ГӨРЛӘШЕҮ
«Бик шәп, бик шәп!» — тип гөр килгән. Әкиәттән. Бөтәһе гөр килеп ҡул сапты.
3. Ураҡсин.
ГӨРЛӨ (Р.: шумный, оживлённый; И.: noisy; loud; boisterous; T.: gürültülü) c.
Гөрләп, ҡайнап торған, шаулы күңелле. □ Шумный, оживлённый, бурный, кипучий. ■ Ғилман ағай, Ҡәмәр, Марат киттеләр, гөрлө, яҡты ҙур ҡаланан тағы ла гөрлөрәк, тағы ла яҡшыраҡ, ҙурыраҡ ҡалаға. Картотека фондынан.
ГӨРЛӘМЕШ и. диал. ҡар. гөргөлдәк.
ҒӨРЛӘПӘ и. бот. диал. ҡар. ҡаҡы.
■ Гөрләпә ашап уҫтек. Экспедиция материалдарынан. Һөрөлмәй ҡалған ташландыҡ ерҙәрҙе ҡыҙғылт-зәңгәр һабаҡлы, тағы ла тәмлерәк гөрләпә ҡаплап ала. Картотека фондынан.
ГӨРЛӘТЕҮ (гөрләт-) (Р.: вызвать гудение; И.: make hoot; T.: uğuldatmak) ҡ.
1. Ғөр иттереү. □ Вызвать гудение. Утты гөрләтеу. ■ Бығаса өндәшмәй генә ситтә торған икәуҙең береһе, тауышында ку-гәрсен гөрләтеп юхаланып, тауыш бирҙе. Д. Бүләков.
2. Күмәк кешене гөр (4) килтереү, гөр иттереү. □ Заставить оживлённо шуметь. Хәбәр бар ауылды гөрләтте.
3. кусм. Күңелле, шәп итеп эшләү, йәшәү; гөр (5) килтереү. □ С вдохновением что-то делать. Мәҙәниәт усағын гөрләтеу. Тормошто гөрләтеу. Туйҙы гөрләтеу.
■ Сәйфелмөлөк батша була, улар гөрләтеп туй яһайҙар. Халыҡ ижадынан. Кеше яратҡанғамы, Хоҙай уҙен дә ярата: илдә ҡытлыҡ, йорттарҙан бәрәкәт киткән, ә ул [Маһинур] гөрләтеп ике һыйыр һауа. Т. Гарипова. Шап-шаҡтай, гөрләтеп донъя көтөрҙәй аҫыл ир-егеттәребеҙ һәләк булды Чечен яуында. «То-ратау», 29 ноябрь 2011.
ГӨРЛӘҮ (гөрлә-) (Р: ворковать; гудеть; И.: coo; T.: kuğurmak, üveymek) ҡ.
1. Гөр (1) тигән тауыш сығарыу. □ Ворковать, шуметь. ■ Ҡук кугәрсен гөрләй, мин йырлайым, дуҫ-иштәрем килгән эргәмә. Халыҡ йырынан. Гөрләй, геуләй кугәрсен, Гөлкәй
һыйлай, курәһең. 3. Биишева. Гөрләй кугәрсен тәҙрә башында, ике балаһы ҡалай аҫтында. К. Кинйәбулатова.
2. Ритмик тауыш сығарыу. □ Гудеть.
■ Бына комбайн беҙҙең туранан гөрләп уҙып китте. Ф. Әсәнов. Йугереп кенә мендем тау башына, гөрләп кенә килә машина. Халыҡ йырынан.
3. Күмәкләп шаулау; шау килеү. □ Шуметь, гудеть. ■ Завод гөрләп тора. Ғ. Әмири. Ишәйер ҙә ине иләуебеҙ, гөрләп торор ине баш йорт та. С. Ғәбиҙуллин.
4. кусм. Бик күңелле йәки шәп булыу. □ Вдохновенно, с подъёмом что-то делать.
■ Ҡарттар бында салт аҡыллы, эшкә тилбер йәштәре, шуға ла йәйен-ҡышын гөрләп бара эштәре. С. Ғәбиҙуллин. Табын гөрләй. Раушанияның ҡаланан килгән туғандары Яйыҡ буйын кутәреп алып бара. Сәхрә, йәй уртаһы. Ҡемгә тейә бындай һый, кемдәр шулай куңелле йәшәй белә? Р. Камал. Иҫке юлдар, йәйләу урындары, ауылдарҙан ҡалған нигеҙҙәр, ҡайҙа һеҙҙең гөрләп торған саҡтар? С. Ғәбиҙуллин. Асылһа тау тубәләре, гөрләр ине кис уйындар. С. Ғәбиҙуллин.
ГӨРЛӘҮЕК (гөрләүеге) (Р: ручей; И.: stream; tiny brook, streamlet; T.: derecik) и.
1. Яҙын ҡар иреүҙән йәки көслө ямғырҙан барлыҡҡа килеп, гөрләп аҡҡан һыу. □ Ручей, ручеёк (дождевой или талой воды). ■ Ҡояш ҡыҙҙырып, гөрләуектәр аға башлағас, бөтә әҙәм урам яҡ кәртә буйындағы ҡарҙы, кәрәк менән ырғытып, ситкә тарата. М. Кәрим. Ҡарҙар ирей, һыу аға, аға йылғаға табан. Гөрләуектәр гөр килә: «Бына яҙ килде!» — тиҙәр. Картотека фондынан. Етеҙ йугереусе гөрләуектәр яҙ йыры йырлай. Ф. Иҫәнғолов. Шаулай-шау-лай гөрләуектәр аға, етте инде яҙғы өҙәрем. Р. Ғарипов.
2. Һыуҙың бер урындан түбәнгә атылып ағыуына әйтелә. □ Водопад. ■ Ямғыр аша тирә-яғыма ҡарандым. Иңкеуҙәрҙә гөрләуектәр аға. Р. Назаров.
ГӨРЛӘШЕҮ (гөрләш-) ҡ.
211