ГӨМБӘЛӘНЕҮ
□ Подражание повторяющемуся глухому шуму, разговору. Гөмбөр-гөмбөр һөйләшеү. Гөмбөр-гөмбөр килеү.
ГӨМБӨР-ГӨМБӨР ИТЕҮ (гөмбөр-Төмбөр ит-) (Р.: издавать сильный грохот; И.: produce a roar; T.: gümbürdemek)^.
Ҡабат-ҡабат гөмбөр тигән тауыш сығарыу. □ Издавать сильный грохот. Гөмбөр-гөмбөр итеп төшөп китеү.
ГӨМБӨР ИТЕҮ (гөмбөр ит-) (Р.: издавать сильный грохот; И.: produce a roar; T.: gümbürdemek) ҡ.
1. Гөмбөр тигән, бушлыҡта яңғыраған тауыш сығарыу. □ Издавать сильный грохот, грохотать. Гөмбөр итеп ҡалды.
2. Тәрән һыуға ҙур ауыр нәмәләр төшөргәндә сыҡҡан тауышты белдереү. □ Производить глухой шум. Бүрәнәләр гөмбөр итеп төштө. Таш гөмбөр итеп һыуға төшөп китте.
ГӨМБӨРЛӘТЕҮ (гөмбөрләт-) (Р: грохотать; И.: produce a roar; T.: gümbürdetmek) ҡ.
Гөмбөр-гөмбөр иттереү. □ Грохотать, издавать сильный грохот. ■ Егет-елкенсәктең гөмбөрләтеп һаба бешкән тауыштары ишетелде. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». Мәғфүрә, ит ашап, һурпа эсеп туйып, тирмә түрендә маҙырайышып ултырған байбисәләргә, будкалағы оло имән көбөнө гөмбөрләтеп бешеп, ике өлкән саған алдырға ҡымыҙ ҡойоп индереп бирҙе. Һ. Дәүләтшина.
ГӨМБӨРЛӘҮ (гөмбөрлә-) ҡ. ҡар. гөмбөр итеү 1. ■ Ат, йылыуға тура килеп, санаһы менән ҡуша гөмбөрләп төшөп киткән. Й. Солтанов. [Гөлйөҙөм] ҡыҫыҡ ишеккә ҡолағын һалып, атаһы менән Тимерғәле ҡарттың һүҙҙәрен тыңланы. Уларҙың бик һаҡ ҡына һөйләшкән һүҙҙәре ҡуйы ирҙәр тауышы менән гөмбөрләп ишетелә ине. Һ. Дәүләтшина.
ГӨМБӨРЛӘШЕҮ (гөмбөрләш-) ҡ. урт. ҡар. гөмбөрләү, взаимн. от гөмбөрләү. Гөмбөрләшкән тауыштар ишетелеү. Гөмбөрләшеп килеү.
ГӨМБӘ I [Көнсығыш Европа телдәренән] и. диал. ҡар. бәшмәк. Гөмбә йыйыу. Гөмбәгә барыу.
ГӨМБӘ II и. диал. ҡар. торон II. Гөмбә һуғыу. Үңәҙ гөмбәләре менән ҡапланыу.
ГӨМБӘ III (Р: стоматит; И.: stomatitis; T.: ağız iltihabı) и. диал.
Аҡ төшөү, ауыҙ бешмә, стоматит (ауыҙ тиресәһенең шешеүе). □ Стоматит.
ГӨМБӘҘ и. диал. ҡар. көмбәҙ 1, 2. ■ Ул [Фатима] егеттәр янынан һеңлеһен етәкләп шәп-шәп үтеп китте, атлаған ыңғайға сәсендәге сулпыһы һәм түшендәге һаҡалының гөмбәҙҙәре, тәңкәләре сылтырап ҡалды. Ж. Кейекбаев. Бик алыҫтан ҡаланың гөмбәҙҙәре яҙғы ҡояшҡа ялтырап күренгәс, Һибәт .. киң итеп бер һулыш алды. Д. Юлтый.
ГӨМБӘҘ Л Е (Р: сводчатый; И.: vaulted; arched; T.: kümbetli) и. диал.
Гөмбәҙләп эшләнгән, гөмбәҙе булған; көмбәҙле. □ Сводчатый, со сводами; имеющий купол. Гөмбәҙле тәҙрә.
ГӨМБӘҘЛӘНЕҮ (гөмбәҙлән ) (Р: походить на купол; И.: look like a dome; T.: kümbete benzemek) ҡ. диал.
Гөмбәҙгә оҡшау, гөмбәҙ һымаҡ булыу.
□ Походить на купол, стать как купол. Гөмбәҙләнеп күренеү.
ГӨМБӘЛЕ (Р: грибной; И.: containing mushrooms; with mushrooms; T.: mantarlı) с. диал.
Гөмбә (I) ҡушылған, гөмбә һалынған; бәшмәкле. □ Грибной, с грибами. Гөмбәле бәлеш бешергән еңгәм. Гөмбәле аш.
ГӨМБӘЛЕК (гөмбәлеге) (Р: грибное место; И.: mushroom grown spot; T.: mantarlık) и. диал.
Гөмбәгә бай, гөмбә күп үҫкән урын.
□ Грибное место. Гөмбәлеккә барҙыҡ, күп йыйҙыҡ гөмбәне. Гөмбәлеккә юлығыу.
ГӨМБӘЛӘНЕҮ (гөмбәлән-) (Р: покрываться грибами; И.: get covered with mushrooms; T.: bir yerde mantarların çoğalması) ҡ. диал.
205