Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 215


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГРАЖДАНДАРСА
ГРАВЮРЛАУ (гравюрла-) (Р.: гравировать; И.: engrave; T.: hakketmek; kazımak) ҡ.
Ағасҡа, ташҡа соҡоп һүрәт төшөрөү.
□ Гравировать. Биҙәктәр гравюрлау.
ГРАДАЦИОН (Р.: градационный; И.: graded; scalar; T.: derece) с.
Градацияға бәйле. □ Градационный.
ГРАДАЦИЯ [рус. < лат. gradatio] (Р: градация; И.: gradation; T.: derecelenme) и.
Предмет йәки күренештәрҙең бер хәлдән (нәмәнән) икенсе хәлгә (нәмәгә) күскәндәге эҙмә-эҙлелеге. □ Градация.
ГРАДИРЛАУ (градирла-) (Р: градировать; И.: dehydrate (in saltworks); T.: tuz çıkarmak) ҡ.
Градирняла ҡайнатып, тоҙло иретмәнең һыуын бөтөрөү. □ Градировать.
ГРАДИРНЯ [рус. < нем. gradieren ] (Р: градирня; И.: cooling tower; T.: tuz çıkarma tesisi) u.
1. Тоҙ иретмәһен ҡуйыртыу һәм уның һыуын быуға әйләндерел тоҙ ала торған ҡоролма. □ Градирня.
2. Сәнәғәттә эҫе һыуҙы һыуытыу өсөн ҡулланылған башнялы ҡоролма. □ Градирня.
ГРАДУС [рус. < лат. gradus] (Р: градус; И.: degree; T: derece) и.
1. Геометрик мөйөш һәм дуғаның дәүмәлен үлсәй торған берәмек (түңәрәктең 1/360 өлөшөнә тигеҙ). □ Градус. 20 градусҡа тигеҙ мөйөш.
2. һыу, һауа, тән һ. б. температураһын үлсәй торған берәмек. □ Градус. Һыуҙың йылылығы өс градус. Урамда егерме биш градус һыуыҡлыҡ.
3. Араҡы, шарап һ. б. эсемлектәрҙә спирттың процентын күрһәткән берәмек.
□ Градус. ■ Дауалаусы ҡымыҙҙа .. бер ниндәй градус та, спирт та юҡ. «Киске Өфө», №41, 2011.
ГРАДУСЛЫ (Р: градусный; И.: ...proof;... degree; T: dereceli) с.
1. Күпмелер градусҡа тиң. □ Градусный. Туҡһан градуслы мөйөш. Кырҡ градуслы һыуыҡ. Ун градуслы шарап.
2. һөйл. Юғары градусҡа эйә булған, ҡеүәтле, көслө (эсемлектәр тураһында). □ Имеющий крепость, градус (о напитках). Градуслы эсемлек. Башҡортостанда бер ваҡытта ла градуслы ҡымыҙ яһаманылар. «Киске Өфө», № 41, 2011.
ГРАДУСНИК [рус.] (Р: градусник; И.: thermometer; T.: termometre) и.
Температураны үлсәй торған прибор; термометр. □ Градусник. Градусник ҡуйыу. Градусникты ватыу.
ГРАЖДАН [рус.] (Р: граждан; И.: citizen; T: yurttaş) и.
1. Билдәле бер дәүләттә даими рәүештә йәшәп, шул дәүләттең закондары нигеҙендә бөтә хоҡуҡ менән файҙаланған һәм закондағы бөтә бурысты үтәгән кеше; аҙамат (3). □ Гражданин. Рәсәй гражданы. Граждандарҙы яҡлау. ■ Башҡортостан Республикаһында кеше һәм граждандың хоҡуҡтары һәм иректәре халыҡ-ара хоҡуҡиәттең дөйөм танылған принциптарына һәм нормаларына, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына һәм ошо Конституцияға ярашлы таныла һәм гарантиялана. Башҡортостан Республикаһы Конституцияһынан.
2. Үҙ тормошон ил мәнфәғәттәренә буйһондорған кеше; йәмғиәттең юғары аңлы ағзаһы. □ Гражданин. Граждан булыу. Ва-тансыл граждан.
3. ғәҙәттә, күпл. Кешегә, халыҡҡа рәсми өндәшеү һүҙе. □ Граждане. Хөрмәтле граждандар! Һеҙҙең именлек — үҙегеҙҙең ҡулда.
ГРАЖДАНДАР АВИАЦИЯҺЫ (Р: гражданская авиация; И.: civil aviation; T: civil havacılık) и. авиа.
Дәүләттең хәрби иҫәпкә инмәгән авиацияһы. □ Гражданская авиация. Граждандар авиацияһы белгестәре. Граждандар авиацияһы комитеты.
ГРАЖДАНДАРСА (Р: по-граждански; И.: proper to citizens; T: sivil olarak) p.
Граждандарға хас. □ По-граждански. M. Өмөтбаевтың был әҫәрҙәре үткән быуат башҡорт поэзияһының, демократик позици-
215