Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 212


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГӨРНӘСӘ
1. урт. ҡар. гөрләү 1. взаимн. от гөрләү
1. Кугәрсендәр гөрләшә.
2. кусм. Татыу, матур итеп һөйләшеү.
□ Ворковать; весело галдеть, шуметь. Балалар урамда гөрләшәләр. ■ Батшаның икенсе ҡыҙы бөркөтөн сөйөп ебәрһә, бөркөт бер бай егеттең ҡулбашына барып ҡуна. Халыҡ тағы ла: «Бик хуп, бик хуп!» — тип гөрләшә башлаған. Әкиәттән. [Рәми Гариповҡа] бик куп йәш ижадсылар килә торғайны. Улар бергә һөйләшә, гөрләшә, ҡайнаша шунда. «Йәшлек», 15 сентябрь 2005.
3. кусм. Шат, матур итеп күңел асып (йәшәу, тороу, ҡалыу). □ Жить весело, легко, красиво, в мире. ■ [Ынйыбикә — Юламанға:] Терел! Терел тиҙерәк, һөйләшербеҙ. Кугәрсендәй гөрләшербеҙ. Ғ. Әхмәтшин.
ГӨРНӘСӘ [рус. горница} и. диал. ҡар. веранда. Гөрнәсә төкәтеп ҡуйыу.
ГӨРӨЗДӘ (Р.: груздь; И.: milk mushroom; T: Lactarius türü mantarlar) и. биол.
Итләс бәшмәк. □ Груздь (лат. Lactarius resimus). Гөрөздә йыйыу. Гөрөздә эшләпәләрен япраҡтар аҫтына йәшереп уҫә.
ГӨРӨЗДӘЙ1м. биол. диал. ҡар. гөрөздә.
ГӨРӨЗДӘЙ II (Р.: груз; И.: freight; Т.: ağırlık) и. диал.
Ауға ҡуйылған ауырлыҡ. □ Грузило. Гөрөздәйҙе һыуға һалыу.
ГӨРӨЛДӨ (Р: гул, шум; И.: rumble, boom; T: gürültü) и.
Гөр-гөр иткән тауыш, дырылдауыҡ.
□ Гул, шум, грохот.
ГӨРӨЛДӘК I (Р: водопад; И.: waterfall; cascade; T.: şelale) и.
1. Һыуҙың кескәй дәүмәлдә бер ерҙән гөрөлдәк тауыш сығарып ағып төшөүе, шарлауыҡтың кескенәһе. □ Водопад. ■ Ямғыр килә! Сихри аҙан — гөрөлдәк тауыштары. Ҡайҙа мин тамсы тыңлаған бала саҡ ҡыуыштары? Д. Шәрәфетдинов.
2. диал. Балалар уйыны; гөргөлдәк (берәу гөрөлдәй, бутәндәр йәшеренә. Гөрөл-дәусе эҙләп табырға тейеш була). □ Детская игра в прятки.
ГӨРӨЛДӘК II (Р: басовитый; И.: in а Bass voice; T.: kalın) с.
Ҡалын тауышлы. □ Басовитый, басистый, низкий (о голосе). Гөрөлдәк тауыш менән һөйләу. Гөрөлдәк тауышлы. ■ «Арыумы, мырҙам», — тип иҫәнләште килеп ингән ағай гөрөлдәк кукрәк тауышы менән. Яр. Вәлиев.
ГӨРӨЛДӘТЕҮ (гөрөлдәт-) (Р: вызывать гудение; И.: elicit hooting; T: homurtu yapmak) ҡ.
Гөр-гөр иттереү. □ Вызывать гудение, шум, заставить грохотать. Газға баҫып машинаны гөрөлдәтеу. ■ Матайында гөрөлдәп, Сибаев килеп төштө. Бөтәһен дә ыҙалаған Гиндулла сәскесен агрегаттан ысҡындырып ҡалдырырға бойорҙо ла гөрөлдәтеп китеп барҙы. Й. Солтанов.
ГӨРӨЛДӘҮ (гөрөлдә-) ҡ. ҡар. гөрләү. Кугәрсендәр гөрөлдәй. Гөрөлдәп яныу. ■ Куп тә утмәне, УАЗ-дың ҡеуәтле гөрөлдәуенән тәҙрә быялалары зыңлап китте. Ә. Хәкимов. Яҡында ғына трактор гөрөлдәй тугелме? Эйе, ана лаһа уларҙың тракторы. И. Теләүембәтов.
ГӨРӨЛДӘШЕҮ (гөрөлдәш-) ҡ. урт. ҡар. гөрөлдәү, взаимн. от гөрөлдәү.
■ Кук кугәрсен куккә менә, гөрөлдәшеп, һуҙ берләшеп. Йоҡоларымдан уянам, һинең менән һөйләшеп. Таҡмаҡтан.
ГӨРӨЛТӨ и. ҡар. гөрөлдө. ■ Уның [Буранбайҙың] шатлыҡлы тауышы трактор гөрөлтөһөн баҫып, Танып буйлап йыраҡтарға яңғыраны. Ф. Әсәнов. Гөрөлтөнән сәскес тә-гәрмәсендәге тупраҡтар ҡойолоп төштө, дискылар зыңылданы. Й. Солтанов.
ГӨРӨН и. диал. ҡар. гөрләүек. Тауҙан гөрөндәр аға. ■ Яҙҙар килер, сана эҙе буйлап гөрөн йугерер Димгә, Иҙелгә. Ҡалын боҙҙарҙы ла кутәреп бәрә, дамбаларҙы ла йыра гөрөндәр! Й. Солтанов.
ГӨРӨНДӨ и. диал. ҡар. гөрләүек.
■ Кинәт яҙ, мин Ленин урамында, ҡарайым ҡар һыуы аҡҡанын... Әллә ерҙән барам, әллә осам, «Зим» артынан ҡыуа гөрөндө. Й. Гәрәй.
212