Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 219


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГРАФИКЛЫ
Ярышта еңеүсегә бирелә торған иң юғары урын (бүләк). □ Гран-при. Гран-при яулау. И [Алтынай Ибраһимова] теле асылған мәлдән спектаклдәрҙә уйнаған, кинола төшкән, республика «Сәсәндәр» конкурсында ецеү яулаған, «һылыуҡай — 2004» гүзәллек бәйгеһендә гран-приға лайыҡ булған. «Йәшлек», 22 сентябрь 2009.
ГРАНУЛА [рус. < ляү. granule] (Р.: гранула; И.: granule; T.: granül) и. махс.
Нимәнецдер ҡаты бөртөгө. □ Гранула. Сәй гранулаһы.
ГРАНУЛАЛЫ (Р.: гранулированный; И.: granular, granulated; pelletized; T.: granüler) c.
Бөртөк-бөртөк итеп ваҡланған; бөртөклө. □ Гранулированный. Гранулалы сәй. Гранулалы антигриппин.
ГРАНУЛЛАУ (гранулла-) (Р: гранулировать; И.: granulate; pelletize; T.: ufalamak) ҡ.
Бөртөклө-бөртөклө итеп ваҡлау. □ Гранулировать. Тимер рудаһы концентратын грануллау.
ГРАНУЛ АЛ АУ (гранулала-) ҡ. ҡар. грануллау.
ГРАНУЛЛАШТЫРЫУ (грануллаш-тыр-) ҡ. йөкм. ҡар. грануллау, понуд. от грануллау.
ГРАНУЛЛЫ с. ҡар. гранулалы.
ГРАФ [рус. < нем. Graf] (Р: граф; И.: count; T.: kont) и.
Инҡилапҡа тиклемге Рәсәйҙә һәм Көнбайыш Европала: нәҫелдән нәҫелгә күсә торған дворянлыҡ титулы һәм шул титулдағы кеше. □ Граф. ■ Ул [Л. Толстой I бик күп уҡыған, үҙе лә граф булараҡ, йәмғиәттец юғары ҡатлам кешеләре менән аралашҡан, улар менән аяҡ терәп һөйләшкән, батшалар, императорҙар менән осрашҡан, шундай шәхес булмаһа, ул «Һуғыш һәм солох» романын яҙа алыр инеме ни?! Н. Асанбаев.
ГРАФА [рус. < гр. graphe ‘һыҙыҡ’| (Р: графа; И.: column; T.: hane) и.
1. Төрлө эш ҡағыҙҙары һәм таблица-ларҙағы ике вертикаль һыҙыҡ араһындағы бағана йәки ара. □ Графа.
2. Текстағы бүлек; рубрика. □ Графа.
ГРАФАЛАУ (графала-) (Р: графить, графление; И.: rule (paper); T: haneye bölmek) ҡ.
Графаға бүлеү, графа һыҙыу. □ Графить, графление.
ГРАФАЛЫ (Р: разграфлённый; И.: with lines made; T.: haneli) c.
Графаға бүлеүле. □ Разграфлённый. Гра -фалы ҡағыҙ.
ГРАФАҺЫҘ (Р: без графы; И.: without graphs; T: sütunsuz) c.
Графаға бүленмәгән. □ Без графы. Графаһыҙ дәфтәр.
ГРАФИК I [рус. < гр. graphike ‘яҙам’] (Р: график; И.: plot; diagram; T.: grafik) и.
1. Төрлө эш-күренештең һан күрһәткестәрен бергә бәйләгән һыҙыҡ. □ График.
2. Эштең күләме һәм үтәлеү ваҡыты күрһәтелгән план. □ График. Поездар йөрөү графигы. Эш графигы.
ГРАФИК II [рус. < vp.grарЫкё ‘яҙам’] (Р: график; И.: graphic artist; T: grafikçi) и.
Графика (1) әлкәһендә эшләгән рәссам. □ График. Нәшриәттец графигы.
ГРАФИК III (Р: графический; И.: graphic; T: grafik) с.
Графика (1) ысулы менән эшләнгән, графикаға мөнәсәбәтле. П Графический. График оҫталыҡ.
ГРАФИКА [рус. < гр. graphike, grâphö ‘яҙам’] (Р: графика; И.: graphic arts; T: grafik) и.
1. Һынлы сәнғәттең ысын донъялағы нәмәләрҙе һәм күренештәрҙе ҡара йәки аҡ төҫтәге төрлө һыҙыҡтар менән төшөрә торған бер төрө һәм шул төргә ҡараған сәнғәт әҫәре. □ Графика. Графика сәнғәте. Графика бүлегендә уҡыу.
2. лингв. Баҫма йәки яҙма хәрефтәрҙең яҙылышы һәм һөйләү теленең шул хәрефтәр менән кәүҙәләнеше. □ Графика. Инҡилапҡа тиклем ғәрәп графикаһына нигеҙләнгән төрки теле башҡорттарҙыц яҙма әҙәби телен тәшкил итә.
ГРАФИКЛЫ (Р: с графиком; И.: with charts; T: grafikli) с.
219