Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 209


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨР
ГӨП ИТЕҮ (гөп ит-) (Р.: глухо ударять; И.: slap; T.: şap şap vurmak) ҡ.
Гөп тигән тауыш сығарыу. □ Глухо ударять, стучать, шлёпать. Гөп итеп ҡалыу. Гөп итеп төшөү. Гөп итеп һуғылыу. ■ Йылан да, уның артынан ҡалышмаҫҡа теләп, тейен артынан ташланғайны, шунда уҡ ергә йығылды ла төштө. Ул гөп итеп ҡалды. А. Карнай. Ул [император ғали йәнәптәре] гөп итеп креслоһына ултырҙы, оло зәңгәр күҙҙәрен тәгәрәтеп бындағыларға һөҙөп ҡараны ла ҡулына ниндәйҙер ҡағыҙ алды. Ф. Янышев.
ГӨПӨЛДӘТЕҮ (гөпөлдәт-) (Р: глухо ударять; И.: slap; T.: şaplatmak) ҡ.
Гөп-гөп тигән тауыш сығартыу. □ Глухо ударять, стучать, шлёпать. ■ Буталыштың ни менән барып бөтөрө билдәһеҙ ине. Тап ошо мәлдә кемдер гөпөлдәтеп атып ебәрмәһенме! Ә. Хәкимов. Менәүәрә урын йәйә: әсәһенән ҡалған ҡалын кейеҙҙе түшәй, уның өҫтөнә ап-аҡ сепрәк йәйә, гөпөлдәтеп һуҡҡылай-һуҡҡылай, яҫтығын рәтләп һала, юрғанын яҙып ебәрә. Н. Мусин. [Фәтихтең] эсендә уттар янһа ла, тышҡа сығарып гөпөлдәтмәү генә түгел, ыһ та итмәҫтәй, уфтанып бармаҫтай эске бер сабыр көс-ғәйрәт бар унда. А. Мағазов.
ГӨПӨЛДӘҮ (гөпөлдә-) (Р.: издавать глухой звук; И.: produce a dull sound; T.: şaplamak) ҡ.
Гөп-гөп тигән тауыш сығарыу. □ Издавать глухой звук. ■ Берҙәм аяҡ баҫҡан тауыштар гөпөлдәп ишетелә. Р. Ниғмәти. Ул ваҡыт Асеткиндың да, подпрапорҙың да тауышы юҡ. Тик бер-береһенә һуға торған йоҙроҡ тауыштары ғына гөпөлдәй. А. Таһиров. Тап та топ сыбағаштар гөпөлдәй, күңелле шау-шыу яңғырай. Ә. Хәкимов. Был ваҡытта тиҫтәләгән туп бер-бер артлы гөпөлдәй, әллә ҡайҙан килеп сыҡҡан ят караптар Ро-гервик крепосын утҡа тота ине. Б. Рафиҡов. Тап шул ваҡытта Нурлығаян һүҙҙәренә яуап биргән кеүек, ырҙын табағы уртаһындағы мотор өҙөп-өҙөп гөпөлдәне лә, ҡуҙғалып киткәс,.. тигеҙ шаулай башланы. Ә. Вәли.
ГӨПӨЛДӘШЕҮ (гөпөлдәш-) ҡ. урт. ҡар. гөпөлдәү, взаимн. от гөпөлдәү. Алыҫта туптар гөпөлдәшә.
ГӨППӘҺЕНӘН (Р: слишком много; И.: too, exceedingly much; T: fazla) p.
Самаһыҙ күп. □ Слишком много. ■ [Карам] йылына мотлаҡ ҡайтып йөрөнө. Сәй-шәкәрен, кейем-һалымын, донъя кәрәген гөппәһенән йөкмәр ине. Т. Килмөхәмәтов.
ГӨП ТӘ ГӨП (Р: подражание многократным глухим звукам удара; И.: tat tat; T: tak tak) оҡш.
Бер нәмә менән икенсеһенә бер-бер артлы һуҡҡанда барлыҡҡа килгән тоноҡ тауыш. □ Подражание многократным глухим звукам удара или падения тяжёлого предмета. Гөп тә гөп иткән тауыш ишетелә. Гөп тә гөп итеү. ■ Көн буйы һабан һөрөп йәки ураҡ урып, сыбағаш менән гөп тә гөп ашлыҡ һуғып арыһалар ҙа йәштәр таралырға ашыҡмай. Ә. Хәкимов.
ГӨП ТӘ ГӨП КИЛЕҮ (гөп тә гөп кил-) (Р: издавать многократные глухие звуки; И.: tat tat; T.: tak tak etmek) ҡ.
Гөп-гөп иткән тауыш сығарыу. □ Издавать повторяющиеся глухие звуки.
ГӨР (Р: подражание воркованию голубей; И.: imitation of cooing; T.: kuğurma) оҡш.
1. Күгәрсен тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание воркованию голубей. Гөр килеү. ■ Эй, яҡында ла инде ошо гөр! Ул яңғыраһын ине гел дә гел. Р. Шаммасов.
2. Йомшаҡ ритмик рәүештә ҡабатланған тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание мягкому ритмичному гулу. Машина гөр килеп эшләй.
3. Шәп янған ут тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание шуму сильного огня. М Хәҙер тауҙар, таштар аҡтарыла, снарядтар шартлай гөр килеп. Р. Ниғмәти. Ер емерелгәндәй, гөр килде һауа. Б. Бикбай.
4. Күмәк халыҡ тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание беспорядочному шуму толпы. Гөр итеү. ■ Касса артындараҡ бер буш урынға барҙым да, халыҡты ҡарар өсөн,
209