙа? Бәйеттән.
2. Алыҫта һөйләшкән күмәк кешенең яңғырап ишетелгән тауышын белдергән һүҙ.
204