Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 220


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ГРАФИН
1. Графигы (I) булған. □ С графиком (I), имеющий график (I). Графиклы китап.
2. График (I, 2) буйынса. □ По графику (I, 2). Графиклы эш. Графиклы дежурлыҡ.
ГРАФИН [рус. < ит. carafinna] (Р.: графин; И.: decanter; T.: sürahi) и.
Быяланан йәки гәлсәрҙән эшләнгән тар оҙон муйынлы эсемлек һауыты. □ Графин. / Графинный. Һыулы графин. ■ [Нажибәк] графиндан стаканға һыу һалды һәм .. йәһәт кенә эсеп тә ебәрҙе. Н. Асанбаев.
ГРАФИТ [рус. < нем. Graphit] (Р: графит; И.: graphite, plumbago; T.: grafit) и.
Углеродтың бер төрө булған ҡара йәки һорғолт ҡара төҫтәге минерал (электротехник нәмәләр, ҡәләм осо һ. б. нәмә яһау өсөн ҡулланыла); ҡараташ. □ Графит. Графиттан яһалған.
ГРАФОЛОГ [рус. < гр. graphö ‘яҙам’ + logos ‘фән, тәғлимәт’] (Р: графолог; И.: graphologist; T.: grafolog) и.
Графология менән шөғөлләнгән кеше.
□ Графолог. ■ Ҡайһы бер хаттарҙы башынан аҙағына тиклем уҡып сығыр өсөн әллә купме туҙемлек, тырышлыҡ һалырға, ҡайһы берҙә берәй һуҙҙе таныу өсөн курше булмәләге хеҙмәттәштәребеҙгә мөрәжәғәт итергә тура килә. Үкенескә курә, арабыҙҙа графологтар юҡ шул. «Йәшлек», 22 ғинуар 2009.
ГРАФОЛОГИК (Р: графологический; И.: graphologic(al); T.: yazıbilimsel) с.
Графологияға ҡараған. □ Графологический. Графологик метод. Графологик экспертиза.
ГРАФОЛОГИЯ [рус. < гр. graphö ‘яҙам’ + logos ‘фән, тәғлимәт’] (Р: графология; И.: graphology; T.: grafoloji, yazı bilimi) и.
Кешенең психикаһын һәм аҡыл һәләтен билдәләү өсөн уның пөчергын, яҙыуын өйрәнеү эше. □ Графология. Графология фәне.
ГРАФОМАН [рус. < гр. graphö ‘яҙам’ + mania ‘дәрт’] (Р: графоман; И.: scribbler, untalented writer; T.: yazma manyağı) и. мед.
Графомания менән ауырыған кеше.
□ Графоман.
ГРАФОМАНИЯ [рус. < гр. graphö ‘яҙам’ + mania ‘дәрт’] (P: графомания; И.: mania for writing; T.: çılgınlık derecesine varan yazma arzusu) и. мед.
Яҙыу менән саманан тыш мауығыу.
□ Графомания. / Графоманский. Графомания менән ауырыу.
ГРАФФИТИ [рус. < ит. graffiti] (Р: граффити; И.: graffiti; T.: grafiti) и.
1. Стеналарҙа, таштарҙа борондан һаҡланып килгән яҙыуҙар, һүрәттәр, тамғалар.
□ Граффити.
2. XX быуат аҙағынан таралған йәштәрҙең буяу һиптереү ысулы менән яһалған үҙешмәкәр һүрәттәре. □ Граффити.
ГРАЦИОЗ [рус. < лат. gratia ‘нәзәкәт-лек’] с. ҡар. нәзәкәтле.
ГРАЦИОЗЛЫҠ (грациозлығы) и. ҡар. нәзәкәтлек.
ГРАЦИЯ [рус. < лат. gratia ‘нәзәкәтлек’] (Р: грация; И.: grace, gracefulness; T: cazibe) и.
1. Хәрәкәттәрҙәге гүзәллек, нәзәкәтлелек.
□ Грация. / Грациозный.
2. Корсет төрө. □ Грация (вид корсета).
3. Нәзәкәтлек алиһәһе. □ Богиня грации.
ГРАЦИЯЛЫ (Р: грациозный; И.: graceful; T.: zarif) с.
Гүзәл, нәзәкәтле. □ Грациозный. Грация-лы хәрәкәт.
ГРЕЙДЕР [рус. < ингл. grader] (Р: грейдер; И.: grader; T.: greyder) и.
Канауҙар ҡаҙый һәм ерҙе ҡырып тигеҙләп йөрөй торған машина. □ Грейдер./ Грейдерный. Грейдер менән юл тигеҙләу. Грейдер менән ҡом-таш таратыу. Грейдер тағылған трактор. ■ Уның артынса, грейдер юлды тигеҙләп уткәндәге шикелле, ялланып ятҡан дымлы эҙ ҡала. Н. Мусин.
ГРЕЙДЕРСЫ (Р: грейдерист; И.: grader operator; T.: greyder çalışanı) и.
Грейдерҙа эшләүсе, грейдер йөрөтөүсе.
□ Грейдерист.
ГРЕЙПФРУТ [рус. < ингл. grapefruit] (Р: грейпфрут; И.: grapefruit; T.: greyfurt) и. бот.
220