ГРАМОТАҺЫҘ
йөҙ грамм! — Ә мин артығын һалмайым да. Н. Асанбаев.
ГРАММАТИК I (грамматигы) [рус. < гр. grammatike] (Р.: грамматик; И.: grammarian; T.: gramer uzmanı) и.
Грамматика белгесе. □ Грамматик, грамматист. Грамматиктарҙың эше — ҡағиҙә булдырыу.
ГРАММАТИК II (Р.: грамматический И.: grammatical; T.: dilbilgisel; gramatikal) с.
Грамматикаға мөнәсәбәтле, грамматикаға бәйле. □ Грамматический. Грамматик категория. Грамматик ҡағиҙә.
ГРАММАТИКА [рус. < гр. grammatike} (Р: грамматика; И.: grammar; T.: dilbilgisi; gramer) и.
1. Тел ғилеменең һүҙ һәм һөйләм төҙөлөшөн өйрәнә торған бүлеге. □ Грамматика.
2. Теге йәки был телдә һөйләм эсендәге һүҙҙәрҙең үҙгәреү һәм үҙ-ара бәйләнешкә инеү тәртибе. □ Грамматика. Грамматика булеге.
3. Телдең төп ҡағиҙәләре яҙылған дәреслек. □ Грамматика. Башҡорт теленең грамматикаһы.
ГРАММАТИСТ [рус.] и. ҡар. грамматик I. Грамматистар кәңәшмәһендә сығыш яһау.
ГРАММ-АТОМ [рус.] (Р: грамм-атом;
И.: gramme atom; Т.: atomgram) и. хим., физ.
Үҙенең атом массаһына тура килгән химик элементтың грамдар һаны. □ Грамм-атом.
ГРАМЛЫҠ (Р.: граммовый, И.: ...gramme; T.: gramlık) с.
Үлсәү берәмеге грамм булған. □ Граммовый. 300 грамлыҡ икмәк.
ГРАММ-МОЛЕКУЛА [рус.] (Р.: грамм-молекула; И.: gram molecule; T.: gram-molekül) и. хим., физ.
Үҙенең молекула массаһына тура килгән ябай һәм ҡатмарлы химик матдәнең грамдар һаны. □ Грамм-молекула.
ГРАММОФОН [рус. < гр. gramma ‘хәреф’, ‘яҙыу’ + phone ‘он’, ‘тауыш’] (Р.: граммофон; И.: gramophone; T.: (borulu) gramofon) и.
Махсус пластинкаға яҙылған тауышты ҡабаттан ишеттерә торған рупорлы музыкаль аппарат. □ Граммофон. Граммофон тыңлау. ■ 1946 йылдың майы баштарында .. бөтөнләй аҡһыҙ тороп ҡалдыҡ. Майлаһаң, сабата ла бата, тигәнгә таянып, атайым менән әсәйем, .. өй башында ҡабыҡ йәшниктә һаҡланған һигеҙ кәтушкәле граммофонды һатып, һыйырлыҡ аҡса йунләнеләр. «Йәшлек», 10 май 2011.
ГРАМОТА [рус.] (Р: грамота; И.: literacy; T.: okuma-yazma) и.
1. Уҡыу-яҙыу белеме. □ Грамота. Грамота белеу.
2. Ниндәйҙер бер әлкәләге башланғыс белем. □ Грамота. ■ [Иван-балыҡсы:] Балаларҙы грамотаға өйрәтергә иҫәп. Тик бәләкәйҙәр әле. Б. Рафиков.
3. Нимәнелер раҫлаған рәсми документ.
□ Грамота. Грамота тапшырыу. ■ Беҙҙең класта, балалар, яңы уҡыусы артты. Бына ул, таныш булығыҙ, исеме уның Юлдаш, фамилияһы Әлимов. .. Дуртенсе класты Маҡтау грамотаһы менән бөткән, — тип һөйләп бирҙе [Гәбит ағай]. 3. Биишева. Был хосуста яд ителәлер Новгород халҡынан кнәзь Ярослав уғлы Тверскийгә бирелгән грамотала 1263 йылда. Ғ. Кейеков.
ГРАМОТАЛЫ (Р: грамотный; И.: literate; T.: okuma-yazma bilen) с.
1. Дөрөҫ уҡый-яҙа белгән. □ Грамотный. Грамоталы яҙыу. Грамоталы уҡыусы.
2. кусм. Ниндәйҙер әлкәлә уҡымышлы, белемле. □ Грамотный. Грамоталы журналист. Эште грамоталы алып барыу зарур.
ГРАМОТАЛЫЛЫҠ (грамоталылығы) (Р.: грамотность; И.: literacy; T.: okuryazarlık) и.
Уҡый-яҙа белеү; белемлелек, уҡымыш-лылыҡ. □ Грамотность.
ГРАМОТАҺЫҘ (Р: неграмотный; И.: illiterate; T.: okuma-yazma bilmeyen) с.
1. Дөрөҫ уҡый-яҙа белмәгән; наҙан.
□ Безграмотный. Грамотаһыҙ кеше.
2. кусм. Ниндәйҙер әлкәлә уҡымышһыҙ, белемһеҙ. □ Неграмотный, безграмотный. Грамотаһыҙ инженер.
217