ГӨРҺӨЛДӘҮ
Ямғыр ҡоя, гөрөндөләр шаулай, бөтә ерҙә ташҡын ҡоторған. Т. Арслан.
ГӨРӨҮ (гөр-) (Р.: сгребать; И.: shovel up; T.: toplamak) ҡ.
1. Ниҙелер тотош бергә этеп шылдырыу; ышырыу. □ Сгребать. Ҡомдо гөрөү. Гөрөп ҡуйыу. Гөрөп таҙартыу. ■ А. Матросов менән бергә ҡар гөрөп алға шыуышҡан Петр Огурцов та (Балаково ҡалаһынан), Мәскәү ғалимы Николай Борисов та вафат булды. «Йәшлек», 23 февраль 2008.
2. диал. ҡар. ирәкләү. Тирене гөрөу.
ГӨРП-ГӨРП (Р.: подражание скрежету; И.: imitation of a grinding sound; T.: gıcırtı) оҡш.
Нимәнелер шығырлатҡанда сыҡҡан тауыш. □ Подражание скрежету. ■ Фәсхи ағай, тулҡынланып, күрек урҙаһын гөрп-гөрп тарта башланы. Көлдөксәлә ҡуҙ араһынан зәңгәр ялҡын теле ҡалҡып сыҡты. Й. Солтанов.
ГӨРП ИТЕҮ (гөрп ит-) (Р: вспыхнуть; И.: blaze up; catch fire; T.: tutuşmak) ҡ.
Уттың ҡапыл тоҡанып китеүе. □ Внезапно вспыхнуть (об огне). Мейес гөрп итеп ҡалды.
ГӨРПӨЛДӘҮ (гөрпөлдә-) ҡ. ҡар. көрпөлдәү. ■ Тупрағы шундай еңел — төрткән һайын кәрәк гөрпөлдәп батып ҡына тора. Й. Солтанов.
ГӨРҪ (Р: бух, бах; И.: bang!; T.: gürr) оҡш.
Ҙур, ауыр нәмә юғарынан ауып төшкәндә йәки бәрелгәндә сыҡҡан тоноҡ тауышты белдергән һүҙ. □ Бух, бах (подражание глухому звуку, вызванному падением или ударом большого тяжёлого предмета).
ГӨРҪ-ГӨРҪ (Р: бух-бух; И.: bang!; Т: gürr) оҡш.
Ҡабат-ҡабат гөрҫ тигән тауышты белдерә. □ Бух-бух (подражание многократному глухому звуку). Гөрҫ-гөрҫ тауышы ишетелде.
ГӨРҪ-ГӨРҪ ИТЕҮ (гөрҫ-гөрҫ ит ) (Р: многократно издавать глухой звук; И.: plop, plop; T.: gürüldemek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат гөрҫ тигән тауыш сығарыу.
□ Многократно издавать глухой звук.
ГӨРҪ ИТЕҮ (гөрҫ ит-) (Р: плюхать; И.: flop; T: gürlemek) ҡ.
Ҙур, ауыр нәмәнең юғарынан ауып төшөүе йәки бәрелеүе. □ Плюхать, шлепаться (о падении или ударе большого тяжёлого предмета). Гөрҫ итеп килеп төштө. Гөрҫ итеп төшөү. Гөрҫ итеп ауыу. Бандит гөрҫ итеп ергә ауҙы. ■ Айыу гөрҫ итеп ергә ҡоланы, өнө лә сыҡманы: ҡурғаш йәҙрә күҙенә генә тейгән! Г. Яҡупова. [Мөбәрәк:] Яланда булдым, атай, һыпырып ҡына һала буран. .. Беҙ ҡуйған щиттарға гөрҫ итеп килеп бәрелә лә, «аһ!» тип ергә йығыла. Ғ. Әмири. Ярты ботло ҙур сүкеш тиҙ генә юғары күтәрелә лә һауаны ярып шыйылып төшөп гөрҫ итеп тимергә бәрелә. Ш. Шәһәр.
ГӨРҪЛӘҮ (гөрҫлә-) (Р: бабахнуть; И.: fire with a bang; T: gürlemek) ҡ.
Гөрҫ иткән тауыш сығарыу. □ Бабахнуть.
■ Былар [гөбөсөләр] бик оҙаҡ киҫкәс, ағас йоҡарҙы, ти, күп тә үтмәй ағас гөрҫләп ауып төштө, ти. Әкиәттән.
ГӨРҪЛӘТЕҮ (гөрҫләт-) (Р: заставить, заставлять грохнуть; И.: make bang; T.: gürletmek) ҡ.
Гөрҫ иткән, дарҫлаған тауыш сығартыу.
□ Заставить, заставлять грохнуть. ■ Ләкин бер секунд та үтмәне, моряктарҙың сафы бер кешеләй, гөрҫләтеп, бер аҙым алға атланы. Ә. Гәрәев.
ГӨРҺ оҡш. ҡар. гөрҫ.
ГӨРҺ ИТЕҮ (гөрһ ит-) ҡ. ҡар. гөрһөлдәү.
ГӨРҺӨЛДӘТЕҮ (гөрһөлдәт-) ҡ. йөкм. ҡар. гөрһөлдәү, понуд. от гөрһөлдәү.
■ Танк йәшен тиҙлегендә яҡынлашты, пу-лемёттан утлы ямғыр һиптерҙе; пушкаһы гөрһөлдәтеп атып ебәрһә, донъя тетрәй төҫлө ине. Мотаһар танкының килеп етеүен көттө. Й. Солтанов.
ГӨРҺӨЛДӘҮ (гөрһөлдә-) (Р: грохотать, греметь; И.: thunder; rumble; bang; T.: gürüldemek) ҡ.
213