Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 208


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨНАҺҺЫҘ
Гөнаһты яҡшы эш менән бөтөрөү. □ Искупить вину добрыми делами. Гөнаһтарын яҡшы эштәре менән йыуҙы.
ГӨНАҺҺЫҘ (Р.: безгрешный, невинный; И.: sinless; innocent; T.: günahsız) c.
Гөнаһы булмаған, ғәйепһеҙ; саф. □ Безгрешный, невинный. ■ Бөтөн хәрәкәтем гөнаһһыҙ бер бала рәүешендә булды. Р. Фәхретдинов. Тайное, йөҙөнә гөнаһһыҙ бер төҫ биреп, тәбиғәт матурлығына һылтап ҡына яуап ҡайтарҙы. И. Насыри. Әсәй! Беләм, күктәргә бағаһың, серҙәрең сәсеп төн тынына. Гөнаһһыҙ пак күҙҙәреңдән ергә йондоҙҙар тәгәрләп ҡойола. М. Ғәли.
ГӨНАҺҺЫҘЛЫҠ (гонаһһыҙ л ығы) (Р: безгрешность; И.: sinlessness; T.: günahsızlık) и.
Гөнаһһыҙ булыу хәле. □ Безгрешность, безвинность. Уның гөнаһһыҙлығы раҫланды.
ГӨНАҺ ШОМЛӨҒО I (Р: напасть из-за грехов; И.: misfortune due to sins; T.: belâ) и.
Бәхетһеҙлек, бәлә, ҡаза. □ Беда, несчастье, напасть из-за грехов. ■ Гөнаһыбыҙ шомлоғонан ер күтәрмәй, ямғырҙан ҡоро ҡалды беҙҙең баҫыу. М. Аҡмулла.
ГӨНАҺ ШӨМЛОҒО II (Р: несчастный;
И.: poor thing;T.: baş belâsı) өндш.
Шелтәләүҙе йәки үкенеүҙе белдергәндә әйтелә. □ Несчастный, бедолага (произносится при сожалении, раскаянии или упрёке). Йоҡлап ҡалған бит, гөнаһ шомлоғо. ■ Өләсәйем хатта самауыр моронон бороп ҡуйырға ла онотҡан, өҫтәл өҫтө ҡайнар һыу менән тулды. — Эй, гөнаһ шомлоғо, — тип ул бер миңә ҡараны, бер ҡул сепрәге менән өҫтәлде ҡоротто. Р. Низамов.
ГӨНАҺ ШОМЛОҒОНА ҠАРШЫ (Р: к несчастью; И.: unfortunately; T.: ne yazık ki) инш. мәғ.
Бәхетһеҙлеккә ҡаршы, бәләгә ҡаршы. □ К несчастью. ■ Ҡайғылы хәбәрҙәр, гөнаһ шомлоғона ҡаршылырмы, бер-бер артлы килде. Ғ. Ибраһимов. Татыркүлгә ҡайтып баш һалырғамы, берәй ауылға китеп көтөүгә ялланырғамы, тип ҡаңғырып йөрөгәндә,
гөнаһ шомлоғона, ул [Төбәй] Андрей исемле кешегә юлыҡты. Ә. Хәкимов.
ГӨНАҺ ШОМЛОҒО ТЕЙЕҮ (гөнаһ шомлоғо тей-) ҡ. ҡар. гөнаһ шомлоғо төшөү.
ГӨНАҺ ШОМЛОҒО ТӨШӨҮ (гөнаһ шомлоғо төш-) (Р: попасть в беду; И.: get into trouble; come to grief; T.: başı derde girmek) ҡ.
Бәхетһеҙлек, бәлә килеү. □ Попасть в беду.
ГӨНАҺШОМЛОҠ (гөнаһшомлоғо) и. ҡар. гөнаһ шомлоғо. ■ Кемдәр ҡылған һеҙҙең эшкә һыуыҡ ҡанлыҡ? Әллә бер-бер гөнаһшомлоҡтарға ҡаршы төшөрҙө микән Хоҙай был хәлдәргә? Д. Юлтый.
ГӨНАҺЫНА ИНЕҮ (гөнаһына ин-) (Р: обвинять в содеянном грехе; И.: accuse of sins; T.: günahına girmek) ҡ.
Кемделер гонаһ эшләүҙә ғәйепләп һөйләү.
□ Кого-то обвинить в содеянном грехе.
ГӨНАҺ ЭШЛӘҮ (гөнаһ эшлә-) ҡ. ҡар. гөнаһ ҡылыу.
ГӨНЖӘЛӘ и. диал. ҡар. көнйәлә.
ГӨП (Р: подражание глухому звуку удара; И.: boom!; T.: şap) оҡш.
Йомшағыраҡ ергә ауыр нәмә бәрелгәндә сыҡҡан тоноҡ тауышты белдергән һүҙ.
□ Подражание глухому звуку удара или падения тяжёлого предмета. Гөп булыу. Гоп итеп ҡуйыу. ■ Ерҙә һуғыш та, үлем дә юҡ. Тик ҡояшҡа һаман да нимә менәндер һуғалар: гөп, гөп, гөп... М. Кәрим.
ГӨП-ГӨП (Р: подражание многократным, повторяющимся глухим звукам; И.: onomatopoeic word; T.: şap şap) оҡш.
Ҡабат-ҡабат гөп иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным, повторяющимся глухим звукам. Гөп-гөп һуғыу. ■ Бер мәл таң яҡтырып килгәндә гөп-гөп итеп баш осонда ғына ике тапҡыр мылтыҡ аттылар. М. Кәрим.
ГӨП-ГӨП ИТЕҮ (гөп-гөп ит-) ҡ. ҡар. гөп итеү. ■ Шул уҡ күлдә әлеге балыҡсы Хәмит әллә ниндәй гөп-гөп иткән тауыштар ишеткән. И. Насыри.
208