Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 207


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨНАҺТЫ ЙЫУЫУ
1. дини. Хоҙай тарафынан хупланмай тип иҫәпләнгән эш; яҙыҡ. □ Грех, прегрешение. Гөнаһ эшләү. ■ [Бай — Хәйретдингә:] Мосолман кешегә аяҡ өҫтө тороп һөйләшеүе гөнаһ. Я. Хамматов. [Шымбай ҡарт Шәмсиә хаҡында:] Килен көнләшеүҙән генә үҙ-үҙенә ҡул һалды. Мөртәт китте. Ундайҙы йәлләү үҙе гөнаһ. 3. Биишева. • Гөнаһына күрә язаһы. Мәҡәл. Йәш менән гөнаһ йыуылмай. Мәҡәл.
2. Ғәҙәткә һыймаған эш; ғәйеп. □ Вина, проступок. Гөнаһты ярлыҡау. Гөнаһтарҙы ғәфү итеү. ■ Шунан Айыуғолаҡ теге ҡыҙҙарға быларҙың икеһенең дә гөнаһтарын һөйләп бирҙе, ти. Әкиәттән.
ГӨНАҺ БУЛЫУ (гөнаһ бул-) (Р.: считаться грехом; И.: be sinful; T.: günah olmak) ҡ.
Яҙыҡ булыу, гөнаһ булып иҫәпләнеү.
□ Считаться грехом. Гәйбәт бик ҙур гөнаһ булып тора. ■ [Фәхри:] Шуның өсөн уны [туҙбаш йыланды] күргән берен үлтереп барырға кәрәк, ти. Уның өсөн бер ҙә гөнаһ булмай, ти. Әгәр инде уны үлтермәһәң, йөҙгә етә лә, ти, аждаһа була, ти. Ғ. Ибраһимов.
ГӨНАҺҠА ҠАЛЫУ (гөнаһҡа кал-) (Р.: впасть в грех; И.: lapse into sin; T.: günaha girmek) ҡ.
Дини ҡараш буйынса ғәйеп тип иҫәпләнгән, Хоҙай тарафынан хупланмаған эш эшләү, гөнаһҡа төшөү. □ Впасть в грех. Ҙур гөнаһҡа ҡалыу.
ГӨНАҺҠАР [фарс. (Р: грешный, греховный; И.: sinful; T.: günahkâr) с.
1. дини. Гөнаһ эштәр эшләүсе, гөнаһлы.
□ Грешный, греховный. Гөнаһҡар булыу. ■ [Диндар ҡарт:] Мерәҫ! Һинең йәш ваҡытыңда ҡылған гөнаһтарың үҙең күргән ғазаптарың хаҡына гөнаһҡарҙар китабынан юйылып бөттө. Халыҡ ижадынан.
2. иҫк. кит. Енәйәт ҡылыусы. □ Преступник.
ГӨНАҺҠА ТӨШӨҮ (гөнаһҡа төш ) ҡ. ҡар. гөнаһҡа ҡалыу.
ГӨНАҺ ҠЫЛЫУ (гөнаһ ҡыл-) (Р: со грешить; И.: sin; T.: günah işlemek) ҡ.
Гөнаһ тип иҫәпләнгән эш эшләү. □ Согрешить, совершить грех. ■ Мәүсилә, .. йырып үткеһеҙ шырлыҡлы ҡара урмандар араһына ташланып, шунан, оҙаҡ күренмәй тороуына ғәфү үтенгәндәй, гүйә, бер ниндәй ҙә гөнаһ ҡылманым тигән төҫлө, көтмәгән урында яҡтылыҡҡа ырғылып сығыусы Аҡнөгөшөн күҙ алдына килтерә. Ә. Хәкимов. • Гөнаһ ҡылһаң, тәүбә итә бел. Мәҡәл.
ГӨНАҺЛАНЫУ (гөнаһлан-) (Р: совершить грех; И.: commit a sin, sin; T.: günah işlemek) ҡ.
Гөнаһ эш эшләү, гөнаһлы, ғәйепле булыу. □ Совершать грех; быть виновным, грешным.
ГӨНАҺЛЫ (Р: грешный, греховный; И.: sinful; T.: günahlı) с.
Гөнаһы булған, гөнаһҡа ҡалған, гөнаһ ҡылған. □ Грешный, греховный; виновный, виноватый. Гөнаһлы булыу. ■ [Агаев:] Ә мин танмайым, гөнаһлымын, иптәш гвардия лейтенанты! Я. Хамматов. Кыпсаҡ старшинаһының ҡыҙын бер егет менән тотҡандар, шунан был хәлде ҡыҙҙың атаһы, гөнаһлы эшкә шаһит кешеләрҙең ауыҙын йомдороп, тауыш-тынһыҙ ғына баҫып ҡалдырған. Н. Мусин. • Алған — бер гөнаһлы, алдырған — мең гөнаһлы. Мәҡәл.
ГӨНАҺЛЫҠ (гөнаһлығы) (Р: греховность; И.: sinfulness, moral wickedness; T.: günahlık) и.
Гөнаһ эше. □ Греховность, грешное дело. Гөнаһлыҡ эшләү.
ГӨНАҺЛЫЛЫҠ (гөнаһлылығы) (Р: греховность; И.: depravity; T.: günahlık) и.
Гөнаһлы булыу. □ Греховность, погрешность. Уның гөнаһлылығы билдәле.
ГӨНАҺСЫ (Р.: грешник; И.: sinner; Т.: günahkâr) и.
Гөнаһ эшләүсе, гөнаһ ҡылыусы. □ Грешник.
ГӨНАҺТЫ ЙЫУЫУ (гөнаһты йыу-) (Р: искупить вину; И.: clear one’s guilt up; T.: telâfi etmek) ҡ.
207