Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 210


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨРАЗ
стена буйына уңайлап һөйәлдем... Халыҡ гөр килә. С. Агиш.
5. кусм. Күңелле эш, тормош шауын белдерә. □ Подражание радостному шуму, гаму. Я Барыһы гөр килә, гармун тарталар, шау-шыу. Б. Бикбай. Шат, гөр килеп, йырлап баралар. Ғ. Сәләм. Өй эсе ҡул сабыу, хуплау тауыштарынан гөр килде. Б. Бикбай. Бар халыҡ гөр килеп ҡул сапты, шаулашып көлдө. Б. Бикбай.
ГӨРАЗ [фарс. (Р.: героизм, смелость; И.: heroism, boldness, courage; T.: kahramanlık) с. иҫк. кит.
Батырлыҡ, тәүәккәллек. □ Героизм, смелость, решительность. Ғөраз курһәтеу.
ГӨРГӨЛДӘК (гөргөлдәге) (Р: игра в прятки; И.: hide-and-seek (game)', T.: saklambaç) и.
Йәшенешеп уйнай торған балалар уйыны; йәшенмәк (бер төркөм бала һанашып, берәуҙе көтөусе итеп ҡалдыра; көтөусе куҙен ҡаплап, гөр-гөр итеп көйләп, башҡалар йәшенеп бөткәнсе тора; кемде башта тапһа, артабан шул көтөусе була һәм уйын яңынан дауам итә). □ Игра в прятки, в жмурки (детская игра). Гөргөлдәктә көтөусе булыу. ■ Кистән бик оҙаҡ итеп урамда гөргөлдәк уйнағайныҡ. Н. Мусин.
ГӨРГӨЛДӘҮ (гөргөлдә-) (Р: водить (при игре в прятки); И.: lead (the game); T.: oyunda ebe olmak) ҡ.
Гөргөлдәк уйнағанда көтөүсе булыу (куҙҙе йомоп, гөр-гөр тип тороу). □ Водить (при игре в прятки). Я Гөрөлдәусе: «Гөр-гөр-гөр әтәс, ике тауыҡ, бер әтәс», — тип гөргөлдәй. Экспедиция материалдарынан.
ГӨРГӨЛӘҮ (гөргөлә-) ҡ. ҡар. гөжгөләү.
ГӨР-ГӨР (Р: подражание шуму; И.: onomatopoeic word; T.: gürültü) оҡш.
Ҡабат-ҡабат гөр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократным звукам шума, гама. Гөр-гөр итеу. Ҡоштар гөр-гөр гөрләшәләр. Я Әбей өйҙә аш әҙерләп йөрөй, кухняһында гөр-гөр газ яна. Т. Арслан.
ГӨР-ГӨР ИТЕҮ (гөр-гөр ит-) (Р: ворковать; И.: соо; T.: kuğurmak) ҡ.
1. Күгәрсендәрҙең гөр-гөр тигән тауыш сығарыуы. □ Ворковать (о голубях). Кугәрсендәр гөр-гөр итәләр.
2. Шау-гөж итеү, шаулау. □ Шуметь, галдеть. Йыйылған халыҡ гөр-гөр итә.
ГӨР-ГӨР КИЛЕҮ (гөр-гөр кил ) (Р: ворковать; И.: соо; T.: kuğurmak) ҡ.
1. Күгәрсендәрҙең һ. б. ҡоштарҙың гөрләүе. □ Ворковать (о голубях). Ҡоштар гөр-гөр киләләр.
2. Шау-гөж итеү, шаулау □ Шуметь, гудеть. Куршеләр гөр-гөр килеп ҡунаҡ булалар.
ГӨРГӨРӨЙ и. диал. ҡар. ҡамҡа.
ГӨРГӨС (Р: скребок; И.: scraper; Т.: kaşağı) и.
1. Нимәнелер лә булһа этеп шылдыра, ышыра торған ҡорамал. □ Скребок. Гөргөс менән ҡар көрәу.
2. диал. Ирәк. □ Скребло. Тирене гөргөс менән ҡырыу.
ГӨРГӨҮ (гөргө-) ҡ. диал. ҡар. көргөү. Мөрйә гөргөу. Самауыр гөргөу. Н Яҫтыҡ-таш артынан кутәрелгән Етембай аяҡтарын шыуып китмәҫлек итеп йәтешләп баҫты ла ҡолға менән өңдөң ауыҙын гөргөргә тотондо. Б. Рафиҡов.
ГӨРЗӨЙ [фарс. (Р: палица; И.: club, cudgel; T.: gürz) и.
1. Боронғо һуғыш ҡоралы; суҡмар. □ Булава (старинное оружие); палица. Дошман гөрзөйҙәре. Гөрзөй менән бәреу. Я Бына дөлдөл атына атланып, зөлфәҡәр ҡылысын тағып, ҡырҡ батман ауырлыҡ гөрзөйөн аҫып яуға китеп бара, ти, Ғәли бәһлеуән. Ғ. Хөсәйенов.
2. дини. Утлы гөрзөй. □ Огненная булава для наказания грешных в аду. Утлы гөрзөй тотҡан улар.
ГӨР ИТЕҮ (гөр ит-) ҡ. ҡар. гөрләү. Кугәрсендәр гөр итә. Балалар гөр итә.
ГӨР КИЛЕҮ (гөр кил-) ҡ. ҡар. гөрләү. Я Урмандар, әкиәт шикелле, гөр килеп, шаулап тора. Р. Ниғмәти. Батшаның оло ҡыҙы .. ҡарсығаһын сөйөп ебәргән, ҡарсыға бер хандың ҡулбашына барып ҡунған. Халыҡ:
210